Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Петр 3:17 - Изге Яҙма

17 Ә һеҙ, һөйөклөләрем, был турала алдан уҡ белеп һаҡ булығыҙ. Әхлаҡһыҙ кешеләргә үҙегеҙҙе тура юлдан яҙҙырырға юл ҡуймағыҙ. Юҡһа үҙегеҙ торған ныҡлы нигеҙҙән ҡолап төшөрһөгөҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

17 Ә һеҙ, ҡәҙерлеләрем, был турала алдан уҡ белеп һаҡ булығыҙ. Әхлаҡһыҙ кешеләргә үҙегеҙҙе тура юлдан яҙҙырырға юл ҡуймағыҙ. Юҡһа үҙегеҙ торған ныҡлы нигеҙҙән ҡолап төшөр һөгөҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Ә һеҙ, һөйөклөләрем, был турала алдан уҡ белеп һаҡ булығыҙ. Әхлаҡһыҙ кешеләргә үҙегеҙҙе тура юлдан яҙҙырырға юл ҡуймағыҙ. Юҡһа үҙегеҙ торған ныҡлы нигеҙҙән ҡолап төшөрһөгөҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Петр 3:17
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡанатлы ҡоштарҙың күҙ алдында ау ҡороуҙан фәтүә юҡ.


Мин Һеҙгә икмәк тураһында түгел, фарисейҙар һәм саддукейҙар әсеткеһенән һаҡ булығыҙ, тинем! Был һеҙгә аңлашылмаймы ни? – тине.


– Ҡарағыҙ уны, фарисейҙар һәм саддукейҙар әсеткеһенән һаҡ булығыҙ! – тине Ғайса уларға.


Ялған пәйғәмбәрҙәрҙән һаҡланығыҙ: улар янығыҙға һарыҡ тиреһе ябынып килер, ә асылда йыртҡыс бүреләр улар.


Мин быны шуның өсөн әйттем: уларҙың ваҡыты еткәс, ошо хаҡта һөйләгәндәремде иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ. Элек быларҙы һөйләмәнем, сөнки һеҙҙең менән бергә инем.


Иман юлындағы кешеләр үҙҙәрен илселәрҙең тәғлимәтен өйрәнеүгә, аралашыуға, бергә икмәк бүлешеүгә, доғаға бағышланылар.


Ундай кешеләр Раббыбыҙ Мәсихкә түгел, ә үҙҙәренең ашҡаҙандарына хеҙмәт итә һәм, ышандырырлыҡ һүҙҙәр һөйләп, ялағайланып, ихлас күңеллеләрҙе алдай.


Шуның өсөн, аяғымда ныҡ баҫып торам, тип уйлаған һәр кем йығылмаҫ өсөн һаҡ булһын.


Шулай итеп, ҡәҙерле имандаштарым, Раббы эшенә һәр ваҡыт үҙегеҙҙе бағышлап һәм бар көсөгөҙҙө һалып, ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ, Раббы өсөн хеҙмәтегеҙҙең бушҡа булмағанын беләһегеҙ бит.


Әммә хәүефем бар: йылан Һауаны хәйләһе менән алдаған кеүек, һеҙҙең уй-фекерҙәрегеҙ ҙә, Мәсихкә ҡарата ихласлыҡтан һәм сафлыҡтан нисектер тайпылып, боҙолоп ҡуймаһын ине.


Һеҙ үҙегеҙҙе ҡанун менән аҡларға тырышаһығыҙ икән, тимәк, Мәсихтән айырылдығыҙ, Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалдығыҙ.


Мәкерле кешеләрҙең хәйләләренә, тәғлимәттәренә ышанып, төрлө яҡҡа борғолаған елдәр һәм тулҡындар ыңғайына һуғылып, алданып йөрөүсе сабый булыуҙан туҡтайыҡ.


Эт әҙәмдәрҙән һаҡланығыҙ! Яуызлыҡ ҡылыусыларҙан һаҡланығыҙ! Дөрөҫ булмаған сөннәтләүҙе талап итеүселәрҙән һаҡланығыҙ!


Тәнем менән янығыҙҙа булмаһам да, йәнем менән янығыҙҙамын, һеҙҙәге тәртипте һәм Мәсихкә булған иманығыҙҙың ныҡлығын күреп ҡыуанам.


Һаҡ булығыҙ: һеҙҙе берәйһе Мәсихкә түгел, ә әҙәм йолаларына һәм донъяның идара итеүсе көстәренә нигеҙләнгән буш һәм ялған фәлсәфә ҡороу менән ҡол итмәһен.


Һин үҙең дә унан һаҡлан, сөнки ул беҙ һөйләгәндәргә ҡырҡа ҡаршы килгәйне.


Сөнки беҙ – Мәсихтең арҡалаштары, тик баштағы ышанысыбыҙҙа аҙаҡҡаса ныҡ торған хәлдә генә.


Имандаштарығыҙҙың бөтә донъяла шундай уҡ ғазаптарға дусар ителеүен белеп, Иблискә ныҡлы иман менән ҡаршы тороғоҙ.


Ә әхлаҡһыҙ кешеләр араһында интеккән тәҡүә Лутты уларҙың аҙғынлығынан ҡотҡарған.


Һөйөклөләрем, мин инде һеҙгә икенсе хатымды яҙам. Был хаттарҙа мин, белгәндәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөп, саф уйҙарығыҙҙы уятам.


Шуға ла ниндәй бейеклектән түбән төшөүеңде иҫеңә төшөр һәм, тәүбә итеп, элекке эштәреңде башҡар. Тәүбә итмәһәң, яныңа килермен һәм шәмдәлеңде урынынан ҡуҙғатырмын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ