Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Тимофейға 1:4 - Изге Яҙма

4 Күҙ йәштәреңде иҫкә төшөрәм дә, һине күргем килеп китә, ул ваҡытта үҙемдең күңелем шатлыҡ менән тулыр ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

4 Хушлашҡан саҡтағы күҙ йәштәреңде иҫкә төшөрәм дә, һине күргем килеп китә, ул ваҡытта үҙемдең дә күңелем шатлыҡ менән тулыр ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Күҙ йәштәреңде иҫкә төшөрәм дә, һине күргем килеп китә, ул ваҡытта үҙемдең күңелем шатлыҡ менән тулыр ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Тимофейға 1:4
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ниндәй бәхетле улар менән һаҙағын тултырған кеше! Ҡала ҡапҡаһы төбөндә дошман менән сәкәләшкән саҡта Ул мәсхәрә булып ҡалмаясаҡ.


Сионда хәсрәткә батҡандарҙы хәстәрләргә – Уларға көл урынына – баш кейеме, Аһ-зар урынына – шатлыҡ майы, Төшөнкө рух урынына байрам кейемдәре бирергә ебәрҙе. Инде уларҙы Раббы Үҙе данын күрһәтеү өсөн ултыртҡан «Тоғролоҡ имәндәре» тип йөрөтөрҙәр.


Еткән ҡыҙҙар бейеп күңел асыр, Егеттәр һәм ҡарттар уйнап-көлөр. Мин уларҙың хәсрәтен ҡыуанысҡа әйләндерермен, Йыуатып, ҡайғы урынына шатлыҡ бирермен.


Шуның һымаҡ, һеҙ ҙә хәҙер ҡайғыраһығыҙ; әммә Мин һеҙҙе тағы күрермен, шунда күңелегеҙҙе шатлыҡ биләп алыр һәм ул шатлыҡты һеҙҙән бер кем дә тартып ала алмаҫ.


Бығаса һеҙ Минең исемемдән бер ни ҙә һораманығыҙ. Һорағыҙ һәм алырһығыҙ, күңелдәрегеҙ шатлыҡ менән тулыр.


Йәһүдтәрҙең яуыз ниәттәре арҡаһында килеп тыуған һынауҙарға ҡарамай, күндәмлек менән һәм күҙ йәштәремде түгеп, Раббыға хеҙмәт иттем.


Шуға күрә һаҡ булығыҙ, өс йыл буйы һеҙҙең һәр берегеҙгә күҙ йәштәрем аша көнө-төнө биргән нәсихәттәремде хәтерегеҙҙән сығармағыҙ.


Изге Рухтан алған фатихамды һеҙҙең менән уртаҡлашып, һеҙҙе нығытыр, йәғни уртаҡ иманыбыҙ нигеҙендә бер-беребеҙҙе ҡеүәтләндерер өсөн, һеҙҙе бик ныҡ күргем килә.


Барығыҙҙы ла Ғайса Мәсих һөйөүе менән яратыуыма һәм һағыныуыма Алла шаһит.


Сөнки ул барығыҙҙы ла һағына һәм, ҡаты ауырыуы тураһында ишетеүегеҙҙе белгәс, ныҡ күңелһеҙләнде,


Ә беҙ, имандаштар, аҙ ғына ваҡытҡа айырылышып торһаҡ та, күңелдәребеҙ менән гел бергә булдыҡ һәм ҙур теләк менән күрешергә ынтылып торҙоҡ.


Ҡыш еткәнсе килергә тырыш. Һиңә Әүбулус, Пудес, Линос, Клаудиә һәм башҡа имандаштарың да сәләм ебәрә.


Минең янға мөмкин тиклем тиҙерәк килергә тырыш,


һәм һеҙгә был турала ҡыуанысыбыҙ тулы булһын өсөн яҙабыҙ.


Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ, сөнки элеккеләр үтте инде.


Тәхет уртаһындағы Бәрәс уларға Көтөүсе булыр, тере һыулы шишмәләргә алып барыр, Алла уларҙың күҙендәге һәр тамсы йәште һөртөр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ