Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 5:18 - Изге Яҙма

18 Быларҙың һәммәһе лә Алланан, Ул беҙҙе Мәсих аша Үҙе менән татыулаштырҙы һәм татыулаштырыу хеҙмәтен беҙгә тапшырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

18 Быларҙың һәммәһе лә Алланан, Ул иһә беҙҙе Мәсих аша Үҙе менән татыулаштырҙы һәм татыулаштырыу хеҙмәтен беҙгә тапшырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Быларҙың һәммәһе лә Алланан, Ул беҙҙе Мәсих аша Үҙе менән татыулаштырҙы һәм татыулаштырыу хеҙмәтен беҙгә тапшырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 5:18
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тауҙар артылып хәбәр килтереүсенең Аяҡтары ниндәй күркәм! Ул тыныслыҡ тураһында һөйөнсө, Ҡотолоу хаҡында хәбәр алып килә. Сион халҡына: «Аллағыҙ батшалыҡ итә», – тип белдерә.


Маҡтау һүҙҙәре һалырмын. Йыраҡтағы-яҡындағыға ла тыныслыҡ-именлек булһын! Барыһын да шифалармын», – ти Раббы.


Исраилдың мул һыулы утлауҙарындағы көтөүҙән ике йөҙ һарыҡтан бер һарыҡ алыныр. Халыҡты гонаһтарынан паклар өсөн уларҙы тотош яндырыу ҡорбаны, икмәк саҙаҡаһы һәм татыулыҡ ҡорбаны итеп килтерегеҙ, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Енәйәттәрҙе туҡтатыу, Гонаһығыҙ юйылһын, Ғәйебегеҙ йолонһон өсөн, Мәңгелеккә дөрөҫлөк урынлашһын, Күренмешең һәм пәйғәмбәрлегең Раҫланып мисәтләнһен, Иң мөҡәддәс урын изгеләнһен өсөн, Һинең халҡыңа һәм изге ҡалаңа Етмеш тапҡыр етешәр йыл ваҡыт билдәләнде.


Әммә изге урынды паклау йолаһын башҡарыу өсөн ҡаны Осрашыу сатырына индерелгән гонаһ ҡорбанының итен ашарға ярамай. Ул утта яндырылырға тейеш.


Ингән һәр өйөгөҙҙә иң тәүҙә: «Был йортҡа именлек булһын», – тип әйтегеҙ.


шулай уҡ Йәрүсәлимдән башлап, барлыҡ халыҡтарға тәүбәгә килеү һәм гонаһтары ярлыҡаныу хәбәре Уның исеменән вәғәзләнергә тейеш.


Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе.


Яхъя былай тип яуапланы: – Күктән бирелмәһә, кеше бер нәмә лә ала алмай.


Алла, Ғайса Мәсих аша килгән тыныслыҡ хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләп, Исраил халҡына Үҙенең һүҙен ебәрҙе. Ғайса – бөтәһенең Хакимы.


Бар нәмә Унан, Уның аша һәм Уға табан йүнәлгән. Уға мәңгелек дан! Амин.


Шулай итеп, беҙ иман аша аҡланыу алғас, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Алла менән беҙҙең арала татыулыҡ урынлашты.


Әммә һеҙ хәҙер Алла арҡаһында Ғайса Мәсихтәһегеҙ. Ғайса Мәсих беҙҙең өсөн Алланан килгән зирәк аҡыл булды. Ул – беҙҙең аҡланыуыбыҙ, изгелегебеҙ һәм гонаһтарҙан йолоп алыныуыбыҙ.


Ҡатын ирҙән ҡылынһа ла, ир ҡатындан тыуа, әммә бөтә нәмә лә Алланан барлыҡҡа килә.


Ғәмәлдәрҙең төрлөһө бар, әммә уларҙың барыһын да беҙҙә бер үк Алла булдыра.


Кем ул Аполлос? Кем ул Паулус? Улар фәҡәт хеҙмәтселәр генә. Раббының һәр береһенә ниндәй бурыс йөкмәтеүенә ҡарап, һеҙ улар аша иманға килдегеҙ.


Аллабыҙ берәү генә – беҙҙең Атабыҙ. Бөтә нәмә – Унан, Ул беҙҙең йәшәйешебеҙҙең маҡсаты. Раббыбыҙ ҙа берәү – Ғайса Мәсих, бөтә нәмә Уның аша булдырылды һәм беҙ Уның аша йәшәйбеҙ.


әле Үҙе алдында изге, кәмселекһеҙ һәм ғәйепһеҙ тормош алып барыусы итеп ҡуйыу өсөн, Мәсихтең кеше тәнендәге үлеме аша Үҙе менән татыулаштырҙы.


Шуға күрә Ул кешеләрҙе гонаһтарынан йолоп алыу маҡсатында, Аллаға хеҙмәт итеүҙә шәфҡәтле һәм тоғро Баш Ҡаһин булыр өсөн, һәр йәһәттән туғандарына оҡшарға тейеш булды.


Һәр игелекле һәм камил бүләк юғарынан, күк яҡтылыҡтары Атаһынан килә. Уның янында үҙгәреш юҡ һәм яҡтыһы күләгәгә әйләнмәй.


Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙға, беҙҙең генә түгел, бәлки бөтә донъя гонаһтарына Үҙе аша ярлыҡау килтергән ҡорбан булды.


Мөхәббәт шунан ғибәрәт: ул – беҙҙең Алланы яратыуыбыҙҙа түгел, ә Уның беҙҙе яратыуында һәм, гонаһтарыбыҙ ярлыҡанһын өсөн, ҡорбан итеп Үҙенең Улын ебәреүендә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ