Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Яхъя 4:4 - Изге Яҙма

4 Һеҙ, балаларым, – Алланан, һәм һеҙ ялған пәйғәмбәрҙәрҙе еңдегеҙ, сөнки һеҙҙә Булған донъяла булғандан өҫтөн.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

4 Һеҙ иһә, балаларым, Алланан, һәм һеҙ ялған пәйғәмбәрҙе еңдегеҙ, сөнки һеҙҙәге Алла Рухы донъяла булған рухтан ҙурыраҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Һеҙ, балаларым, – Алланан, һәм һеҙ ялған пәйғәмбәрҙәрҙе еңдегеҙ, сөнки һеҙҙә Булған донъяла булғандан өҫтөн.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Яхъя 4:4
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был донъяны хөкөм итер ваҡыт етте, хәҙер был донъяның хакимы ҡыуыласаҡ.


Инде һеҙҙең менән бүтәнсә һөйләшә алмам, сөнки был донъяның хакимы килә. Уның Минең өҫтөмдән хакимлығы юҡ,


хөкөм – был донъяның хакимы инде хөкөм ителгән.


Мин – уларҙа, Һин – Миндә. Шулай, Мине ебәргән булыуыңды һәм Мине яратҡан кеүек уларҙы ла яратыуыңды донъя таныһын өсөн, тулыһынса бер булһындар.


Быларға өҫтәп, тағы нимә әйтергә? Алла беҙҙең яҡлы булғас, кем беҙгә ҡаршы һуң?


Ләкин быларҙың барыһында ла беҙҙе Яратыусы ярҙамында тулыһынса еңеп сығабыҙ.


Беҙ иһә, Алланың беҙгә нимә бүләк иткәнен аңлау өсөн, был донъя рухын түгел, ә Алланан килгән Рухты алдыҡ.


Һеҙ: «Ризыҡ – ашҡаҙан өсөн, ашҡаҙан – ризыҡ өсөн һәм Алла тегене лә, быны ла юҡ итәсәк», – тип әйтәһегеҙ. Эйе, әммә тән – фәхешлек итергә түгел, ә Раббы өсөн, Раббы иһә – тән өсөн.


Был донъяның илаһы уларҙың аҡылын томалаған һәм улар, иманға килмәйенсә, Алланың һыны булған Мәсихтең балҡышлы шөһрәтен күрһәтеүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙең нурын күрмәйҙәр.


Алла йорто менән ялған илаһтар араһында ла уртаҡлыҡ була аламы? Беҙ – тере Алланың йорто. Алла бит: «Улар араһында йәшәрмен һәм йөрөрмөн; уларҙың Аллаһы булырмын, ә улар Минең халҡым булыр», – тип әйткән.


һәм элек ошо донъяның гонаһлы ғәҙәттәренә, һауалағы яуыз көстәр менән идара итеүсегә, әлеге ваҡытта Аллаға буйһонмаған кешеләрҙә ғәмәл ҡылыусы рухҡа буйһоноп йәшәнегеҙ.


иман тотоуыбыҙ аша күңелдәрегеҙҙә Мәсих йәшәһен, тип доға ҡылам. Һеҙ мөхәббәттә тамыр йәйгән һәм ныҡ торған хәлдә


Йомғаҡлап шуны әйтәм: Раббыла Уның көсө һәм ҡеүәте менән нығынығыҙ.


Балаларым! Мин быларҙы һеҙгә, бүтәнсә гонаһ ҡылмағыҙ, тип яҙам. Әгәр инде берәйһе гонаһ ҡылһа, Ата алдында беҙҙең Яҡлаусыбыҙ бар, Ул – һәр ваҡыт ғәҙел эш итеүсе Ғайса Мәсих.


Аталар, һеҙгә яҙам: баштан уҡ Бар булыусыны танып беләһегеҙ. Эй йәштәр, һеҙгә яҙам: һеҙ Иблис яуызды еңдегеҙ.


сөнки, әгәр йөрәгебеҙ беҙҙе ғәйепләһә, Алла беҙҙең йөрәгебеҙҙән ҙурыраҡ һәм Ул бөтәһен дә белә.


Алланың бойороҡтарын үтәгән кеше Аллала булыр һәм Алла ла унда булыр. Алланың да беҙҙә булғанын Ул беҙгә биргән Рухтан белербеҙ.


Беҙ – Аллала, Алланың беҙҙә булғанын Уның беҙгә биргән Рухынан беләбеҙ.


Беҙ Алланың беҙгә булған һөйөүен танып белдек һәм һөйөүенә инандыҡ. Алла – мөхәббәт. Мөхәббәттә йәшәүсе – Аллала, Алла унда булыр.


Беҙ – Алланан. Алланы танып белеүсе беҙҙе тыңлай. Алланан булмағандар иһә беҙҙе тыңламай. Шуның аша беҙ хәҡиҡәт Рухын һәм ялғанлыҡ рухын таныйбыҙ.


Беҙ – үҙебеҙҙең Алланан булыуыбыҙҙы, ә бөтә донъяның Иблис хакимлығы аҫтында булғанын беләбеҙ.


сөнки Алланан тыуған һәр кем донъяны еңә. Донъяны еңеүгә беҙ иманыбыҙ арҡаһында өлгәштек.


Имандаштарыбыҙ уны Бәрәс ҡаны, Уның хаҡындағы шаһитлыҡ һүҙҙәре менән еңде, хатта үлемдән дә ҡурҡманылар, үҙҙәренең йәндәрен аяманылар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ