Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Фессалоникаларға 1:4 - Изге Яҙма

4 Шунлыҡтан, әле кисергән бөтә эҙәрлекләүҙәр һәм бөтә ғазаптар эсендә ҡаҡшамауығыҙ һәм иманығыҙ өсөн Алла берҙәмлектәренең барыһы алдында ла һеҙҙең менән маҡтанабыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

4 Шунлыҡтан, әле кисергән бөтөн эҙәрлекләүҙәр һәм бөтөн ғазаптар эсендә ҡаҡшамауығыҙ һәм һаҡлап ҡалынған тоғролоғоғоҙ өсөн Алла берҙәмлектәренең барыһы алдында ла һеҙҙең менән маҡтанабыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Шунлыҡтан, әле кисергән бөтә эҙәрлекләүҙәр һәм бөтә ғазаптар эсендә ҡаҡшамауығыҙ һәм иманығыҙ өсөн Алла берҙәмлектәренең барыһы алдында ла һеҙҙең менән маҡтанабыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Фессалоникаларға 1:4
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Үҙегеҙҙә булған өмөткә ҡыуанығыҙ, ҡайғыларҙа ныҡ булығыҙ, арымай-талмай доға ҡылығыҙ.


гел генә изге эштәр ҡылып данға, хөрмәткә һәм үлемһеҙлеккә ынтылыусыларға мәңгелек тормош бирер;


Ә инде үҙебеҙ күрмәгән нәмәгә өмөтләнәбеҙ икән, уны сабырлыҡ менән көтәбеҙ.


Бүтән осраҡтарҙа һәр кем Раббы билдәләгәнсә һәм Алла саҡырғандағы кеүек йәшәһен. Бөтә берҙәмлектәргә күрһәтмәм шундай.


Шуның өсөн Мәсих хаҡына тип түҙгән көсһөҙлөккә лә, кәмһетеүҙәргә, мохтажлыҡҡа, эҙәрлекләүҙәргә, ҡыйынлыҡтарға ла ризамын, сөнки мин көсһөҙ саҡта ҡеүәтлемен.


Уға элек һеҙҙе маҡтағайным, тимәк, оятҡа ҡалманым. Киреһенсә, беҙ һеҙгә һөйләгән бөтә нәмә дөрөҫ булған кеүек, Титусҡа һеҙҙе маҡтауыбыҙ ҙа дөрөҫ булып сыҡты.


Мин һеҙгә ныҡ ышанам, һеҙҙең менән бик ғорурланам. Күңелем йыуаныс менән тулы, һәр төрлө ҡайғы-хәсрәттәребеҙгә ҡарамаҫтан, ҡыуанысым сикһеҙ ҙур.


сөнки мин тырышлығығыҙҙы беләм һәм Македониялағы имандаштарыбыҙ алдында: «Ахаяла улар былтыр уҡ ярҙам итергә әҙер ине инде», – тип һеҙҙе маҡтайым. Һеҙҙең тырышлығығыҙ улар араһындағы күптәрҙе дәртләндереп ебәрҙе.


Бәлки, ҡайһы бер Македония кешеләре минең менән килер. Шул саҡта әҙер булмаһағыҙ, ә беҙ һеҙҙең турала ышаныс менән әйткәйнек, оятҡа ҡалырбыҙ, һеҙҙең турала әйтеп торорға ла түгел.


Һеҙҙең иманлы эштәрегеҙҙе, мөхәббәт менән һуғарылған хеҙмәтегеҙҙе һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә өмөт бағлап ныҡ тороуығыҙҙы Атабыҙ Алла алдында һәр ваҡыт иҫебеҙҙә тотабыҙ.


Имандаштар, һеҙ ҙә Йәһүҙиәлә урынлашҡан, Ғайса Мәсихтәге Алла берҙәмлектәре кеүек булдығыҙ, сөнки улар йәһүдтәрҙән нисек яфа сикһә, һеҙ ҙә үҙ милләттәштәрегеҙҙән ыҙа күрҙегеҙ.


Раббыбыҙ Ғайса килгән саҡта кем беҙҙең өмөтөбөҙ, шатлығыбыҙ һәм маҡтау тажыбыҙ булыр һуң? Һеҙ түгелме ни?


Ул һеҙҙең йөрәктәрегеҙҙе Алланы яратыуға һәм Мәсих кеүек ҡаҡшамаҫ булыуға йүнәлтһен.


Алла ихтыярын үтәп, шунан һуң вәғәҙә ителгәнде алыр өсөн һеҙгә сыҙамлыҡ кәрәк.


Ялҡау булмағыҙ, ә иман һәм түҙемлек аша үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде алыусылар өлгөһөнә эйәрегеҙ.


Ибраһим, сабырлыҡ менән көткәндән һуң, вәғәҙә ителгәнде алған.


Түҙемлек кисергәндәрҙе беҙ бәхетле тип атайбыҙ. Һеҙ Әйүптең түҙемлеге тураһында ишеттегеҙ, аҙаҡ Раббының уға ҡылған яҡшылығын күрҙегеҙ, сөнки Раббы ғәйәт шәфҡәтле һәм рәхимле.


белемгә – тотанаҡлылыҡ, тотанаҡлылыҡҡа – сабырлыҡ, сабырлыҡҡа – Аллаға ихлас табыныу,


Бында Алла бойороғон үтәгән һәм Ғайсаға инанған изге кешеләрҙең сыҙам булыуы кәрәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ