Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Яхъя 4:7 - Изге Яҙма

7 Һөйөклөләрем! Бер-беребеҙҙе яратайыҡ, сөнки мөхәббәт – Алланан. Һәр яратҡан кеше Алланан тыуған һәм Алланы танып белә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

7 Ҡәҙерлеләрем! Бер-беребеҙҙе яратайыҡ, сөнки мөхәббәт Алланан килә. Һәр яратыусы Алланан тыуған һәм Алланы танып белә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Һөйөклөләрем! Бер-беребеҙҙе яратайыҡ, сөнки мөхәббәт – Алланан. Һәр яратҡан кеше Алланан тыуған һәм Алланы танып белә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Яхъя 4:7
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙгә яңы бойороҡ бирәм: бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Мин һеҙҙе нисек яратҡан булһам, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе шулай яратығыҙ.


Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү – ана шул мәңгелек тормош.


Алланы яратыусы иһә Алла тарафынан таныла.


«Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла шөһрәтен танып белдек.


Хәҙер инде, Алланы танып белгәс, дөрөҫөрәге, Алла тарафынан танылыу алғас, көсһөҙ һәм файҙаһыҙ көстәргә кире ҡайтып, ни өсөн уларҙың ҡоло булырға теләйһегеҙ?


Алла Рухының емештәре иһә – мөхәббәт, шатлыҡ, именлек, сабырлыҡ, игелеклелек, изгелек, тоғролоҡ,


Һеҙ Аллағыҙ Раббыны бөтөн йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән яратһын һәм имен йәшәһен өсөн, Аллағыҙ Раббы һеҙҙең һәм тоҡомдарығыҙҙың йөрәген сөннәтләр.


Алла беҙгә ҡурҡыу рухы түгел, ә ҡеүәт, мөхәббәт һәм айыҡ аҡыл биргән бит.


Хәҡиҡәткә итәғәт итеп, һеҙ, имандаштарығыҙҙы туғандарса эскерһеҙ яратыр өсөн, йәндәрегеҙҙе паклағыҙ, шулай булғас, бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ!


Имандашын яратҡан кеше яҡтылыҡта йәшәй һәм уға юлдан тайпылыу ҡурҡынысы янамай.


Әгәр ҙә һеҙ Уның хаҡ булыуын беләһегеҙ икән, тимәк, тәҡүәлек ҡылыусы һәр кемдең Алланан тыуған булыуын да беләһегеҙ.


Алланы белеүебеҙҙе беҙ бына нисек аңлай алабыҙ: Уның бойороҡтарын үтәйбеҙ икән, тимәк, беҙ Уны беләбеҙ.


Берәйһе: «Мин Алланы беләм», – ти, әммә Уның бойороҡтарын үтәмәй икән, ул ялғансы һәм унда хәҡиҡәт юҡ.


Һөйөклөләрем! Мин һеҙгә ниндәйҙер яңы бойороҡ яҙмайым, юҡ, ул – һеҙгә баштан уҡ билдәле иҫке бойороҡ. Ә иҫке бойороҡ – һеҙ ишеткән хәбәр ул.


Алланан тыуған кеше гонаһ ҡылмай, сөнки унда Алла орлоғо бар. Ул гонаһ ҡыла алмай, сөнки ул Алланан тыуған.


Һөйөклөләрем, Алла беҙҙе шулай яратҡанға күрә беҙгә лә бер-беребеҙҙе яратырға кәрәк.


Алланы бер кем һис ҡасан күрмәгән. Әммә беҙ бер-беребеҙҙе яратһаҡ, Алла беҙҙә йәшәр һәм Уның мөхәббәте беҙҙә камиллашҡан булыр.


Беҙ Алланың беҙгә булған һөйөүен танып белдек һәм һөйөүенә инандыҡ. Алла – мөхәббәт. Мөхәббәттә йәшәүсе – Аллала, Алла унда булыр.


Әгәр берәү: «Мин Алланы яратам», – тиһә, ә үҙе имандашын күрә алмаһа, ул – ялғансы. Үҙе күреп торған имандашын яратмаған кеше күрмәгән Алланы ярата алмай.


Яратмаған әҙәм Алланы танып белмәй, сөнки Алла – мөхәббәт ул.


Ғайсаның Мәсих булыуына инанған һәр кем Алланан тыуған. Атаны яратҡан һәр кем Унан тыуған баланы ла ярата.


Хәҙер, ханым, мин һиңә бойороҡтоң яңыһын түгел, ә баштан уҡ беҙ ҡабул иткәнен яҙам һәм үтенәм: бер-беребеҙҙе яратайыҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ