Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 8:6 - Изге Яҙма

6 Шуға күрә беҙ Титустан, был изгелекле эште нисек башлаған булһа, арағыҙҙа шулай уҡ тамамлап ҡуйыуын үтендек.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

6 Шуға күрә беҙ Титтан, был изгелекле эште нисек башлаған булһа, арағыҙҙа шулай уҡ тамамлап ҡуйыуын үтендек.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Шуға күрә беҙ Титустан, был изгелекле эште нисек башлаған булһа, арағыҙҙа шулай уҡ тамамлап ҡуйыуын үтендек.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 8:6
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бер нисә йылдан һуң, үҙ халҡыма хәйер-саҙаҡа биреү һәм Аллаға ҡорбан килтерер өсөн, Йәрүсәлимгә ҡайттым.


Ә хәҙер, имандаштарға хеҙмәт итеү өсөн, Йәрүсәлимгә юлланам,


Мин Титустың янығыҙға барыуын үтендем һәм уның менән бер имандашыбыҙҙы ебәрҙем. Титус һеҙҙе файҙаландымы әллә? Беҙ бер үк рух менән эш иттек түгелме ни? Бер үк юлда йөрөмәнекме?


Тик унда имандашым Титусты таба алмағанлыҡтан, күңелем тыныслана алманы. Шуға күрә, имандаштар менән хушлашып, Македонияға юл алдым.


Мин был мәсьәләгә ҡарата кәңәш кенә бирәм: былтыр башлаған эшегеҙҙе тамамлап ҡуйығыҙ, ул һеҙгә файҙа ғына килтерә. Уны һеҙ беренселәрҙән булып башҡарып ҡына ҡалманығыҙ, беренселәрҙән булып ниәтләнегеҙ ҙә.


Ул, өҫтәүенә, Раббының даны һәм тырышлығыбыҙҙы күрһәтеү хаҡына башҡара торған изгелекле эшебеҙҙә берҙәмлектәр тарафынан беҙгә юлдаш итеп тә һайланған.


Титусҡа килгәндә, ул – минең иптәшем һәм һеҙҙең арағыҙҙа хеҙмәттәшем. Уны оҙатып барасаҡ ҡалған имандаштарыбыҙға килгәндә, улар – имандаштар берҙәмлектәренең вәкилдәре, Мәсихтең даны.


Улар беҙҙән Алланың изгеләренә ярҙам итеүҙә ҡатнаштырырға рөхсәт итеүебеҙҙе, оло мәрхәмәт һанап, ныҡышып һоранылар.


Шуға күрә имандаштарыбыҙҙың янығыҙға иртәрәк барыуҙарын һәм алдан вәғәҙә ителгән бүләгегеҙҙе әҙерләп ҡуйыуҙарын үтенеп һорауҙы кәрәк тип таптым. Шул рәүешле ул һаранлыҡ тойғоһо уятҡан меҫкен йыйым түгел, ә йомарт бүләк булыр.


Мин бөтә нәмәне лә тулыһынса, хатта артығы менән алдым. Әпәфродитос аша һеҙ ебәргәндәрҙең барыһын да алдым һәм тулыһынса тәьмин ителдем. Улар хуш еҫле, Алла күңеленә ятышлы, Уға яраҡлы ҡорбан.


Алланан ниндәй бүләк алған булһағыҙ, һәр ҡайһығыҙ шул һәләт менән бер-берегеҙгә хеҙмәт итегеҙ. Яҡшы идарасылар кеүек, Алла тарафынан бирелгән төрлө һәләттәрҙе ҡулланығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ