Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 8:2 - Изге Яҙма

2 Уларҙың ауыр һынауҙар араһында ҡыуаныстары сиктән ашҡан, үтә фәҡирлектә йәшәһәләр ҙә, йомартлыҡтары иҫ киткес.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

2 Уларҙың, ауыр һынау ебәрелһә лә, ҡыуаныстары сиктән ашҡан, үтә фәҡирлектә йәшәһәләр ҙә, йомартлыҡтары иҫ киткес.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Уларҙың ауыр һынауҙар араһында ҡыуаныстары сиктән ашҡан, үтә фәҡирлектә йәшәһәләр ҙә, йомартлыҡтары иҫ киткес.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 8:2
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йомарт кеше етеш йәшәр, сарсағанға һыу биреүсенең үҙенә лә һыу бирерҙәр.


Үҙ мөлкәтемде үҙем теләгәнсә тотонорға хаҡым юҡмы ни? Әллә йомартлығымдан көнләшәһеңме?»


Күңел күтәреү бүләге бирелә икән, күтәрһен, үҙенекен башҡалар менән уртаҡлашһа, эскерһеҙ уртаҡлашһын; етәксе һәләтенә эйә икән, эшендә тырышлыҡ күрһәтһен, шәфҡәткә эйә булһа, шатланып шәфҡәт күрһәтһен.


Әллә, Алланың яҡшылығы һине тәүбәгә йүнәлткәнен аңламайынса, Уның оло изгелеген, түҙемлеген һәм сабырлығын һанға һуҡмайһыңмы?


Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.


Һынауҙы үтә алдығыҙмы, йәғни бөтә нәмәлә лә тыңлаусанһығыҙмы, икәнен белеү өсөн яҙҙым хатымды.


көйөндөрһәләр ҙә, һәр ваҡыт һөйөнәбеҙ; ярлы булһаҡ та, күптәрҙе байытабыҙ; бер нәмәбеҙ булмаһа ла, бөтә нәмәгә эйәбеҙ.


Һеҙ бөтөн нәмәлә байырһығыҙ һәм шуның менән башҡаларға һәр ваҡыт ярҙам итә алырһығыҙ. Улар беҙҙең аша тапшырылған йомарт бүләк өсөн Аллаға рәхмәт яуҙырыр.


Ышанысығыҙҙың ихласлығын иҫбат иткән был хеҙмәтегеҙҙе күреп, һеҙ асыҡтан-асыҡ һөйләп биргән Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәргә күндәм булыуығыҙ, үҙҙәре һәм башҡалар менән йомарт уртаҡлашыуығыҙ өсөн, кешеләр Алланы данлай.


Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмәгә бирәсәк ерҙә Уның әйткәндәрен тыңлаһағыҙ, бөгөн һеҙгә белдергән бөтә бойороҡтарын үтәһәгеҙ, Ул һеҙгә үҙенең мул фатихаһын бирер. Шуға күрә арағыҙҙа ярлылар булмаҫҡа тейеш.


Һәм һеҙ, беҙҙе һәм Раббыны өлгө итеп алып, күп ғазаптар кисерһәгеҙ ҙә, был Хәбәрҙе Изге Рухтан килгән ҙур шатлыҡ менән ҡабул иттегеҙ.


Имандаштар, һеҙ ҙә Йәһүҙиәлә урынлашҡан, Ғайса Мәсихтәге Алла берҙәмлектәре кеүек булдығыҙ, сөнки улар йәһүдтәрҙән нисек яфа сикһә, һеҙ ҙә үҙ милләттәштәрегеҙҙән ыҙа күрҙегеҙ.


Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм батшалыҡҡа эйә булһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни?


Һинең хәсрәттәреңде һәм фәҡирлегеңде беләм, әммә һин бай! Үҙҙәрен йәһүд тип атаусыларҙың һине хурлауҙарын да беләм. Асылда улар йәһүдтәр түгел, ә Иблис йыйыны.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ