Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 1:1 - Изге Яҙма

1 Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Паулустан һәм имандашыбыҙ Тимоҫеустан Алланың Коринҫостағы имандаштар берҙәмлегенә, шулай уҡ тотош Ахая өлкәһендәге барлыҡ изгеләргә сәләм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

1 Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Павелдан һәм имандашыбыҙ Тимофейҙан Коринфтағы имандаштар берҙәмлектәренә, шулай уҡ тотош Ахаия өлкәһендәге барлыҡ изгеләргә сәләм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Паулустан һәм имандашыбыҙ Тимоҫеустан Алланың Коринҫостағы имандаштар берҙәмлегенә, шулай уҡ тотош Ахая өлкәһендәге барлыҡ изгеләргә сәләм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 1:1
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан һуң Паулус Дербеға, ә унан Лустраға барып етте. Унда Тимоҫеус исемле бер шәкерт бар ине. Уның әсәһе йәһүд булып, улы кеүек үк Ғайсаға инана, ә атаһы грек ине.


сөнки Македония менән Ахаялағы берҙәмлектәр Йәрүсәлимдәге имандаштар араһындағы ярлыларға аҡсалата ярҙам күрһәтергә ҡарар итте.


Хеҙмәттәшем Тимоҫеус һәм яҡташтарым Лукиос, Ясон менән Сосипатрус һеҙгә сәләм ебәрә.


Уларҙың йортонда йыйылыусы берҙәмлеккә лә сәләмдәремде еткерегеҙ. Асия өлкәһендә Мәсихкә беренсе булып инанған ҡәҙерле дуҫым Әпәйнетосҡа сәләм тапшырығыҙ.


Йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла, Алла берҙәмлегенә лә ҡаршылыҡ булып тормағыҙ.


Янығыҙға Тимоҫеус килһә, иғтибарлы булығыҙ, уға хәүеф янамаһын, сөнки ул, минең кеүек үк, Раббы эшен башҡара.


Имандаштар, минең һеҙгә үтенесем бар: һеҙ Стефанас ғаиләһен беләһегеҙ, улар Ахаяла беренселәрҙән булып Мәсихкә инанды, үҙҙәрен изгеләргә хеҙмәт итеүгә бағышланы.


Минең мөхәббәтем Ғайса Мәсихтәгеләрҙең бөтөнөһө менән бергә.


Һеҙҙең ҡайһы берҙәрегеҙ бына шундайҙарҙан ине. Әммә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме һәм Аллабыҙ Рухы менән йыуылып таҙарындығыҙ, изгеләндегеҙ һәм аҡландығыҙ.


Беҙ, йәғни мин, Силуан һәм Тимоҫеус һеҙгә вәғәзләгән Алла Улы Ғайса Мәсихтә бер юлы «эйе һәм юҡ»ҡа урын юҡ, Унда «эйе» генә бар.


Әгәр дөрөҫөн әйтмәһәм, Алла үҙемде һәләк итһен: мин Коринҫосҡа һеҙҙе ҡыҙғанғанға күрә бығаса барманым.


Ахая өлкәләрендә бер кем дә был маҡтауымды тартып алмаҫ – һеҙҙе миндәге Мәсих хәҡиҡәте менән ышандырам.


сөнки мин тырышлығығыҙҙы беләм һәм Македониялағы имандаштарыбыҙ алдында: «Ахаяла улар былтыр уҡ ярҙам итергә әҙер ине инде», – тип һеҙҙе маҡтайым. Һеҙҙең тырышлығығыҙ улар араһындағы күптәрҙе дәртләндереп ебәрҙе.


Кешеләрҙән дә, әҙәм балаһы аша ла түгел, ә Ғайса Мәсих һәм Уны үленән терелткән Атабыҙ Алла тарафынан һайланған илсе Паулустан,


Ғайса Мәсихкә булған иманығыҙ аша һеҙ барығыҙ ҙа – Алла балалары.


Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Паулустан Эфес ҡалаһындағы Ғайса Мәсихкә тоғро булған изгеләргә


Ғайса Мәсихтең ҡолдары Паулус менән Тимоҫеустан Филиппойҙағы имандаштар берҙәмлегенең етәкселәре һәм ярҙамсыларына, Ғайса Мәсихтәге бар изгеләргә сәләм.


Тессалоникелағы имандаштар берҙәмлегенә, Атабыҙ Аллала һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә булғандарға Паулустан, Силуандан һәм Тимоҫеустан сәләм. Һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын!


һәм, эҙәрлекләүҙәр арҡаһында берегеҙ ҙә борсолмаһын өсөн, һеҙҙе нығытырға, иманығыҙҙа дәртләндерергә тигән маҡсат менән Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүендә Алланың хеҙмәттәше булған имандашыбыҙ Тимоҫеусты һеҙҙең янға ебәрҙек. Беҙгә эҙәрлекләүҙәр билдәләнгән, был турала үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ.


Тессалоникелағы имандаштар берҙәмлегенә, Атабыҙ Аллала һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә булғандарға Паулустан, Силуандан һәм Тимоҫеустан сәләм.


Ҡотҡарыусыбыҙ Алла һәм өмөтөбөҙ Ғайса Мәсихтең әмере буйынса Ғайса Мәсих илсеһе Паулустан


Алла тарафынан беҙгә вәғәҙә ителгән Ғайса Мәсихтәге тормош тураһындағы хәбәрҙе еткереү өсөн Алла ихтыяры менән ебәрелгән илсе Паулустан


Алла хеҙмәтсеһе һәм Ғайса Мәсих илсеһе Паулустан сәләм. Алла тарафынан һайлап алынғандарҙың иманын нығытыу һәм ихлас табыныуға илтеүсе хәҡиҡәтте танып белеүгә килтереү өсөн ебәрелдем мин.


Ҡәҙерле дуҫыбыҙ һәм хеҙмәттәшебеҙ Филемонға һәм уның йортонда йыйыла торған имандаштар берҙәмлегенә, имандашыбыҙ Әпфиә ханыма, көрәштәшебеҙ Архиппусҡа Ғайса Мәсих хаҡына тотҡонлоҡта ултырыусы Паулустан һәм имандашығыҙ Тимоҫеустан сәләм.


Имандашыбыҙ Тимоҫеустың азат ителгәнен хәбәр итергә теләйем, ул тиҙҙән яныма килһә, һеҙҙе бергәләп күрербеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ