Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Яхъя 4:12 - Изге Яҙма

12 Алланы бер кем һис ҡасан күрмәгән. Әммә беҙ бер-беребеҙҙе яратһаҡ, Алла беҙҙә йәшәр һәм Уның мөхәббәте беҙҙә камиллашҡан булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

12 Алланы бер кем һис ҡасан күрмәгән. Әгәр бер-беребеҙҙе яратабыҙ икән, Алла беҙҙә йәшәй һәм Уның мөхәббәте беҙҙә камиллашҡан була.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Алланы бер кем һис ҡасан күрмәгән. Әммә беҙ бер-беребеҙҙе яратһаҡ, Алла беҙҙә йәшәр һәм Уның мөхәббәте беҙҙә камиллашҡан булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Яхъя 4:12
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был хәл булған урынды Яҡуп Пениил тип атаны, сөнки: «Ошонда мин күҙмә-күҙ Алланы күреп, тере ҡалдым», – тине.


– Ләкин һин Минең йөҙөмдө күрә алмаҫһың, – тине Раббы Мусаға. – Кеше, Мине күреп, иҫән ҡала алмай.


Уның менән йомаҡ аша түгел, Йөҙмә-йөҙ, асыҡ һөйләшәм. Ул Раббының рәүешен күрә. Шулай булғас, нисек ҡурҡмайынса Ҡолом Мусаны битәрләйһегеҙ?


Алланы бер кем дә, бер ҡасан да күрмәгән. Уны беҙгә Атаға һыйынған берҙән-бер Улы асып бирҙе.


Бына һәр ваҡыт буласаҡ өс нәмә: иман, өмөт һәм мөхәббәт. Улар араһында мөхәббәт – иң бөйөгө.


Мәңгелек Батшаға, үлемһеҙ, күҙгә күренмәҫ, берҙән-бер Аллаға мәңгенән-мәңгегә хөрмәт һәм дан! Амин.


Берҙән-бер үлемһеҙ Зат, буй етмәҫ яҡтылыҡта торған, бер кеше лә күрмәгән һәм күреү мөмкин дә булмаған Аллаға – хөрмәт һәм мәңгелек хакимлыҡ! Амин.


Иман арҡаһында Муса Мысырҙан китте. Ул батшаның асыуынан ҡурҡманы. Күҙгә күренмәҫ Алланы күргән кеше һымаҡ, ул сыҙам булды.


Ә Уның һүҙен үтәгән кешелә Алла мөхәббәте ысынлап та камиллыҡҡа өлгәшкән була. Шуның аша беҙ үҙебеҙҙең Унда булыуыбыҙҙы беләбеҙ ҙә инде.


Алланың бойороҡтарын үтәгән кеше Аллала булыр һәм Алла ла унда булыр. Алланың да беҙҙә булғанын Ул беҙгә биргән Рухтан белербеҙ.


Беҙ Алланың беҙгә булған һөйөүен танып белдек һәм һөйөүенә инандыҡ. Алла – мөхәббәт. Мөхәббәттә йәшәүсе – Аллала, Алла унда булыр.


Әгәр берәү: «Мин Алланы яратам», – тиһә, ә үҙе имандашын күрә алмаһа, ул – ялғансы. Үҙе күреп торған имандашын яратмаған кеше күрмәгән Алланы ярата алмай.


Беҙ – Алланан. Алланы танып белеүсе беҙҙе тыңлай. Алланан булмағандар иһә беҙҙе тыңламай. Шуның аша беҙ хәҡиҡәт Рухын һәм ялғанлыҡ рухын таныйбыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ