Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Яхъя 3:8 - Изге Яҙма

8 Кем гонаһ ҡыла, ул – Иблистән, сөнки Иблис тәүҙән үк гонаһ ҡыла. Әммә Алла Улы Иблис эштәрен ҡыйратырға килде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

8 Гонаһ ҡылыусы иһә Иблистән, сөнки Иблис тәүҙән үк гонаһ ҡыла. Ә Алла Улы нәҡ Иблис эштәрен емерергә килде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Кем гонаһ ҡыла, ул – Иблистән, сөнки Иблис тәүҙән үк гонаһ ҡыла. Әммә Алла Улы Иблис эштәрен ҡыйратырға килде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Яхъя 3:8
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һинең менән ҡатын араһына, Һинең тоҡом менән уның тоҡомо араһына Дошманлыҡ һалам Мин. Ҡатындың улы башыңды иҙер, Һин уның үксәһен сағырһың».


Ул көн Раббы Ливъяҫанды, ҡасып барған йыланды, Ливъяҫанды, борғолана-борғолана шыуышҡан йыланды, Үҙенең аяуһыҙ, бөйөк һәм ҡеүәтле ҡылысы менән язалаясаҡ; Диңгеҙҙәге аждаһаны үлтерәсәк.


Муса баҡыр йылан яһаны, уны таяҡҡа тағып ҡуйҙы һәм йыландан сағылыусылар, баҡыр йыланға ҡарап, тере ҡалды.


Әгәр ҙә Мин Алла Рухы менән ендәрҙе ҡыуып сығарам икән, тимәк, һеҙгә Алла Батшалығы килеп етте.


Баҫыу – донъя ул, яҡшы орлоҡтар – Батшалыҡ улдары, ҡый үләне – Иблис балалары,


Шул саҡ ҡотҡосо Иблис, Уның янына килеп: – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, бынау таштарға икмәккә әйләнергә бойор, – тине.


– Назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнлегеңде беләм. Һин Алла тарафынан һайланған изге Әҙәмһең! – тип ҡысҡырҙы.


– Мин Иблистең күктән йәшендәй йығылып төшкәнен күрҙем, – тип яуап бирҙе уларға Ғайса. –


Был донъяны хөкөм итер ваҡыт етте, хәҙер был донъяның хакимы ҡыуыласаҡ.


хөкөм – был донъяның хакимы инде хөкөм ителгән.


Һеҙҙең атағыҙ – Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул баштан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, сөнки унда хәҡиҡәт юҡ. Ул ялғанды һөйләгәндә үҙ асылы буйынса эшләй, ул – ялғансы, ялғандың атаһы.


Именлек Аллаһы тиҙҙән Иблисте аяҡтарығыҙ аҫтында иҙәсәк. Раббыбыҙ Ғайсаның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.


һәм элек ошо донъяның гонаһлы ғәҙәттәренә, һауалағы яуыз көстәр менән идара итеүсегә, әлеге ваҡытта Аллаға буйһонмаған кешеләрҙә ғәмәл ҡылыусы рухҡа буйһоноп йәшәнегеҙ.


Етәкселәрҙе һәм хакимлыҡ итеүселәрҙе көсөнән яҙҙырып хурлыҡҡа ҡалдырҙы һәм Мәсихтә улар өҫтөнән тантана итте.


Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, дан менән күккә күтәреп алынды.


Был балаларҙың тәне лә, ҡаны ла бар. Шунлыҡтан Ғайса Үҙе лә кеше ҡиәфәтен алды. Ул быны үлемгә баш булған Иблистең хакимлығын Үҙ үлеме менән юҡ итеү, ғүмере буйы үлемдән ҡурҡып, ҡол булып йәшәгән кешеләрҙе азат итеү маҡсатында эшләне.


Әгәр шулай булһа, донъя яратылғандан бирле Мәсихкә әйләнгән һайын ғазап сигергә тура килер ине. Ләкин Ул, Үҙен ҡорбан итеү аша гонаһты бөтөрөр өсөн, ошо һуңғы дәүерҙә бары бер тапҡыр ғына килде.


Алла гонаһ ҡылған фәрештәләрҙе лә аямаған, ә тамуҡҡа ташлаған бит. Шунда, ҡараңғыла, бығауланған килеш хөкөм көтөрҙәр.


Тормош үҙе асылып күренде: беҙ уны күрҙек. Атабыҙ менән булған, беҙгә асылған мәңгелек тормош хаҡында шаһитлыҡ ҡылабыҙ һәм иғлан итәбеҙ.


Алла балалары менән Иблис балалары араһындағы айырма ошонда күренә: ғәҙел эш итмәгән, шулай уҡ үҙенең имандашын яратмаған һәр кем Алланан түгел.


Мәсихтең кеше гонаһтарын Үҙенә алыр өсөн килгәнен һеҙ беләһегеҙ. Ә Ул Үҙе гонаһһыҙ.


Беҙ – үҙебеҙҙең Алланан булыуыбыҙҙы, ә бөтә донъяның Иблис хакимлығы аҫтында булғанын беләбеҙ.


Һәм дә үҙҙәренә бирелгән хакимлыҡты һаҡламаған, торлаҡтарын ташлап киткән фәрештәләрҙе лә Ул бөйөк көндә хөкөм итеү өсөн, мәңгелек бығауҙарға быуып, дөм ҡараңғыла һаҡ аҫтында тота.


Уларҙы алдаған Иблис иһә януар менән ялған пәйғәмбәр ташланылған утлы һәм көкөртлө күлгә ырғытылды. Улар унда мәңгенән-мәңгегә көнө-төнө ғазапланыр.


Исеме тормош китабында табылмаған һәр кем шул утлы күлгә ырғытылды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ