Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Яхъя 3:23 - Изге Яҙма

23 Ә Уның бойороғо шунан ғибәрәт: беҙ Уның Улы Ғайса Мәсихкә инанырға һәм Ул бойорғанса бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

23 Ә Уның әмере шунан ғибәрәт: беҙ Уның Улы Ғайса Мәсихкә инанырға һәм Ул биргән әмер буйынса бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Ә Уның бойороғо шунан ғибәрәт: беҙ Уның Улы Ғайса Мәсихкә инанырға һәм Ул бойорғанса бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Яхъя 3:23
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Үбегеҙ Уның улын, юҡһа Ул асыуланыр; Тотҡан юлығыҙҙа һәләк булырһығыҙ, Сөнки ярһыуы тиҙ ялҡынланыр. Уға һыйынғандар һәммәһе бәхетле!


Икенсеһе лә шундай уҡ: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат».


Шул мәлдә болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡаплап алды. Болот эсенән: «Был – Минең һөйөклө Улым, Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.


Ә Үҙен ҡабул итеп, Үҙенә инанғандарға Ул Алла балалары булырға хоҡуҡ бирҙе.


Һеҙгә яңы бойороҡ бирәм: бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Мин һеҙҙе нисек яратҡан булһам, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе шулай яратығыҙ.


– Борсолмағыҙ! Аллаға ышанаһығыҙ икән, Миңә лә ышанығыҙ!


Минең бойороғом шул: Мин һеҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе яратығыҙ.


Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү – ана шул мәңгелек тормош.


Ҡотҡарылыу байрамында Уның Йәрүсәлимдә күрһәткән мөғжизәләрен күреп, күптәр Ғайсаға инанды.


Улына инаныусы хөкөм ителмәй, ә инанмаусы хөкөм ителде инде, сөнки ул Алланың берҙән-бер Улына ышанманы.


– Алла хуш күргән эш шул: Ул Кемде ебәргән булһа, Шуға инанығыҙ.


– Раббы Ғайсаға инан. Шулай эшләһәң, үҙең дә ҡотолорһоң, өйөңдәгеләр ҙә ҡотолор, – тип яуапланылар уға.


Мәсих беҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә мөхәббәттә йәшәгеҙ. Беҙҙе яратыуы менән Аллаға хуш еҫле бүләк һәм ҡорбан булып Мәсих беҙҙең өсөн ғүмерен бирҙе.


Имандаштарығыҙҙы яратыу тураһында яҙыуҙың кәрәге юҡ, сөнки Алла һеҙҙең үҙегеҙҙе бер-берегеҙҙе яратырға өйрәтте,


Ғайса Мәсих донъяға гонаһлыларҙы ҡотҡарырға килде, тигән һүҙҙәр хаҡ һәм тулы ышанысҡа лайыҡ, ундай гонаһлылар араһында мин иң гонаһлыһымын.


Хәҡиҡәткә итәғәт итеп, һеҙ, имандаштарығыҙҙы туғандарса эскерһеҙ яратыр өсөн, йәндәрегеҙҙе паклағыҙ, шулай булғас, бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ!


Бөтәһенән дә бигерәк бер-берегеҙҙе ихлас яратығыҙ, сөнки мөхәббәт күп гонаһтарҙы ҡаплар.


Һөйөклөләрем! Мин һеҙгә ниндәйҙер яңы бойороҡ яҙмайым, юҡ, ул – һеҙгә баштан уҡ билдәле иҫке бойороҡ. Ә иҫке бойороҡ – һеҙ ишеткән хәбәр ул.


Бына был һеҙ тәүҙән үк ишеткән хәбәр: беҙ бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ.


Кем дә кем Ғайсаның Алла Улы булыуын таный, ул кешелә Алла бар һәм ул үҙе лә – Аллала.


Алла беҙгә: «Алланы яратҡан кеше үҙенең туғанын да яратһын», – тип бойорҙо.


Мин быны һеҙгә, Алла Улына инаныусыларға, үҙегеҙҙең мәңгелек тормошоғоҙ барлығын белегеҙ, тип яҙҙым.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ