Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 11:26 - Изге Яҙма

26 Күп тапҡырҙар сәйәхәттәрҙә йөрөп, йылғаларҙа ҡурҡыныстарға дусар булдым, юлбаҫарҙар һөжүменә юлыҡтым, ырыуҙаштарымдан, бүтән халыҡ кешеләренән дә ҡурҡыныс янаны, ҡалаларҙа, сүллектә, диңгеҙҙә лә, ялған имандаштар араһында ла хәүеф һағаланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

26 Күп тапҡырҙар сәйәхәттәрҙә йөрөп, йылғаларҙа ҡурҡыныстарға дусар булдым, юлбаҫарҙарҙан да хәүеф-хәтәргә юлыҡтым, ырыуҙаштарымдан, бүтән халыҡ кешеләренән дә ҡурҡыныс янаны, ҡалаларҙа, сүллектә, диңгеҙҙә лә хәүеф һағаланы, ялған имандаштар араһында ла.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

26 Күп тапҡырҙар сәйәхәттәрҙә йөрөп, йылғаларҙа ҡурҡыныстарға дусар булдым, юлбаҫарҙар һөжүменә юлыҡтым, ырыуҙаштарымдан, бүтән халыҡ кешеләренән дә ҡурҡыныс янаны, ҡалаларҙа, сүллектә, диңгеҙҙә лә, ялған имандаштар араһында ла хәүеф һағаланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 11:26
35 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә йәһүдтәр, халыҡтың күплегенә көнләшеүҙән эстәре ташып, Паулус әйткәндәргә ҡаршы әрләшә башланы.


Әммә йәһүдтәр, мәшһүр ғаиләләрҙән булған диндар ҡатындарҙы һәм ҡаланың етәксе кешеләрен ҡотортоп, Паулус менән Барнабасты эҙәрләне, уларҙы был төбәктән ҡыуҙыртты.


Шулай ҙа Антиохиянан һәм Икониондан килгән ҡайһы бер йәһүдтәр халыҡты үҙҙәренең яғына ауҙарҙы. Паулусты таш бәреп туҡманылар ҙа, үлде тип уйлап, ҡаланан тышҡа сығарып ташланылар.


Ахырҙа йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр, үҙҙәренең башлыҡтары менән бергә илселәргә ташланып, уларҙы таш менән бәреп үлтерергә ниәтләне.


Силасты һайлаған Паулус иһә, имандаштар уны Раббы мәрхәмәтенә тапшырғандан һуң, юлға сыҡты,


Әммә, Паулустың Бероя ҡалаһында ла Алла һүҙен вәғәзләүе тураһында белеп ҡалғас, Тессалоникела йәшәүсе йәһүдтәр бында ла килде һәм, ҡотҡо һалып, халыҡта асыу тыуҙырҙы.


Был бүтән йәһүдтәрҙә көнләшеү уятты, улар, баҙар майҙанындағы йүнһеҙ кешеләрҙе йыйып, ҡалала бола ҡуптарҙы. Паулус менән Силасты халыҡ алдына сығарыу өсөн, уларҙы Ясондың өйөнә барып эҙләнеләр.


Ахаяла Галлион өлкә башлығы булған ваҡытта йәһүдтәр, берләшеп, Паулусҡа ҡаршы күтәрелде һәм уны тотоп хөкөм йортона алып барҙы.


Аполлос Коринҫоста саҡта, Паулус, илдең таулы өлөштәре аша үтеп, Эфесҡа килде. Унда бер нисә шәкертте осратты һәм уларҙан:


Шул көндәрҙә Раббы юлы арҡаһында ҙур боларыш сыҡты.


Йәһүдтәрҙең яуыз ниәттәре арҡаһында килеп тыуған һынауҙарға ҡарамай, күндәмлек менән һәм күҙ йәштәремде түгеп, Раббыға хеҙмәт иттем.


Унда өс ай булғандан һуң һыу юлы менән Сүриәгә китергә тип торғанда, йәһүдтәр уға ҡаршы этлек ҡылырға һүҙ ҡуйышты. Быны белеп ҡалған Паулус Македония аша ҡайтырға тигән фекергә килде.


Ыҙғыш шул тиклемгә барып етте, ғәскәриҙәр башлығы, Паулусты өҙгөләп ташлауҙарынан ҡурҡып, ғәскәриҙәргә уны ундағы кешеләр араһынан алырға һәм нығытмаға илтергә әмер бирҙе.


Улар Фестустан, мәрхәмәт күрһәтеп, Паулусты Йәрүсәлимгә күсереүен һоранылар. Ә үҙҙәре уны юлда үлтерергә һүҙ ҡуйышты.


Ғәскәриҙәр, береһе лә йөҙөп ҡасып китмәһен тип, тотҡондарҙың бөтәһен дә үлтерергә ниәтләне.


мөғжизәләр һәм хикмәттәр көсө ярҙамында, Алла Рухының ҡөҙрәте менән башҡарҙы. Мин, Йәрүсәлимдән алып Иллурикон яҡтарына тиклем урау юлдарҙан барып, Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе тулыһынса бәйән иттем.


Мәсих мөхәббәтенән беҙҙе нимә айыра ала? Ҡайғымы әллә ҡыҫырыҡлауҙар, эҙәрлекләүҙәрме, аслыҡмы әллә яланғаслыҡмы, хәүефме әллә ҡылысмы?


Ниңә һуң беҙ ҙә ғүмеребеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуябыҙ?


Әгәр ҡарашым кешеләрҙекесә генә булған булһа, әгәр үлеләрҙең терелтелеүенә ышанмаһам, Эфеста йыртҡыстар менән көрәшеүемдән миңә ни файҙа? Үлеләр терелтелмәһә, ҡайһы берәүҙәр әйткәнсә, «иртәгә барыбер үләбеҙ, ашап-эсеп ҡалайыҡ!»


Дамаск ҡалаһында Аретас батшаның өлкә башлығы, мине эләктереү өсөн, ҡалаға һаҡ ҡуйҙы;


Был турала һүҙ күтәрелде, сөнки арабыҙға һиҙҙермәй генә ялған имандаштар килеп инде. Улар беҙҙең Ғайса Мәсихтә тапҡан азатлығыбыҙ тураһында һораштырып-күреп ҡалырға һәм беҙҙе ҡанун ҡоллоғона төшөрөргә теләне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ