Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Тимофейға 3:10 - Изге Яҙма

10 Ә һин минең өйрәтеүемдә лә, йәшәйешемдә, маҡсатымда, иманымда, сабырлығымда, мөхәббәттә, сыҙамлыҡта ла минән өлгө алдың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

10 Ә һин минең өйрәтеүемдә лә, йәшәйешемдә, маҡсатымда, иманымда, сабырлығымда, мөхәббәттә, ҡаҡшамаҫлыҡта ла минән өлгө алдың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Ә һин минең өйрәтеүемдә лә, йәшәйешемдә, маҡсатымда, иманымда, сабырлығымда, мөхәббәттә, сыҙамлыҡта ла минән өлгө алдың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Тимофейға 3:10
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Даниил хәрәм бер нәмәне лә – батша ризыҡтарын да, батша шарабын да – ауыҙына ла алмаҫҡа ҡарар итте. Ул хеҙмәтселәр башлығынан әлеге ризыҡтарҙы ашамаҫҡа рөхсәт итеүен һораны.


Шуға күрә мин дә, хөрмәтле Теофилос, бөтәһен дә баштан алып ентекләп өйрәнгәндән һуң, эҙмә-эҙлекле итеп бәйән итергә булдым.


Ул килеп, Алланың бындағы кешеләргә булған мәрхәмәтен күргәс, шатланды һәм бөтәһен дә Раббыға ысын күңелдән тоғро булып ҡалырға өндәне.


Иман юлындағы кешеләр үҙҙәрен илселәрҙең тәғлимәтен өйрәнеүгә, аралашыуға, бергә икмәк бүлешеүгә, доғаға бағышланылар.


Улар килеп еткәс: – Асия өлкәһенә килгәндең тәүге көндәренән үк һеҙҙең менән булып, нисек йәшәгәнемде үҙегеҙ беләһегеҙ, – тине уларға. –


Минең йәштән үҙ халҡым араһында нисек йәшәүем һәм Йәрүсәлимдәге тормошом бөтә йәһүдтәргә тәүҙән үк мәғлүм.


Имандаштар, һеҙгә мөрәжәғәт итәм: үҙегеҙ өйрәнгән тәғлимәткә ҡаршы сығып, шул рәүешле бүленешкә килтереүселәрҙән һәм тоғро юлдан яҙыуға сәбәп тыуҙырыусыларҙан һаҡ булығыҙ һәм уларҙан ситләшегеҙ.


Әллә бындай ниәт ҡороп, уйламайынса эш иттемме? Йә донъя кешеһе кеүек бер үк ваҡытта «эйе» лә, «юҡ» та тип әйтәмме?


Мәкерле кешеләрҙең хәйләләренә, тәғлимәттәренә ышанып, төрлө яҡҡа борғолаған елдәр һәм тулҡындар ыңғайына һуғылып, алданып йөрөүсе сабый булыуҙан туҡтайыҡ.


Һеҙҙең хаҡта уның кеүек ихлас күңелдән хәстәрлек күреүсе башҡа бер кемем дә юҡ.


Тимоҫеустың ышаныслы булыуы һеҙгә билдәле: ул Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа миңә үҙ атаһына хеҙмәт иткән кеүек хеҙмәт итте.


сөнки беҙҙең Һөйөнөслө Хәбәребеҙ һеҙгә һүҙ аша ғына түгел, ә Изге Рухтың ҡөҙрәте һәм тәрән ышаныуыбыҙ аша барып етте. Был һеҙгә билдәле, сөнки беҙ бергә ваҡытта һеҙҙең өсөн нисек йәшәгәнебеҙҙе беләһегеҙ.


Македония өлкәһенә киткән саҡта, мин һиңә Эфеста ҡалып, ялған тәғлимәт өйрәтеүселәрҙе тыйыуыңды һорағайным.


Үҙең ҡабул иткән иман һүҙҙәрен, яҡшы тәғлимәтте ныҡ тотоп, рухи ризыҡ менән туҡланып, имандаштарыбыҙға ла ошо нәсихәттәрҙе өйрәтһәң, Ғайса Мәсихтең һәйбәт хеҙмәтсеһе булырһың.


Һин иһә, Алла кешеһе, быларҙан ситтә тор, ә тәҡүә булыуҙа, ихлас табыныуҙа, иманда, мөхәббәттә, сабырлыҡта, баҫалҡылыҡта уңыштарға өлгәш.


Йәштәргә хас булған мауығыуҙарҙан ситтә тор, ә Раббыға саф йөрәк менән мөрәжәғәт итеүселәр менән бергә тәҡүәлеккә, иман, мөхәббәт, именлеккә ынтыл.


Алла һүҙен вәғәзлә, быны уңайлы ваҡытта ла, уңайһыҙ ваҡытта ла эшләргә әҙер тор, яңылышты төҙәт, иҫкәрт, өйрәткәндә һәр ваҡыт сабырлыҡ менән өгөтлә.


Шундай ваҡыт килер: кешеләр, хаҡ тәғлимәтте тыңламайынса, фәҡәт үҙҙәренең күңеленә ятҡан һүҙҙәрҙе һөйләгән вәғәзләүселәрҙе үҙ теләктәре буйынса һайлап алырҙар;


Мин яҡшы көрәш алып барҙым, аҙағына тиклем был юлды үтеп, иманымды һаҡланым;


Уларға бөтә яҡшы эштәрҙә лә яҡшы өлгө күрһәт, ә өйрәткәндә намыҫыңа тоғро һәм етди бул,


Төрлө ят тәғлимәттәргә үҙегеҙҙе ситкә тайпылдырырға юл ҡуймағыҙ. Йөрәгегеҙҙе Алланың мәрхәмәте менән нығытыу яҡшы, ә ризыҡ ашау тураһындағы ҡағиҙәләр менән түгел. Был ҡағиҙәләр уларҙы үтәүселәргә файҙа килтермәгән бит.


Әгәр бөтә нәмә шулай тарҡала икән, һеҙ ниндәй кешеләр булырға тейешһегеҙ һуң? Алла көнөн көткәндә, һәм ул көндөң тиҙерәк килеүе өсөн хәлдән килгәндең барыһын да эшләгәндә, тормошоғоҙ изге булырға һәм Аллаға ихлас табынырға тейешһегеҙ. Ул көндә күк дөрләп яныр һәм күк есемдәре ҡыҙыуҙан иреп бөтөр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ