Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Тимофейға 3:12 - Изге Яҙма

12 Әйткәндәй, Ғайса Мәсихтә тормош алып барырға, Аллаға ихлас табынып йәшәргә теләгәндәрҙең бөтәһе лә эҙәрлекләнер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

12 Әйткәндәй, Ғайса Мәсих менән берлектә булған тормош алып барырға, ысын иман менән йәшәргә теләгәндәрҙең бөтөнөһө лә эҙәрлекләнер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Әйткәндәй, Ғайса Мәсихтә тормош алып барырға, Аллаға ихлас табынып йәшәргә теләгәндәрҙең бөтәһе лә эҙәрлекләнер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Тимофейға 3:12
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан Ул шәкерттәренә былай тине: – Әгәр берәй кеше Минең артымдан барырға теләһә, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын йөкмәп, Миңә эйәрһен.


Шуға күрә Мин һеҙгә пәйғәмбәрҙәрҙе, аҡыл эйәләрен һәм ысын ҡанун белгестәрен ебәрәм. Һеҙ уларҙың берәүҙәрен үлтерерһегеҙ, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларһығыҙ, бүтәндәрен ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылатып, ҡаланан ҡалаға ҡыуып йөрөтөрһөгөҙ.


был тормошта йөҙ тапҡырға күберәк йорттар, ағай-эне, апай-һеңле, әсәйҙәр, балалар, баҫыуҙар алыр, тик быға өҫтәп эҙәрлекләүҙәр ҙә алыр. Ә киләсәк донъяла мәңгелек тормошҡа эйә булырҙар.


Һеҙҙе ғибәҙәтханаларҙан айырырҙар. Хатта шундай ваҡыт килер: һеҙҙе үлтергән һәр кем, Аллаға шуның менән хеҙмәт итәм, тип уйлар.


Мин быны һеҙ Миндә тыныслыҡ тапһын өсөн әйттем. Донъяла һеҙ күп ҡайғылар кисерерһегеҙ, ләкин ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем!


Мин уларға Һинең һүҙеңде еткерҙем һәм донъя уларға нәфрәтләнде, сөнки Мин донъяныҡы булмаған кеүек, улар ҙа донъяныҡы түгел.


унда шәкерттәрҙең рухын күтәрҙеләр, иманда ныҡ торорға өндәнеләр. – Алла Батшалығына инер өсөн күп михнәттәр аша үтергә тура киләсәк, – тине улар.


Әгәр беҙ Мәсихкә был йәшәүебеҙҙә генә өмөт бағлаһаҡ, бөтә кешеләргә ҡарағанда ла ҡыҙғанысыраҡ булыр инек.


Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.


беҙҙе эҙәрлекләйҙәр, ләкин Алла беҙҙе ташламай; беҙҙе аяҡтан йығалар, ләкин һәләк булмайбыҙ.


Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, дан менән күккә күтәреп алынды.


Кемдер башҡа берәй нәмәгә өйрәтә һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡ һүҙҙәре, шулай уҡ иманға тап килгән тәғлимәт менән килешмәй икән,


Алла хеҙмәтсеһе һәм Ғайса Мәсих илсеһе Паулустан сәләм. Алла тарафынан һайлап алынғандарҙың иманын нығытыу һәм ихлас табыныуға илтеүсе хәҡиҡәтте танып белеүгә килтереү өсөн ебәрелдем мин.


Был мәрхәмәт, аллаһыҙлыҡты һәм донъяуи нәфселәрҙе кире ҡағып, беҙҙе был донъяла тотанаҡлы, ғәҙел булырға һәм Аллаға ихлас табынырға өйрәтә.


Йософ нәҫелдәре Йушағҡа: – Ниңә һин беҙгә биләмәгә бер генә өлөш ер, бер генә өлкә бирҙең? Беҙ бит Раббы фатихаһы менән ишәйгән күп һанлы халыҡ, – тине.


Ә ғәҙеллек өсөн ғазап сикһәгеҙ, һеҙ бәхетле! Улар ҡурҡҡандан ҡурҡмағыҙ һәм борсолмағыҙ.


Әгәр бөтә нәмә шулай тарҡала икән, һеҙ ниндәй кешеләр булырға тейешһегеҙ һуң? Алла көнөн көткәндә, һәм ул көндөң тиҙерәк килеүе өсөн хәлдән килгәндең барыһын да эшләгәндә, тормошоғоҙ изге булырға һәм Аллаға ихлас табынырға тейешһегеҙ. Ул көндә күк дөрләп яныр һәм күк есемдәре ҡыҙыуҙан иреп бөтөр.


Ҡойроғо менән күктәге йондоҙҙарҙың өстән бер өлөшөн ергә һепереп алып ташланы. Шунан һуң, сабый тыуғас та уны ашар өсөн, балаһын бына-бына табасаҡ ҡатын янына килеп баҫты.


Мин уға: – Һин беләһең, әфәндем, – тинем. Ул миңә былай тине: – Улар оло ҡайғы-хәсрәт кисереп килгәндәр. Кейемдәрен Бәрәстең ҡаны менән йыуып ағартҡандар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ