Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 9:15 - Изге Яҙма

15 Әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур бүләге өсөн Аллаға рәхмәт!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

15 Әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур бүләге өсөн Аллаға рәхмәт!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур бүләге өсөн Аллаға рәхмәт!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 9:15
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әйтегеҙ: «Ҡотҡар беҙҙе, эй Аллам, Беҙҙең ҡотҡарыусыбыҙ! Беҙ мөҡәддәс исемеңә шөкөр итһен, Һинең шөһрәтең менән маҡтанһын өсөн Йыйып ал беҙҙе ҡәүемдәр араһынан, азат ит».


Раббыға шөкөр итегеҙ, исеме менән саҡырығыҙ, Ғәмәлдәрен халыҡтар араһында иғлан итегеҙ!


Дошмандарым арҡаһында мин хур булдым, Хатта яҡындарым араһында. Мине күреп таныштарҙың ҡото оса, Урамда осрағандар боролоп ҡаса.


Ҡаям да Һин, ҡәлғәм дә Һин! Етәклә, исемең хаҡына юл күрһәт миңә.


Раббы – батша! Ул ҡеүәтенә бөркәнеп, ҡөҙрәт менән билен быуған, Донъяны ҡаҡшамаҫлыҡ итеп ныҡ ҡорған.


Инде Ул былай ти: «Яҡуп ырыуҙарын аяҡҡа баҫтырыу, Иҫән ҡалған исраилдарҙы ҡайтарыу өсөн, Ҡолом булыуың ғына етмәгән, Ҡотҡарыуым ер йөҙөнөң Иң алыҫ төбәктәренә барып етһен тип, Һине халыҡтар өсөн яҡтылыҡ сығанағы итәсәкмен».


Сөнки беҙҙең өсөн сабый тыуҙы – Беҙгә бер улан бирелде. Хакимлыҡ уның яурынында булыр, Уның исеме Ғәжәйеп Кәңәшсе, Ҡөҙрәтле Алла, Мәңгелек Ата, Именлек Хакимы тип аталыр.


– Бейек күктәрҙәге Аллаға дан! Алла Үҙе һайлап алған һәм яратҡан кешеләргә ерҙә именлек булһын!


Ошо ваҡытта Ханна, улар янына килеп, Алланы данлап, Йәрүсәлимдең ҡотҡарылыуын көткән кешеләрҙең бөтәһенә лә Бала тураһында һөйләп бирҙе.


Уның сикһеҙ мәрхәмәтенән беҙ барыбыҙ ҙа мәрхәмәт өҫтөнә мәрхәмәт алдыҡ.


Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе.


Тик Әҙәмдең енәйәтен Алланың бүләге менән сағыштырып булмай. Берәүҙең гонаһы күпме кешене үлемгә дусар иткән, әммә Алланың мәрхәмәте һәм бер Кеше – Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте менән бирелгән бүләк күптәр өсөн тағы ла ҙурыраҡ бүләк була.


Гонаһтың әжере – үлем, ә Алланың бүләге – Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә мәңгелек тормош.


Йәлләмәйенсә, Үҙ Улын бөтәбеҙ өсөн үлемгә биргән Алла Уның менән бергә башҡа нәмәләрҙе беҙгә лә бүләк итмәҫме?


Әммә, Аллаға шөкөр, Ул Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша беҙгә еңеү бирә.


Беҙҙе һәр ваҡыт Мәсихтең еңеү тантанаһында йөрөтөүсе һәм беҙҙең аша һәр ерҙә Мәсих хаҡында хуш еҫтәй белем таратыусы Аллаға рәхмәт яуһын.


Һеҙ бөтөн нәмәлә байырһығыҙ һәм шуның менән башҡаларға һәр ваҡыт ярҙам итә алырһығыҙ. Улар беҙҙең аша тапшырылған йомарт бүләк өсөн Аллаға рәхмәт яуҙырыр.


Һеҙҙең өсөн доға ҡылғанда, Алла һеҙгә мул итеп яуҙырған мәрхәмәт арҡаһында, улар күңелдәре менән янығыҙға ашҡыныр.


бөтә нәмә өсөн дә һәр ваҡыт Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме аша Атабыҙ Аллаға рәхмәт әйтегеҙ.


Һәр игелекле һәм камил бүләк юғарынан, күк яҡтылыҡтары Атаһынан килә. Уның янында үҙгәреш юҡ һәм яҡтыһы күләгәгә әйләнмәй.


Йән эйәләре тәхеттә Ултырыусыға, мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсегә дан, хөрмәт һәм рәхмәт белдергән һайын,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ