Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Фессалоникаларға 2:2 - Изге Яҙма

2 Раббының көнө етте, тип Рухтан килгән кеүек тойолған хәбәргә лә, кемдер әйткән һүҙгә лә, йәнәһе, беҙҙән тип еткерелгән хатҡа ла ышана һалып, аҡылығыҙҙы юғалтмағыҙ һәм борсолмағыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

2 Раббының көнө етеүе тураһында Рухтан килгән кеүек тойолған хәбәргә лә, кемдер әйткән һүҙгә лә, йәнәһе беҙҙән тип еткерелгән хатҡа ла ышана һалып, аҡылығыҙҙы юғалтмағыҙ һәм борсолмағыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Раббының көнө етте, тип Рухтан килгән кеүек тойолған хәбәргә лә, кемдер әйткән һүҙгә лә, йәнәһе, беҙҙән тип еткерелгән хатҡа ла ышана һалып, аҡылығыҙҙы юғалтмағыҙ һәм борсолмағыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Фессалоникаларға 2:2
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һин, Раббы, рухы ныҡ булғандарға Камил именлек бирерһең, Сөнки улар Һиңә өмөт бағлай.


Дауыт нәҫеленә Арам менән Әфраим ғәскәрҙәренең берләшеүе тураһында хәбәр килгәс, Ахаз батша менән халыҡтың йөрәге елдә сайҡалған урман ағастары һымаҡ һелкенде.


Берәй елғыуар алдаҡсы килеп: „Бында шарап менән хәмер мул булыр“, – тип әйтһә, Был халыҡ уны пәйғәмбәрем, тип ҡабул итер».


Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, хатта һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн, иҫ киткес хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер.


Яҡындағы һуғыш тауыштарын һәм алыҫтағы яу хәбәрҙәрен ишеткәндә ҡурҡмағыҙ! Шулай булырға тейеш, ләкин был әле ахыры түгел.


Сыҙамлығығыҙ менән ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалырһығыҙ.


Һуғыштар һәм баш күтәреүҙәр тураһында ишеткәндә, ҡурҡмағыҙ. Башта ул ваҡиғалар булырға тейеш, ләкин заман ахыры шунда уҡ килеп етмәҫ.


– Борсолмағыҙ! Аллаға ышанаһығыҙ икән, Миңә лә ышанығыҙ!


Мин һеҙгә тыныслыҡ ҡалдырам. Үҙемдең тыныслығымды һеҙгә бирәм, әммә Мин биргән тыныслыҡ донъя биргән кеүек түгел. Күңелегеҙҙе хәүеф биләмәһен! Ҡурҡмағыҙ!


Раббыбыҙ Ғайса Мәсих килгән көндә ғәйебегеҙ булмаһын өсөн, Алла үҙегеҙҙе һуңғы көнгә тиклем нығытасаҡ.


Пәйғәмбәрҙәрҙең рухтары пәйғәмбәрҙәргә буйһона,


Хәҙерге ауыр заманды иҫтә тотоп, кешенең өйләнмәгән хәлдә ҡалыуын яҡшы тип иҫәпләйем.


Бер кем дә буш һүҙҙәр менән башығыҙҙы бутамаһын, сөнки улар өсөн тыңлауһыҙ кешеләргә Алланың асыуы төшә лә инде.


Беҙ әле әйтәсәк һүҙҙәр – Раббы һүҙҙәре: беҙ, иҫәндәр – Раббы килгәнгә тиклем йәшәйәсәк кешеләр – үлем йоҡоһона талғандарҙан алдараҡ була алмаҫбыҙ.


сөнки һеҙ Раббы көнөнөң, төндә ингән ҡараҡ кеүек, көтмәгәндә етәсәген яҡшы беләһегеҙ.


Шуға күрә, имандаштар, ныҡ тороғоҙ, беҙ һеҙгә һөйләгән йәки хаттар аша өйрәткәндәрҙе тотоғоҙ.


Мин, Паулус, был хаттың минән икәнлеген күрһәтеү өсөн, башҡа хаттарҙағы кеүек үк, сәләмләү һүҙҙәрен үҙ ҡулым менән яҙам.


Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ