Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Тимофейға 1:3 - Изге Яҙма

3 Көнө-төнө доға ҡылып, һине туҡтауһыҙ иҫкә төшөргәндә, ата-бабаларым кеүек саф выждан менән үҙем дә хеҙмәт иткән Аллаға рәхмәт әйтәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

3 Көнө-төнө доға ҡылып, һине туҡтауһыҙ иҫкә төшөргәндә, ата-бабаларым кеүек саф намыҫ менән үҙем дә хеҙмәт иткән Аллаға рәхмәт әйтәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Көнө-төнө доға ҡылып, һине туҡтауһыҙ иҫкә төшөргәндә, ата-бабаларым кеүек саф выждан менән үҙем дә хеҙмәт иткән Аллаға рәхмәт әйтәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Тимофейға 1:3
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

тол ҡалған, һәм әле ул һикһән дүрт йәштә ине. Ханна һәр ваҡыт ураҙа тотоп, доға ҡылып, Алла йортонда көнө-төнө Аллаға хеҙмәт итте.


– Мин – йәһүд, – тине Паулус. – Киликияның Тарсос ҡалаһында тыуҙым, Йәрүсәлимдә тәрбиәләндем. Хөрмәтле Ғамалиилдың шәкерте булып, атайҙар ҡанунына ентекләп өйрәтелдем. Мин дә, бөгөнгө һеҙҙең һәммәгеҙ кеүек үк, Аллаға бик ныҡ бирелгән кеше.


Паулус Юғары кәңәшмә ағзаларына ҡарап: – Туғандар! – тине. – Бөгөнгө көнгәсә Алла ҡаршыһында саф выждан менән йәшәнем.


Әммә һинең алда шуны таныйым: улар Ғайсаның юлын ялған тәғлимәтле төркөм тип кенә әйтә, мин иһә Ғайсаның юлынан барып, аталарым Аллаһына хеҙмәт итәм, ҡанунға һәм пәйғәмбәрҙәр тарафынан яҙылғандарҙың бөтөнөһөнә ышанам.


Шуға күрә һәр ваҡыт Алла алдында һәм кешеләр ҡаршыһында саф выждан менән йәшәргә тырышам.


Минең йәштән үҙ халҡым араһында нисек йәшәүем һәм Йәрүсәлимдәге тормошом бөтә йәһүдтәргә тәүҙән үк мәғлүм.


Уҙған төндә миңә үҙем инанып хеҙмәт иткән Алланың бер фәрештәһе күренде.


Мәсих исеменән һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, һөйләгәндәрем ялған түгел, быны Изге Рух аша выжданым раҫлай:


Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.


ата-бабаларыбыҙ йолаларына мөкиббән бирелеп, халҡым араһында йәһүд динен тотҡан күп йәштәштәремә ҡарағанда алдынғыраҡ булғанымды ла ишеткәнегеҙ бар.


доғаларымда иҫкә алып, Аллаға һеҙҙең өсөн бер туҡтауһыҙ рәхмәт әйтәм


Һеҙҙең менән осрашыу һәм иманығыҙҙа ни етешмәһә, шуны биреү өсөн көнө-төнө ысын йөрәктән доға ҡылабыҙ.


иманыңды һәм саф намыҫыңды һаҡла, сөнки ҡайһы берәүҙәр, намыҫлылыҡтан баш тартып, имандарын һәләк итте.


Өгөтләүемдең маҡсаты – саф йөрәктән, таҙа выждандан һәм эскерһеҙ имандан килгән мөхәббәтте тыуҙырыу.


Яңғыҙ ҡалған ысын тол ҡатын Аллаға ғына өмөт бағлай һәм көнө-төнө Аллаға ялбарып доға ҡыла.


Лойс өләсәйеңдә һәм Әүникә әсәйеңдә булған шундай уҡ эскерһеҙ иманды хәтерләйем дә был имандың һиндә йәшәүенә ышанам.


Өҫтәүенә, Изге Яҙмаларҙы һин бала саҡтан уҡ беләһең бит, Ғайса Мәсихкә инаныу аша ҡотолорға улар һиңә аҡыл бирер.


Ғайса Мәсих үҙгәрешһеҙ – кисә лә, бөгөн дә, мәңгелектә лә Ул бер үк.


Миңә килгәндә инде, һеҙҙең өсөн Раббыға доға ҡылыуҙан ваз кисеп, Уға ҡаршы гонаһ эшләү ҡайҙа! Һеҙҙе артабан да яҡшы һәм хаҡ юлға өгөтләйәсәкмен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ