Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Фессалоникаларға 3:6 - Изге Яҙма

6 Имандаштар, беҙҙең өйрәткәндәребеҙ буйынса йәшәмәйенсә, ялҡаулыҡҡа баш һалған һәр имандаштан ары тороғоҙ, тип Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме менән талап итәбеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

6 Имандаштар, беҙҙең өйрәткәндәребеҙ буйынса йәшәмәйенсә, ялҡаулыҡҡа баш һалған һәр имандаштан ары тороғоҙ, тип Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме менән талап итәбеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Имандаштар, беҙҙең өйрәткәндәребеҙ буйынса йәшәмәйенсә, ялҡаулыҡҡа баш һалған һәр имандаштан ары тороғоҙ, тип Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме менән талап итәбеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Фессалоникаларға 3:6
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уларҙы ла тыңламаһа, имандаштар берҙәмлегенә һөйлә, ә инде берҙәмлек ағзаларына ла ҡолаҡ һалмаһа, ул саҡта уның менән мөғәмәләң, мәжүси йәки һалым йыйыусы менән нисек, шулай булһын.


Имандаштар, һеҙгә мөрәжәғәт итәм: үҙегеҙ өйрәнгән тәғлимәткә ҡаршы сығып, шул рәүешле бүленешкә килтереүселәрҙән һәм тоғро юлдан яҙыуға сәбәп тыуҙырыусыларҙан һаҡ булығыҙ һәм уларҙан ситләшегеҙ.


Һәр нәмәлә мине иҫегеҙҙән сығармауығыҙ һәм мин һеҙгә еткергән тәғлимәтте теүәл үтәүегеҙ өсөн һеҙҙе маҡтайым.


Раббыбыҙ Ғайса исеме хаҡына йыйылғанығыҙҙа, мин рухым менән янығыҙҙа һәм Раббыбыҙ Ғайсаның ҡөҙрәте лә беҙҙең менән булғанда,


Мин хатымда «фәхеш кешеләр менән аралашмағыҙ» тип яҙғайным.


Һеҙ кемделер ғәфү итәһегеҙ икән, мин дә уны ғәфү итәм. Ғәфү иткәнемде (әгәр быға сәбәп ысынлап та булһа) мин Мәсих алдында һеҙҙең хаҡҡа ғәфү иттем.


Шуға күрә Раббы исеменән әйтәм һәм талап итәм: артабан зиһендәре томаланған мәжүсиҙәр кеүек йәшәмәгеҙ.


Нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, һөйләһәгеҙ ҙә – бөтөнөһөн дә Раббы Ғайса исеменә таянып, Уның аша Атабыҙ Аллаға шөкөр итеп эшләгеҙ.


Ниһайәт, имандаштар, Аллаға ҡулай булһын өсөн, нисек йәшәргә кәрәклеген беҙҙән өйрәндегеҙ. Һеҙ шулай йәшәйһегеҙ, әммә беҙ Раббы Ғайса хаҡына тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшеүегеҙҙе үтенеп һорайбыҙ,


Беҙ ҡушҡанса, тырышлыҡ һалып тыныс йәшәгеҙ, үҙ эшегеҙ менән шөғөлләнегеҙ һәм эшегеҙҙе үҙ ҡулдарығыҙ менән башҡарығыҙ.


Имандаштар, һеҙҙән һорайбыҙ, эшләмәй ултырғандарға аҡыл өйрәтегеҙ, ҡыйыуһыҙҙарҙы рухландырығыҙ, хәлһеҙҙәргә таяныс булығыҙ, бөтөнөһөнә ҡарата ла сабырлыҡ һаҡлағыҙ.


Шуға күрә, имандаштар, ныҡ тороғоҙ, беҙ һеҙгә һөйләгән йәки хаттар аша өйрәткәндәрҙе тотоғоҙ.


Нисек йәшәргә кәрәклекте беҙҙең өлгө буйынса үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. Беҙ һеҙҙең менән йәшәгән саҡта ялҡауланманыҡ,


Алла, Ғайса Мәсих һәм һайлап алынған фәрештәләр алдында һинән үтенеп һорайым: ҡушылған күрһәтмәләремде үтәгәндә ғәҙел бул, бер кемгә лә өҫтөнлөк бирмә.


Аллаға табыныу – табыш алыу өсөн тип уйлап, хәҡиҡәттән ситләшкән, шул арҡала аҡылдарына зыян килгән кешеләр араһында буш бәхәстәр тыуа.


Аллаға ихлас табынған булып күренеп, иман көсөн кире ҡаҡҡан кешеләр артыр. Ундайҙарҙан алыҫ тор.


Тереләрҙе һәм үлеләрҙе хөкөм итәсәк Ғайса Мәсих Батша булып килер, шуға күрә Аллабыҙ һәм Ғайса Мәсих алдында һинән үтенеп һорайым:


Әгәр ҙә һеҙгә берәү килһә, ләкин был тәғлимәтте алып килмәһә, ул кешене өйөгөҙҙә ҡабул итмәгеҙ һәм уға сәләм бирмәгеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ