Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 2:9 - Изге Яҙма

9 Һынауҙы үтә алдығыҙмы, йәғни бөтә нәмәлә лә тыңлаусанһығыҙмы, икәнен белеү өсөн яҙҙым хатымды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

9 Һеҙгә мин теге хатты һынауҙы үтә алдығыҙмы, йәғни бөтөн нәмәлә лә тыңлаусанһығыҙмы икәнен белеү өсөн яҙҙым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Һынауҙы үтә алдығыҙмы, йәғни бөтә нәмәлә лә тыңлаусанһығыҙмы, икәнен белеү өсөн яҙҙым хатымды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 2:9
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы Мусаға: – Мин һеҙгә күктән икмәк яуҙырырмын, кешеләр көн һайын сығып, бер көнгә күпме кәрәк, шул тиклем генә йыйһын, – тине. – Мин иһә уларҙы һынаясаҡмын: ҡануным буйынса йәшәйҙәрме улар, әллә юҡмы?


Һеҙ тулыһынса күндәмлек күрһәткәндән һуң, баш бирмәгән һәр кемде язаға тарттырырға әҙербеҙ.


Килгәс, ҡыуандырырға тейешле кешеләр мине көйөндөрмәһен өсөн, һеҙгә нәҡ шул турала яҙғайным да инде. Ҡыуанысымдың бөтөнөгөҙ өсөн дә уртаҡ ҡыуаныс булыуына ышанам.


Оло ҡайғы һәм йөрәк әрнеүе менән, күҙ йәштәремә мансылып яҙҙым мин уны, тик күңелегеҙҙе төшөрөргә тип түгел, ә һеҙгә булған көслө мөхәббәтемде белдерер өсөн.


Шуның өсөн уға мөхәббәтегеҙҙе раҫлауығыҙҙы үтенәм.


Уларҙың ауыр һынауҙар араһында ҡыуаныстары сиктән ашҡан, үтә фәҡирлектә йәшәһәләр ҙә, йомартлыҡтары иҫ киткес.


Шулай итеп, мөхәббәтегеҙҙе һәм һеҙҙең менән маҡтаныуыбыҙҙың ғәҙел икәнен уларға берҙәмлектәр алдында иҫбат итегеҙ.


һин был пәйғәмбәрҙең йәки төш юраусының һүҙен тыңлама – Аллағыҙ Раббы Үҙен бөтөн йөрәгегеҙ, бар булмышығыҙ менән яратаһығыҙмы икәнен белер өсөн һеҙҙе шулай һынай.


Ул сүлдә ата-бабаларың да белмәгән майҙә менән тамағыңды туйҙырҙы. Ә Ул быларҙы һине баҫалҡыландырыр һәм һынар, ә һуңынан игелек ҡылыр өсөн эшләне.


Аллаң Раббы һеҙҙе ҡырҡ йыл буйына сүлдә йөрөткән оҙон юлды онотма! Бойороҡтарын үтәрһеңме, күңелеңдә ниҙәр бар – Ул шуларҙы белер, һине баҫалҡыландырыр өсөн, һине һынауҙарға дусар итте.


Һөйөклөләрем, һеҙ мине янығыҙҙа булғанда ғына түгел, бигерәк тә хәҙер, янығыҙҙа булмағанда ла, ҡотолоуығыҙ хаҡына, ҡурҡыу һәм ҡалтырау аша хеҙмәтегеҙҙе аҙағына тиклем дауам итегеҙ.


Тимоҫеустың ышаныслы булыуы һеҙгә билдәле: ул Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа миңә үҙ атаһына хеҙмәт иткән кеүек хеҙмәт итте.


Әгәр ҙә берәйһе был хатҡа яҙылған һүҙҙәребеҙгә ҡолаҡ һалмаһа, ул кешегә иғтибарығыҙҙы йүнәлтегеҙ һәм, уға оят булып китһен өсөн, уның менән аралашмағыҙ.


Мин һиңә үтенесемде кире ҡаҡмаясағыңа ышанып һәм хатта һорағаныма ҡарағанда күберәк эшләйәсәгеңде белеп яҙам.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ