Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Петр 1:12 - Изге Яҙма

12 Шул сәбәптән, һеҙ быларҙы белһәгеҙ һәм ҡабул иткән хәҡиҡәттә ныҡ торһағыҙ ҙа, мин улар тураһында һәр ваҡыт хәтерегеҙгә төшөрөрмөн.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

12 Шул сәбәптән, һеҙ быларҙы белһәгеҙ һәм ҡабул иткән хәҡиҡәттә ныҡ торһағыҙ ҙа, мин улар тураһында һәр ваҡыт хәтерегеҙгә төшөрәсәкмен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Шул сәбәптән, һеҙ быларҙы белһәгеҙ һәм ҡабул иткән хәҡиҡәттә ныҡ торһағыҙ ҙа, мин улар тураһында һәр ваҡыт хәтерегеҙгә төшөрөрмөн.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Петр 1:12
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Берҙәмлектәрҙең иманы нығынды һәм иманға килеүселәрҙең һаны көндән-көн арта барҙы.


Имандаштарым, инде шуны әйтәм: Раббыла ҡыуаныс табығыҙ. Бер үк нәмәләр тураһында яҙыу миңә мәшәҡәт тыуҙырмай, ә һеҙҙе был күп бәләләрҙән һаҡлар.


Һеҙҙең иманығыҙ һәм мөхәббәтегеҙ күктәрҙә һеҙгә әҙерләнгән өмөтөгөҙгә нигеҙләнгән. Ул өмөт хаҡында һеҙ быға тиклем хәҡиҡәт һүҙендә – Һөйөнөслө Хәбәрҙә ишеттегеҙ.


Унда тамыр йәйегеҙ һәм төпләнегеҙ, үҙегеҙгә өйрәтелгән иман буйынса нығынығыҙ һәм рәхмәтле булыу һеҙҙе солғап алһын.


Үҙең ҡабул иткән иман һүҙҙәрен, яҡшы тәғлимәтте ныҡ тотоп, рухи ризыҡ менән туҡланып, имандаштарыбыҙға ла ошо нәсихәттәрҙе өйрәтһәң, Ғайса Мәсихтең һәйбәт хеҙмәтсеһе булырһың.


Шуға күрә хәтереңә төшөрәм: өҫтөңә ҡулдарымды ҡуйған саҡта үҙеңә Алла тарафынан бирелгән рухи бүләкте үҫтер.


Алла яҡтылығы һеҙҙе яңы ғына яҡтыртҡандан һуң булып үткән көндәрегеҙҙе, ул саҡтағы ғазаптарға түҙгән мәлдәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөгөҙ.


Төрлө ят тәғлимәттәргә үҙегеҙҙе ситкә тайпылдырырға юл ҡуймағыҙ. Йөрәгегеҙҙе Алланың мәрхәмәте менән нығытыу яҡшы, ә ризыҡ ашау тураһындағы ҡағиҙәләр менән түгел. Был ҡағиҙәләр уларҙы үтәүселәргә файҙа килтермәгән бит.


Бар мәрхәмәттең сығанағы булған һәм һеҙҙе Үҙенең Ғайса Мәсихтәге мәңгелек шөһрәтенә саҡырып алған Алла, һеҙ бер аҙ ғазап сиккәндән һуң, көсөгөҙҙө ҡайтарасаҡ, ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ һәм ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк.


Мин был ҡыҫҡа хатты, һеҙҙе дәртләндереп һәм Алланың ысын мәрхәмәте хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, үҙем ышаныслы тип һанаған имандашыбыҙ Силуан аша яҙып ебәрҙем. Шул мәрхәмәт менән ныҡ тороғоҙ.


Әлегә, ерҙә йәшәгән сағымда, хәтерегеҙҙе яңыртып тороуҙы бурысым тип һанайым.


Шуға күрә, мин арағыҙҙан киткәс тә, быларҙы һәр ваҡыт иҫкә алырһығыҙ, тип тырышам.


Һөйөклөләрем, мин инде һеҙгә икенсе хатымды яҙам. Был хаттарҙа мин, белгәндәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөп, саф уйҙарығыҙҙы уятам.


Ә һеҙ, һөйөклөләрем, был турала алдан уҡ белеп һаҡ булығыҙ. Әхлаҡһыҙ кешеләргә үҙегеҙҙе тура юлдан яҙҙырырға юл ҡуймағыҙ. Юҡһа үҙегеҙ торған ныҡлы нигеҙҙән ҡолап төшөрһөгөҙ.


Мин һеҙгә хәҡиҡәтте белмәгәнегеҙ өсөн түгел, киреһенсә, уны белгәнегеҙ һәм хәҡиҡәттән һис ниндәй ялған килмәгәнен аңлағанығыҙ өсөн яҙҙым.


сөнки хәҡиҡәт беҙҙә йәшәй һәм мәңге беҙҙең менән ҡаласаҡ.


Ә һеҙ, һөйөклөләрем, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең илселәренең юрап әйткән һүҙҙәрен иҫкә алығыҙ.


Һөйөклөләрем! Һеҙгә үҙебеҙҙең уртаҡ ҡотҡарылыуыбыҙ хаҡында яҙырға бик теләһәм дә, Алланың изге халҡына бер тапҡыр һәм ғүмерлеккә бирелгән иманды яҡлап алып ҡалығыҙ, тип үтенеүҙе кәрәк таптым.


Быларҙың барыһын да белһәгеҙ ҙә, хәтерегеҙгә төшөрөргә теләйем: Раббы халыҡты Мысырҙан алып сығып ҡотҡарһа ла, араларындағы Уға ышанмаған кешеләрҙе аҙаҡ һәләк иткән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ