Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Яхъя 4:9 - Изге Яҙма

9 Алла беҙгә һөйөүен бына нисек күрһәтте: Ул Үҙенең берҙән-бер Улын, Уның аша беҙгә йәшәү бирер өсөн, донъяға ебәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

9 Алла беҙгә мөхәббәтен бына нисек күрһәтте: Ул Үҙенең берҙән-бер Улын, Уның аша беҙгә тормош булһын өсөн, донъяға ебәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Алла беҙгә һөйөүен бына нисек күрһәтте: Ул Үҙенең берҙән-бер Улын, Уның аша беҙгә йәшәү бирер өсөн, донъяға ебәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Яхъя 4:9
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Ибраһим, – тип өндәште уға Алла. – Эйе, мин, – тип яуап ҡайтарҙы Ибраһим. Алла былай тине: – Исхаҡты, яратҡан берҙән-бер улыңды, ал да Морияһ еренә бар. Шунда Мин күрһәткән бер тауҙа улыңды тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтер.


Мин, батша, Раббы ҡарарын иғлан итәм: Ул миңә әйтте: «Һин – Минең улым, Мин бөгөндән һиңә Ата булдым.


Хужа ахыр сиктә: «Улыма хөрмәт күрһәтерҙәр», – тип уйлап, ғәзиз улын ебәргән.


«Раббының Рухы Минең өҫтөмдә, сөнки Ул Мине фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткереү өсөн мәсехләне. Ул Мине әсирҙәргә – ирек, һуҡырҙарға – күрә башлауҙарын иғлан итергә, йәберләнгәндәрҙе азат итергә


Ҡараҡ ул урлау, үлтереү һәм һәләк итеү өсөн генә килә. Мин иһә уларға тормош, тулы мәғәнәһендә тормош бирергә килдем.


Ғайса уға: – Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша ғына Атам янына барып була.


Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе.


Улына инаныусы хөкөм ителмәй, ә инанмаусы хөкөм ителде инде, сөнки ул Алланың берҙән-бер Улына ышанманы.


– Алла хуш күргән эш шул: Ул Кемде ебәргән булһа, Шуға инанығыҙ.


Мин – күктән төшкән тере икмәк: уны ашаған кеше мәңге йәшәйәсәк. Мин бирәсәк икмәк – ул Минең тәнем. Уны Мин донъя йәшәһен өсөн бирәм.


Тере Атам Мине ебәргән һәм Мин Атам арҡаһында йәшәгән кеүек, Минең тәнемде ашаған кеше лә Минең арҡамда йәшәйәсәк.


Мине Ебәргән – Минең менән. Ул Мине яңғыҙ ҡалдырманы, сөнки һәр ваҡыт Ул хуп күргәнде эшләйем.


Ғайса уларға былай тине: – Атағыҙ Алла булһа, һеҙ Мине яратыр инегеҙ, сөнки Мин янығыҙға Алланан килдем. Мин Үҙ белдегем менән килмәнем, Мине Ул ебәрҙе.


– Ул үҙе лә, ата-әсәһе лә ғәйепле түгел, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Уның ауырыуы аша Алланың ҡөҙрәте күренһен өсөн һуҡыр булып тыуған ул.


Йәлләмәйенсә, Үҙ Улын бөтәбеҙ өсөн үлемгә биргән Алла Уның менән бергә башҡа нәмәләрҙе беҙгә лә бүләк итмәҫме?


Ҡасан да булһа фәрештәләрҙең берәйһенә Алла: «Һин – Минең Улым. Бөгөндән Мин Һиңә Ата булдым», – тип әйткәнме ни? Йә булмаһа: «Мин – Уға Атай, ә Ул Миңә Улан булыр», – тигәнме?


Мөхәббәттең нимә икәнен Мәсихтең беҙҙең өсөн йәнен биреүенән белдек. Беҙ ҙә имандаштарыбыҙ өсөн йәнебеҙҙе бирергә әҙер торорға тейешбеҙ.


Мөхәббәт шунан ғибәрәт: ул – беҙҙең Алланы яратыуыбыҙҙа түгел, ә Уның беҙҙе яратыуында һәм, гонаһтарыбыҙ ярлыҡанһын өсөн, ҡорбан итеп Үҙенең Улын ебәреүендә.


Беҙ Алланың беҙгә булған һөйөүен танып белдек һәм һөйөүенә инандыҡ. Алла – мөхәббәт. Мөхәббәттә йәшәүсе – Аллала, Алла унда булыр.


Был шаһитлыҡ шунан ғибәрәт: Алла беҙгә мәңгелек тормош бирҙе, һәм беҙ был тормошто Уның Улы аша алабыҙ.


Мин быны һеҙгә, Алла Улына инаныусыларға, үҙегеҙҙең мәңгелек тормошоғоҙ барлығын белегеҙ, тип яҙҙым.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ