Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 9:5 - Изге Яҙма

5 Шуға күрә имандаштарыбыҙҙың янығыҙға иртәрәк барыуҙарын һәм алдан вәғәҙә ителгән бүләгегеҙҙе әҙерләп ҡуйыуҙарын үтенеп һорауҙы кәрәк тип таптым. Шул рәүешле ул һаранлыҡ тойғоһо уятҡан меҫкен йыйым түгел, ә йомарт бүләк булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

5 Шуға күрә имандаштарҙан янығыҙға алдан уҡ барыуҙарын һәм килеүемә күптән вәғәҙә иткән иғәнәгеҙҙе әҙерләп ҡуйыуҙарын үтенеп һорауҙы кәрәк тип таптым. Шул рәүешле һаранлыҡ тойғоһо уятҡан меҫкен йыйым түгел, ә йомарт бүләк йыйыласаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Шуға күрә имандаштарыбыҙҙың янығыҙға иртәрәк барыуҙарын һәм алдан вәғәҙә ителгән бүләгегеҙҙе әҙерләп ҡуйыуҙарын үтенеп һорауҙы кәрәк тип таптым. Шул рәүешле ул һаранлыҡ тойғоһо уятҡан меҫкен йыйым түгел, ә йомарт бүләк булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 9:5
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бүләгемде ҡабул ит. Алла һәммәһен дә йомарт бирҙе миңә, бөтә нәмәм дә бар. Яҡуп бик ҡыҫтағанға күрә, Ғаяз бүләктәрҙе алырға риза булды.


Нағаман, оҙатып йөрөүселәрен эйәртеп, Ильясиғин янына ҡабат килде. Уның ҡаршыһына баҫып: – Инде мин Исраилдан башҡа донъяның бер ерендә лә Алла юҡлығын белдем, – тине. – Мин ҡолоңдоң бүләктәрен ҡабул итеп алһаңсы.


Мин килгәс хәйер йыйып йөрөмәҫ өсөн, һәр берегеҙ аҙнаның беренсе көнөндә, үҙ хәленә ҡарап, табышының бер өлөшөн айырып ҡуйһын һәм һаҡлауға һалһын.


Шуға күрә беҙ Титустан, был изгелекле эште нисек башлаған булһа, арағыҙҙа шулай уҡ тамамлап ҡуйыуын үтендек.


Шулай ҙа, был эштә һеҙҙең менән бушҡа маҡтанмаҫ, ә әйткәнемсә, килгәнемдә йыйған иғәнәгеҙ әҙер булһын өсөн, имандаштарҙы янығыҙға ебәрәм.


Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: наҡыҫ сәскән кеше уңышты аҙ алыр, ә мул сәскән күп алыр.


Быны мин бүләк өмөт иткәндән әйтмәйем, ә Алла алдында табыштарығыҙҙың һеҙҙең файҙаға ишәйеүен генә теләйем.


– Миңә фатихаңды күндерһәңсе, – тине Ғахса. – Һин миңә Негевта ер бирҙең, хәҙер инде һыу сығанаҡтары ла бирһәң ине. Калев уға шул ерҙәге үрге һәм түбәнге һыу сығанаҡтарын бирҙе.


Бына мин ҡолоңдан хакимыма килтерелгән ниғмәттәр. Улар эргәңдә йөрөгән егеттәргә бирелһен.


Дауыт Сиҡлағҡа ҡайтты һәм: – Раббының дошмандарынан алынған малдарҙан бүләк, – тип табышынан үҙенең дуҫтары – Йәһүҙә аҡһаҡалдарына өлөш ебәрҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ