Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Тимофейға 2:9 - Изге Яҙма

9 Шуның өсөн мин ғазап сигәм, мине хатта енәйәтсе һымаҡ бығаулап ҡуйҙылар. Ләкин Алла һүҙен бығаулап булмай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

9 Ошо вәғәздәрем өсөн мин ғазап сигәм, мине хатта енәйәтсе һымаҡ бығаулап ҡуйҙылар. Ләкин Алла һүҙен бығаулап булмай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Шуның өсөн мин ғазап сигәм, мине хатта енәйәтсе һымаҡ бығаулап ҡуйҙылар. Ләкин Алла һүҙен бығаулап булмай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Тимофейға 2:9
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғайса менән бергә ике енәйәтсене лә үлем язаһына алып баралар ине.


Ғәскәриҙәр башлығы, яҡыныраҡ килеп, Паулусты ҡулға алды, уны ике сылбыр менән бығауларға әмер бирҙе. – Был кеше кем һәм ул нимә эшләне? – тип һораны ул.


Ул ҡыйыу рәүештә һәм ҡаршылыҡ күрмәйенсә Алла Батшалығы тураһында һөйләне һәм Раббы Ғайса Мәсих хаҡында өйрәтте.


Уға Минең хаҡҡа күпме ғазап сигергә тейешлеген күрһәтермен, – тине.


Бына шуға күрә мин, Паулус, һеҙҙең, йәғни йәһүд булмағандарҙың хаҡына Ғайса Мәсихтең тотҡоно, Аллаға доға ҡылам.


Тәүгеләре иһә ысын күңелдән түгел, ә үҙҙәренә файҙа эҙләгәндән, төрмәләге хәлемде ауырайтыу өсөн Мәсихте вәғәзләй.


Миңә һеҙҙең бөтәгеҙ тураһында ла шулай тип уйларға нигеҙ бар, сөнки һеҙ минең йөрәгемдә урын алдығыҙ. Төрмәлә булған ваҡытта ла, Һөйөнөслө Хәбәрҙе яҡлағанда һәм раҫлағанда ла, барығыҙ ҙа минең менән Алла мәрхәмәтен бүлешәһегеҙ.


Был сәләмде мин, Паулус, үҙ ҡулым менән яҙам. Минең тотҡонда икәнлегемде онотмағыҙ. Мәрхәмәт һеҙҙең менән булһын.


Мәсихтең сере тураһында хәбәр итеү өсөн Алла беҙгә ишек асһын тип, беҙҙең хаҡҡа ла доға ҡылығыҙ, мин шул хәбәр өсөн тотҡонлоҡтамын.


Раббы һүҙе һеҙҙең аша Македония һәм Ахая өлкәләрендә ишетелде, ул ғына ла түгел, һеҙҙең Аллаға булған иманығыҙ тураһында ла һәр ерҙә билдәле. Шулай булғас, нимәлер һөйләүҙең кәрәге лә юҡ.


Тағы ла шул, имандаштар: Раббы хәбәре башҡа ерҙәрҙә лә һеҙҙәге кеүек үк тиҙ таралһын һәм ихтирам ителһен, тип беҙҙең өсөн доға ҡылығыҙ,


Шул сәбәпле мин әле ғазап сигәм, ләкин оялмайым, сөнки Кемгә инанғанымды беләм һәм Уның миңә ышанып тапшырғанды килгән көнөнә тиклем һаҡлай алырына ышанам.


Онесифорос ғаиләһенә Раббы шәфҡәт бирһен, ул күп тапҡыр күңелемде йыуатты, төрмәлә ултырыуымдан да оялманы.


Шулай итеп, Раббыбыҙ тураһында шаһитлыҡ биреүҙән дә, Уның хаҡына тотҡон булған минән дә оялма; ә минең менән бергә Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына Алланың көс-ҡеүәтенә таянып ғазаплан.


Өлөшөңә төшкән ғазаптарҙы Ғайса Мәсихтең тоғро көрәшсеһе һымаҡ үҙ өҫтөңә ҡабул итеп ал.


Раббы иһә янымда булды һәм, Һөйөнөслө Хәбәр минең аша тулыһынса иғлан ителһен һәм бар халыҡтарға ишетелһен өсөн, миңә ҡеүәт бирҙе, арыҫлан ауыҙынан ҡотҡарҙы.


Мәжүсиҙәр араһында ҡылығығыҙға һүҙ тейҙермәҫлек булһын. Шул ваҡытта, хәҙер һеҙҙе яуызлыҡ ҡылыусылар тип яманлаһалар ҙа, игелекле эштәрегеҙҙе күреп, Алла килгән көндө Уны данларҙар.


шулай уҡ енәйәтселәрҙе язаларға, изгелек ҡылыусыларҙы дәртләндерергә ебәрелгән идарасыларға буйһоноғоҙ.


әммә быны баҫалҡылыҡ һәм ихтирам, саф выждан менән эшләгеҙ. Шул ваҡытта һеҙгә яла яғыусылар һәм Мәсихтәге тел тейҙермәҫ йәшәү рәүешегеҙ өсөн хурлаусылар оятҡа ҡалыр.


Арағыҙҙан һис кем кеше үлтереүсе йәки ҡараҡ, яуызлыҡ ҡылыусы йәки башҡалар эшенә ҡыҫылыусы булараҡ ғазап сикмәһен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ