Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 9:13 - Изге Яҙма

13 Ышанысығыҙҙың ихласлығын иҫбат иткән был хеҙмәтегеҙҙе күреп, һеҙ асыҡтан-асыҡ һөйләп биргән Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәргә күндәм булыуығыҙ, үҙҙәре һәм башҡалар менән йомарт уртаҡлашыуығыҙ өсөн, кешеләр Алланы данлай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

13 Ышанысығыҙҙың ихласлығын иҫбат иткән был хеҙмәтегеҙҙе күреп, һеҙ асыҡтан-асыҡ һөйләп биргән Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәргә итәғәтле булыуығыҙ, үҙҙәре һәм башҡалар менән йомарт уртаҡлашыуығыҙ өсөн, кешеләр Алланы данлай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Ышанысығыҙҙың ихласлығын иҫбат иткән был хеҙмәтегеҙҙе күреп, һеҙ асыҡтан-асыҡ һөйләп биргән Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәргә күндәм булыуығыҙ, үҙҙәре һәм башҡалар менән йомарт уртаҡлашыуығыҙ өсөн, кешеләр Алланы данлай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 9:13
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙҙең яҡтылығығыҙ ҙа кешеләр алдында шулай балҡыһын, һәм шул мәлдә улар яҡшы ғәмәлдәрегеҙҙе күрер ҙә күктәге Атағыҙҙы данлар.


Быны күргән халыҡ ҡурҡыуға ҡалды һәм кешеләргә ошондай вәкәләт биргән Алланы данланы.


Ни өсөн һеҙ Миңә: «Хакимым, Хакимым», – тип өндәшәһегеҙ, ә үҙегеҙ әйткәндәремде үтәмәйһегеҙ?


Һеҙ күп емеш килтерәһегеҙ һәм Минең шәкерттәрем булаһығыҙ икән, бының менән Минең Атам данланыр.


Быны ишеткәс, бөтәһе лә тынысланды. Шунан Алланы данлап: – Тимәк, йәшәүгә алып барған тәүбә юлын Алла башҡа халыҡтарға ла асҡан, – тинеләр.


Юғары кәңәшмә ағзалары, яза бирерлек сәбәп таба алмағас, тағы бер тапҡыр янап, Петрус менән Яхъяны сығарып ебәрҙе. Сөнки булған хәл айҡанлы бөтөн халыҡ Алланы данлай ине.


Әммә Һөйөнөслө Хәбәрҙе бөтөнөһө лә ҡабул итмәне, Ишағыяһ былай ти бит: «Раббым! Беҙ һөйләгән хәбәргә кем ышанды?»


Күңел күтәреү бүләге бирелә икән, күтәрһен, үҙенекен башҡалар менән уртаҡлашһа, эскерһеҙ уртаҡлашһын; етәксе һәләтенә эйә икән, эшендә тырышлыҡ күрһәтһен, шәфҡәткә эйә булһа, шатланып шәфҡәт күрһәтһен.


Йәһүҙиәләге иманһыҙҙарҙың миңә зыяны теймәһен һәм Йәрүсәлимдәге имандаштар мин алып барған аҡсалата ярҙамды яҡшы ҡабул итһен өсөн доға ҡылығыҙ.


Алланы танып белеүгә ҡаршы тәкәббер рәүештә күтәрелгән төрлө ҡаршылыҡтарҙы емерәбеҙ һәм һәр төрлө уй-ниәтте эләктереп алып, Мәсихкә буйһондорабыҙ.


Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә тип Троас ҡалаһына килгәс, Раббы миңә ишекте асып ҡуйған.


Улар беҙҙән Алланың изгеләренә ярҙам итеүҙә ҡатнаштырырға рөхсәт итеүебеҙҙе, оло мәрхәмәт һанап, ныҡышып һоранылар.


Һеҙҙең өсөн доға ҡылғанда, Алла һеҙгә мул итеп яуҙырған мәрхәмәт арҡаһында, улар күңелдәре менән янығыҙға ашҡыныр.


Һәм минең өсөн Алланы данлағандар.


Иман өсөн изге көрәш алып бар, мәңгелек тормошҡа эйә булыуға өлгәш. Алла һине ошоға саҡырҙы, һәм һин күп шаһиттар алдында үҙеңдең тоғро иманыңды раҫланың.


Бар тереклеккә йән биреүсе Алла алдында һәм, тоғро иманын раҫлап, Понтиос Пилатос ҡаршыһында шаһитлыҡ биргән Ғайса Мәсих алдында һиңә аманат әйтәм:


Беҙгә өмөт биргән иманды тотоуыбыҙҙа ныҡ торайыҡ, сөнки вәғәҙә биргән Зат – тоғро.


Кешеләргә изгелек эшләүҙе һәм башҡалар менән уртаҡлашыуҙы онотмағыҙ – нәҡ шундай ҡорбандар Алла тарафынан хуплана.


Шуға күрә һеҙ, изге имандаштар, күктәр тарафынан саҡырылған хеҙмәттәштәр, беҙ тотҡан имандың Илсеһе һәм Баш Ҡаһины Ғайса тураһында ентекләп уйлағыҙ.


Беҙҙең күктәрҙән юғары күтәрелгән бөйөк Баш Ҡаһиныбыҙ – Алла Улы Ғайса булғанлыҡтан, әйҙәгеҙ иманыбыҙҙа ныҡ торайыҡ.


һәм, камиллыҡҡа өлгәшкәндән һуң, Үҙенә тыңлаусан булған бөтөнөһө өсөн дә мәңгелек ҡотолоу сығанағына әйләнде.


Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша ҡаһиндары, мөҡәддәс халыҡ, Алланың Үҙ халҡы.


Кемгәлер һөйләү оҫталығы бирелгән икән, Алланан килгән һүҙҙәр менән һөйләһен; кемгәлер хеҙмәт итеү оҫталығы бирелгән икән, Алла биргән көс менән хеҙмәт итһен. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша һәр ниҙә Алланың шөһрәте күтәрелер. Мәсихкә мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын! Амин!


Ҡәйнәһе уға: – Бөгөн ҡайҙа башаҡ йыйҙың? Ҡайҙа эшләнең? Һиңә яҡшылыҡ күрһәткән кешегә рәхмәт яуһын, – тине. Рут ҡәйнәһенә ҡайҙа эшләгәнен һөйләне: – Бөгөн мин баҫыуында башаҡ йыйған кешенең исеме Боғаз, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ