Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 6:11 - Изге Яҙма

11 Коринҫостар! Һеҙгә асыҡтан-асыҡ өндәштек, йөрәктәребеҙ һеҙҙең өсөн шар асыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

11 Коринфтағы имандаштарыбыҙ! Һеҙгә асыҡтан-асыҡ өндәштек, йөрәктәребеҙ һеҙҙең өсөн киң асыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Коринҫостар! Һеҙгә асыҡтан-асыҡ өндәштек, йөрәктәребеҙ һеҙҙең өсөн шар асыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 6:11
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әйтәйем дә, эсем бушап ҡалыр; Ауыҙ асайым да яуап ҡайтарайым.


Быны күреп йөҙөң балҡып китер, Йөрәгең ҡыуаныстан талпыныр; Сөнки диңгеҙ хазиналарын һиңә килтерерҙәр, Ҡәүемдәрҙең бар байлығы һиңә булыр.


Бынан бер көн элек, кискеһен, ул ҡасҡын яныма килгәнгә тиклем, Раббының ҡулы өҫтөмдә ине. Иртәнсәк ул кеше яныма килмәҫтән алда Раббы телемде асты. Телем асылды, инде телһеҙ түгел инем.


Байлыҡ алдатҡыс ул, Уның артынан ҡыуыусы тынғы белмәй. Ауыҙы уның үлеләр донъяһы кеүек асыҡ, Үлем һымаҡ, һаман туйыу белмәҫ. Бөтә халыҡтарҙы үҙенә йыя, Барлыҡ ҡәүемдәрҙе үҙенә туплай».


Бынан һуң Паулус, Афинанан китеп, Коринҫос ҡалаһына килде.


Ғибәҙәтхана башлығы Криспос иһә үҙенең бөтә ғаиләһе менән Раббыға инанды. Күп кенә коринҫостар ҙа, Паулустың һөйләгәндәрен ишетеп, иманға килде һәм һыуға сумдырылыу йолаһын үтте.


Һеҙҙең өсөн мин үҙемдә булғандың бөтөнөһөн, хатта үҙемде лә ҙур теләк менән сарыф итермен. Мин һеҙҙе нығыраҡ яратып, һеҙ мине кәмерәк яратаһығыҙмы?


Оло ҡайғы һәм йөрәк әрнеүе менән, күҙ йәштәремә мансылып яҙҙым мин уны, тик күңелегеҙҙе төшөрөргә тип түгел, ә һеҙгә булған көслө мөхәббәтемде белдерер өсөн.


Эй аҡылһыҙ галаттар! Һеҙҙең башығыҙҙы кем бутаны? Ғайса Мәсих һеҙҙең күҙ алдында арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған килеш асыҡ тасуирланғайны бит!


Имандаштар, үтенеп һорайым, минең кеүек булығыҙ, сөнки мин дә һеҙҙең кеүекмен. Һеҙ мине бер ни менән дә үпкәләтмәнегеҙ.


Һөйөнөслө Хәбәрҙең серен тәүәккәл белдереүемде теләп, һөйләгән саҡта кәрәкле һүҙҙәр табылып торһон тип, минең өсөн дә доға ҡылығыҙ.


Раббынан һәр кем – ҡолмо ул, ирекле кешеме, – эшләгән яҡшылыҡтары өсөн әжер аласағын беләһегеҙ.


Барығыҙҙы ла Ғайса Мәсих һөйөүе менән яратыуыма һәм һағыныуыма Алла шаһит.


Һеҙ үҙегеҙ, Филиппойҙа йәшәүселәр, беләһегеҙ, Һөйөнөслө Хәбәр таратып, Македониянан киткәс, һеҙҙән башҡа бер генә имандаштар берҙәмлегенән дә хеҙмәтем өсөн матди ярҙам алманым.


«Тиҙҙән Мин киләсәкмен. Һәр кемгә үҙ эштәренә ҡарап бирер өсөн әжерҙе Үҙем менән алып килермен.


Ханна Раббыға былай тип доға ҡылды: «Раббы йөрәгемә шатлыҡ бирҙе. Раббы менән көс-ҡеүәтем артты. Дошмандар алдында ауыҙ йырам, Сөнки ҡотҡарыуыңа ҡыуанам.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ