Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Фессалоникаларға 3:4 - Изге Яҙма

4 Беҙ ҡушҡандарҙы башҡарыуығыҙға һәм киләсәктә лә үтәүегеҙгә Раббы беҙгә ышаныс бирә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

4 Беҙ ҡушҡандарҙы башҡарыуығыҙға һәм киләсәктә лә үтәүегеҙгә Раббы беҙгә ышаныс бирә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Беҙ ҡушҡандарҙы башҡарыуығыҙға һәм киләсәктә лә үтәүегеҙгә Раббы беҙгә ышаныс бирә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Фессалоникаларға 3:4
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.


Имандаштарым, мин үҙем һеҙҙең изгелеккә тулғанығыҙға, һәр төрлө белемгә өйрәнеп, бер-берегеҙгә өгөт-нәсихәт бирә алыуығыҙға ышанам.


Йәһүд булмағандарҙы Аллаға буйһондорорға теләп, Мәсихтең минең аша ҡылған ғәмәлдәренән башҡа нәмә тураһында һөйләргә батырсылыҡ итмәйем. Ул быларҙы минең һүҙем һәм эшем менән,


гел генә изге эштәр ҡылып данға, хөрмәткә һәм үлемһеҙлеккә ынтылыусыларға мәңгелек тормош бирер;


Кемдер берәү үҙен пәйғәмбәр йәки рухлы тип һанай икән, минең яҙғандарымдың Раббы бойороғо икәнен таныһын.


Сөннәтле йәки сөннәтһеҙ булыуҙың әллә ни әһәмиәте юҡ, Алла бойороҡтарын үтәү генә мөһим.


Килгәс, ҡыуандырырға тейешле кешеләр мине көйөндөрмәһен өсөн, һеҙгә нәҡ шул турала яҙғайным да инде. Ҡыуанысымдың бөтөнөгөҙ өсөн дә уртаҡ ҡыуаныс булыуына ышанам.


Һынауҙы үтә алдығыҙмы, йәғни бөтә нәмәлә лә тыңлаусанһығыҙмы, икәнен белеү өсөн яҙҙым хатымды.


Улар менән бергә тағы бер имандашыбыҙҙы ебәрәбеҙ. Уның тырышлығы күп тапҡырҙар һәм байтаҡ эштәрҙә һыналған һәм хәҙер, һеҙгә тулыһынса ышанып, тағы ла нығыраҡ тырыша.


Мин Раббыға таянып, һеҙҙең башҡа төрлө фекер йөрөтмәҫегеҙгә ышанам, ә арағыҙҙағы баш ҡатырып йөрөүселәр, кем булыуына ҡарамаҫтан, язаһын алыр.


Тормошоғоҙҙа изгелекле эш башлаған Алла уны Ғайса Мәсих килгән көнгә тиклем тамамлар, тип ышанам.


Һөйөклөләрем, һеҙ мине янығыҙҙа булғанда ғына түгел, бигерәк тә хәҙер, янығыҙҙа булмағанда ла, ҡотолоуығыҙ хаҡына, ҡурҡыу һәм ҡалтырау аша хеҙмәтегеҙҙе аҙағына тиклем дауам итегеҙ.


һәм һеҙ бөтә Македонияла йәшәгән имандаштарығыҙҙы яратаһығыҙ. Имандаштар, үтенеп һорайбыҙ, бер-берегеҙҙе тағы ла нығыраҡ яратһағыҙ ине.


Ундайҙарға беҙ, үҙ ризыҡтарын үҙҙәре баш баҫып эшләп тапһындар тип, Раббы Ғайса Мәсих исеменән талап ҡуябыҙ һәм өндәйбеҙ.


Имандаштар, беҙҙең өйрәткәндәребеҙ буйынса йәшәмәйенсә, ялҡаулыҡҡа баш һалған һәр имандаштан ары тороғоҙ, тип Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме менән талап итәбеҙ.


Мин һиңә үтенесемде кире ҡаҡмаясағыңа ышанып һәм хатта һорағаныма ҡарағанда күберәк эшләйәсәгеңде белеп яҙам.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ