Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Яхъя 5:4 - Изге Яҙма

4 сөнки Алланан тыуған һәр кем донъяны еңә. Донъяны еңеүгә беҙ иманыбыҙ арҡаһында өлгәштек.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

4 сөнки Алланан тыуған һәр кем донъяны еңә. Донъяны еңеү – беҙҙең иманыбыҙ ул.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 сөнки Алланан тыуған һәр кем донъяны еңә. Донъяны еңеүгә беҙ иманыбыҙ арҡаһында өлгәштек.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Яхъя 5:4
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар ҡандан да, тәндең көҫәүенән һәм әҙәм теләгенән дә түгел, ә Алланан тыуҙы.


Мин быны һеҙ Миндә тыныслыҡ тапһын өсөн әйттем. Донъяла һеҙ күп ҡайғылар кисерерһегеҙ, ләкин ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем!


Ғайса уға: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше юғарынан тыумаһа, ул Алла Батшалығын күрә алмаҫ, – тип яуап бирҙе.


Әммә, Аллаға шөкөр, Ул Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша беҙгә еңеү бирә.


Әгәр ҙә һеҙ Уның хаҡ булыуын беләһегеҙ икән, тимәк, тәҡүәлек ҡылыусы һәр кемдең Алланан тыуған булыуын да беләһегеҙ.


Алланан тыуған кеше гонаһ ҡылмай, сөнки унда Алла орлоғо бар. Ул гонаһ ҡыла алмай, сөнки ул Алланан тыуған.


Һеҙ, балаларым, – Алланан, һәм һеҙ ялған пәйғәмбәрҙәрҙе еңдегеҙ, сөнки һеҙҙә Булған донъяла булғандан өҫтөн.


Ғайсаның Мәсих булыуына инанған һәр кем Алланан тыуған. Атаны яратҡан һәр кем Унан тыуған баланы ла ярата.


Алланан тыуған кешеләрҙең гонаһ ҡылмағанын беҙ беләбеҙ. Алланан тыуған Улан уларҙы һаҡлай һәм Иблис уларға ҡағыла алмай.


Кем донъяны еңә һуң? – Ғайсаның Алла Улы булыуына инаныусылар ғына.


Имандаштарыбыҙ уны Бәрәс ҡаны, Уның хаҡындағы шаһитлыҡ һүҙҙәре менән еңде, хатта үлемдән дә ҡурҡманылар, үҙҙәренең йәндәрен аяманылар.


Мин ут менән быяла ҡатнашҡан диңгеҙ һымаҡ нәмәне күрҙем. Быяла диңгеҙ өҫтөндә януарҙың үҙен, уның һынын һәм исеменең һанын еңеп сығыусылар тора ине, ҡулдарына Алланың арфаларын тотҡайнылар.


Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңгән кеше икенсе үлемдән бер ниндәй ҙә зыян күрмәҫ».


Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңгән кешегә серле майҙә һәм аҡ таш бирермен. Ул ташта иһә уны алыусынан башҡа һис кем белмәгән яңы исем яҙылған булыр».


Еңгән кешегә һәм Минең эштәремде аҙағына тиклем үтәүсегә, Үҙем Атамдан хакимлыҡ алған кеүек, халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ бирермен. Был кеше халыҡтар өҫтөнән тимер таяҡ менән хакимлыҡ итер – уларҙы балсыҡ көршәктәй ватыр. Ул кешегә Мин таң йондоҙо бирермен.


Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңгән кешегә Мин Алла ожмахында булған тормош ағасынан ауыҙ итергә мөмкинлек бирермен».


Еңгән кешене Мин Аллам йортоноң бағанаһы итеп ҡуйырмын һәм ул инде унан сыҡмаҫ. Уның өҫтөнә Алламдың исемен һәм күктән, Алламдан төшәсәк ҡаланың – Йәрүсәлимдең яңы исемен һәм Үҙемдең яңы исемемде яҙырмын.


Мин еңеп Атам менән бергә Уның тәхетенә ултырған кеүек, еңгән кешегә Мин дә Үҙемдең янымда тәхеттән урын бирермен.


Еңгән кеше аҡ кейем кейәсәк, һәм Мин уның исемен тормош китабынан һыҙмаясаҡмын, Атам һәм Уның фәрештәләре алдында уның исемен танырмын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ