Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Тимофейға 3:8 - Изге Яҙма

8 Яннес менән Ямбрес Муса пәйғәмбәргә ҡарышҡан кеүек, аҡылдары боҙоҡ, ялған иманлы был әҙәмдәр ҙә хәҡиҡәткә ҡаршы сыға.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

8 Ианний менән Иамврий Муса пәйғәмбәргә ҡарышҡан кеүек, ошо аҡылдары боҙоҡ, ялған иманлы кешеләр ҙә хәҡиҡәткә ҡаршы сыға.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Яннес менән Ямбрес Муса пәйғәмбәргә ҡарышҡан кеүек, аҡылдары боҙоҡ, ялған иманлы был әҙәмдәр ҙә хәҡиҡәткә ҡаршы сыға.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Тимофейға 3:8
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Фирғәүен иһә үҙенең аҡыл эйәләрен, сихырсыларын саҡырҙы. Улар, был Мысыр сихырсылары, үҙ тылсымдары менән шуны уҡ эшләне:


Үҙҙәренең сихыры менән Мысыр сихырсылары ла шуны уҡ эшләне. Фирғәүен ҡарышыуын белде, Муса менән Һарунды тыңламаны. Барыһы ла Раббы әйткәнсә булды.


Сихырсылар ҙа тылсымдары менән себен-серәкәй ҡылып ҡараны – булдыра алманы. Кешеләрҙе лә, мал-тыуарҙы ла себен-серәкәй йонсотто.


Сихырсылар ҙа тылсымдары менән шуны эшләне – Мысыр еренә тәлмәрйендәр ебәрҙе.


Беҙҙән барған ҡайһы бер кешеләр һеҙҙе аптырашта ҡалдыра, күңелегеҙгә борсоу һала, тип ишеттек, әммә беҙ уларға ундай эш йөкмәтмәнек.


Был кешеләр Алланы танып белеүҙе кәрәк тип тапмағанға күрә, Алла уларҙы боҙоҡ аҡылдары ихтыярына бирҙе, һөҙөмтәлә улар ҡылырға ярамаған эштәрҙе ҡыла башланы.


Ундай кешеләр Раббыбыҙ Мәсихкә түгел, ә үҙҙәренең ашҡаҙандарына хеҙмәт итә һәм, ышандырырлыҡ һүҙҙәр һөйләп, ялағайланып, ихлас күңеллеләрҙе алдай.


Мәкерле кешеләрҙең хәйләләренә, тәғлимәттәренә ышанып, төрлө яҡҡа борғолаған елдәр һәм тулҡындар ыңғайына һуғылып, алданып йөрөүсе сабый булыуҙан туҡтайыҡ.


иманыңды һәм саф намыҫыңды һаҡла, сөнки ҡайһы берәүҙәр, намыҫлылыҡтан баш тартып, имандарын һәләк итте.


Бындай өйрәтеүҙәр ике йөҙлө ялғансылар аша килә. Ҡыҙған тимер менән тамғаланған выждандары ҡарайған.


Аллаға табыныу – табыш алыу өсөн тип уйлап, хәҡиҡәттән ситләшкән, шул арҡала аҡылдарына зыян килгән кешеләр араһында буш бәхәстәр тыуа.


Һин үҙең дә унан һаҡлан, сөнки ул беҙ һөйләгәндәргә ҡырҡа ҡаршы килгәйне.


Буйһонмаусан, буш хәбәр һөйләүсе һәм алдаҡсы кешеләр күп, ундайҙар айырыуса сөннәтлеләр араһында байтаҡ.


Улар, Алланы беләбеҙ, тип раҫлай, ә эштәре менән Унан ваз кисә, ундайҙар әшәке, тыңлауһыҙ һәм һәр төрлө изге эш өсөн һәләтһеҙ.


Улар кем менән зина ҡылырға икән тип, ҡыҙ-ҡырҡынға күҙ һалып, был гонаһтан тыйыла алмай һәм тотороҡһоҙ йәндәрҙе хаҡ юлдан яҙҙыра, күңелдәре ҡомһоҙлоҡҡа өйрәтелгән, өҫтәренә ләғнәт ятҡан.


Балаларым! Һуңғы сәғәттәр етте. Заман ахырында Мәсих дошманының килере хаҡында һеҙ ишеткәйнегеҙ, әле Мәсихтең дошмандары күбәйеп китте һәм заман ахыры еткәнен шунан беләбеҙ.


Һөйөклөләрем! Рухтарҙың һәр береһенә ышанмағыҙ, уларҙың ысынлап та Аллананмы икәнлеген һынап ҡарағыҙ, сөнки донъяла ялған пәйғәмбәрҙәр бик күп.


Әммә һиңә ҡарата ризаһыҙлығым бар: үҙен пәйғәмбәр тип атап, фәхешлеккә һәм ялған илаһтарға ҡорбан ителгән ризыҡты ашарға өйрәтеп йөрөгән Изевел исемле ҡатынға Минең ҡолдарымды гонаһҡа этәреүгә юл ҡуяһың.


Ә инде Николаус яҡлыларҙың эштәренә нәфрәтләнеүең яҡшы, ул эштәргә Мин дә нәфрәтлемен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ