Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Тимофейға 2:26 - Изге Яҙма

26 шулай иткәндә, улар, иҫкә килеп, үҙ ихтыярына буйһондорған Иблис тоҙағынан ҡотолор.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

26 шулай иткәндә, улар иҫкә килеп үҙ ихтыярына буйһондорған Иблис тоҙағынан ҡотолор.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

26 шулай иткәндә, улар, иҫкә килеп, үҙ ихтыярына буйһондорған Иблис тоҙағынан ҡотолор.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Тимофейға 2:26
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы шайтанға былай тине: – Ярай, уның бар булғаны һинең ҡулыңда. Фәҡәт үҙенә генә ҡағылаһы булма. Шунан шайтан Раббы янынан китеп барҙы.


– Ярай, – тине Раббы шайтанға. – Ул һинең ҡулыңда. Тик йәнен генә алма.


Шуға Раббының һүҙҙәре улар өсөн: «Бойороҡ өҫтөнә бойороҡ, бойороҡ өҫтөнә бойороҡ. Өгөт өҫтөнә өгөт, өгөт өҫтөнә өгөт, Бер аҙ бынан, бер аҙ тегенән» икән, Йөрөмәксе булырҙар ҙа салҡан йығылып яраланырҙар; Тоҙаҡҡа төшөп, әсирлеккә китерҙәр.


Шуға күрә уға бөйөктәр араһында өлөш бирермен, Яумалды көслөләр менән бүлешер. Сөнки йәнен фиҙа ҡылды, Енәйәтселәр менән тиң һаналды. Бик күптәрҙең гонаһын үҙенең өҫтөнә алды, Енәйәтселәрҙең дә яҡлаусыһы булды».


Күптәр һөрөнөп йығылыр ҙа имгәнер, Тоҙаҡҡа төшөп тотолор.


Көслө кеше үҙ өйөн ҡорал менән һаҡлаған саҡта, уның милке хәүефһеҙлектә булыр.


Ниһайәт, ул аҡылына килеп: «Атайымдың нисәмә ялсыһы бар, уларҙың бөтәһе лә туйғансы ашай, хатта артып та ҡала, ә мин бында астан үлеп барам.


Шулай уҡ Шимғондың иптәштәре – Зәбәҙәйостың улдары Яҡуп менән Яхъяның да ҡото алынды. Ғайса Шимғонға: – Ҡурҡма, ошо ваҡыттан башлап кешеләр ауларһың, – тине.


Иблис Шимғон Искариот улы Йәһүҙәнең күңеленә Ғайсаға хыянат итеү фекерен һалғайны инде. Киске аш ваҡытында


Йәһүҙә һыныҡты ҡулына алыу менән уның эсенә Иблис инде. Ғайса уға: – Ҡылаһы эшеңде тиҙерәк ҡыл, – тине.


Әммә Петрус: – Һананиас! Ни өсөн һин Иблискә йөрәгеңә баш булырға ирек бирҙең? Аҡсаның бер өлөшөн йәшереп ҡалдырып, һин Изге Рухты алдарға уйланың, – тине. –


Тейешенсә айнып, гонаһ ҡылыуҙан туҡтағыҙ. Ҡайһы берҙәрегеҙ Алланы белмәй бит, мин быны һеҙҙе оялтыу өсөн әйтәм.


Шулай итеп, Иблис хәйләлә беҙҙе уҙҙыра алмаҫ. Беҙ уның ниәттәрен беләбеҙ бит.


ә яҡтылыҡта күренгән бар нәмә – үҙе үк яҡтылыҡ. Шуның өсөн дә: «Йоҡоға талған кеше, уян һәм үленән терел! Мәсих һиңә нур сәсер!» – тип әйтелгән.


Ул беҙҙе ҡараңғылыҡ хакимлығынан ҡотҡарҙы һәм Үҙенең ҡәҙерле Улының батшалығына алып инде.


Һуменайос менән Искәндәр ҙә шундайҙарҙан, мин уларҙы, көфөр һүҙҙәр һөйләүҙән тыйылып өйрәнһендәр өсөн, Иблис ҡулына тапшырҙым.


Ғәйеп тыуҙырмаҫ һәм Иблис тоҙағына эләкмәҫ өсөн, етәксенең сит кешеләр араһында ла даны яҡшы булыуы мотлаҡ.


Был ҙур аждаһа, Иблис йәки Шайтан тип аталған бөтә донъяны алдаусы боронғо йылан, ергә бәреп төшөрөлдө, уның менән бергә фәрештәләре лә ырғытылды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ