Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Тимофейға 1:14 - Изге Яҙма

14 Һиңә ышанып тапшырылған яҡшы нәмәне күңелдәребеҙҙә йәшәгән Изге Рух ярҙамы менән һаҡла.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

14 Һиңә ышанып тапшырылған яҡшылыҡты күңелдәребеҙҙә йәшәгән Изге Рух ярҙамы менән һаҡла.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Һиңә ышанып тапшырылған яҡшы нәмәне күңелдәребеҙҙә йәшәгән Изге Рух ярҙамы менән һаҡла.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Тимофейға 1:14
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әгәр һеҙ был донъяның байлығы менән хаҡ эш итә алмайһығыҙ икән, кем һеҙгә ысын байлыҡты ышанып тапшырыр?


Ул Яҡлаусы – Хәҡиҡәт Рухы. Донъя Уны күрмәгәнгә һәм белмәгәнгә күрә ҡабул итә алмай, ә һеҙ Уны беләһегеҙ, Ул һеҙҙең менән ҡалыр һәм күңелегеҙҙә булыр.


Бөтә яҡлап та өҫтөнлөгө ҙур. Иң элек Алла һүҙе уларға ышанып тапшырылған.


Әгәр Ғайсаны үленән терелткән Алланың Рухы һеҙҙә йәшәй икән, Мәсихте үленән терелткән Алла Үҙенең һеҙҙә йәшәүсе Рухы менән үлемле тәнегеҙгә лә тормош бирәсәк.


Гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса йәшәһәгеҙ, үләсәкһегеҙ. Ә Алла Рухы ярҙамында тәндең гонаһлы эштәрен үлтерһәгеҙ инде, ул саҡта йәшәйәсәкһегеҙ.


Әммә һеҙҙә Алла Рухы йәшәй икән, тимәк, һеҙ гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса түгел, ә Рух буйынса йәшәйһегеҙ. Әгәр берәйһендә Мәсих Рухы юҡ икән, тимәк, ул кеше Мәсихтеке түгел.


Һеҙ үҙегеҙҙең Алла йорто булыуығыҙҙы һәм һеҙҙә Алла Рухы йәшәүен белмәйһегеҙме ни?


Һеҙҙең тәнегеҙ – Изге Рух йорто. Изге Рухты һеҙгә Алла бирҙе, һәм Ул һеҙҙә йәшәй. Һеҙ инде үҙегеҙгә тәғәйен түгел. Быны белмәйһегеҙме ни?


Үҙ теләгем менән вәғәзләһәм, әжере булыр ине. Әммә үҙ теләгем менән башҡармайым икән, ни бары үҙемә ышанып тапшырылған хеҙмәтте үтәйем.


Шуға күрә хәҙер беҙ бер кемде лә кеше үлсәме менән үлсәмәйбеҙ. Мәсихкә элек кеше үлсәме менән ҡараһаҡ та, хәҙер инде улай ҡарамайбыҙ.


Киреһенсә, улар, сөннәтлеләр араһында Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу Петрусҡа йөкмәтелгән кеүек, сөннәтһеҙҙәр араһында вәғәзләү миңә тапшырылғанды күрҙеләр.


Һеҙ ҙә башҡалар менән бергә Алла Үҙенең Рухы менән йәшәгән торлаҡ булып төҙөләһегеҙ.


Шарап эсеп иҫермәгеҙ, сөнки ул боҙоҡлоҡҡа килтерә, киреһенсә, Изге Рух менән һуғарылығыҙ.


Һеҙҙе Юстос ҡушаматлы Йеһошуағ та сәләмләй. Улар – миңә күңел йыуанысы, хеҙмәттәштәрем араһында Алла Батшалығы өсөн минең менән хеҙмәт итеүсе берҙән-бер йәһүдтәр.


Мөбәрәк Алланың шөһрәте тураһындағы миңә ышанып тапшырылған Һөйөнөслө Хәбәрҙә был турала шулай тиелә.


Тимоҫеус! Үҙеңә ышанып тапшырылғанды һаҡла, Алланы һанға һуҡмаған буш һүҙҙәрҙән һәм, ғилем тип аталып та, дөрөҫлөккә тап килмәгән нәмәләрҙән ары тор.


Шул сәбәпле мин әле ғазап сигәм, ләкин оялмайым, сөнки Кемгә инанғанымды беләм һәм Уның миңә ышанып тапшырғанды килгән көнөнә тиклем һаҡлай алырына ышанам.


Минән күп шаһиттар алдында ишеткәндәреңде башҡаларҙы ла өйрәтерлек ышаныслы кешеләргә тапшыр.


Хәҡиҡәткә итәғәт итеп, һеҙ, имандаштарығыҙҙы туғандарса эскерһеҙ яратыр өсөн, йәндәрегеҙҙе паклағыҙ, шулай булғас, бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ