Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Яхъя 2:3 - Изге Яҙма

3 Алланы белеүебеҙҙе беҙ бына нисек аңлай алабыҙ: Уның бойороҡтарын үтәйбеҙ икән, тимәк, беҙ Уны беләбеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

3 Алланы белеүебеҙҙе беҙ бына нисек аңлай алабыҙ: Уның әмерҙәрен үтәйбеҙ икән, тимәк, беҙ Уны беләбеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Алланы белеүебеҙҙе беҙ бына нисек аңлай алабыҙ: Уның бойороҡтарын үтәйбеҙ икән, тимәк, беҙ Уны беләбеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Яхъя 2:3
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Артыҡ оҙаҡ торҙом Тыныслыҡты күрә алмағандар араһында.


Кисергән ғазаптарҙан һуң ул яҡтылыҡ күрәсәк, Үҙ эшенең асылына төшөнөп, ҡәнәғәтләнеү табасаҡ. «Минең тоғро ҡолом бик күптәрҙе аҡлаясаҡ, Сөнки уларҙың ғәйептәрен үҙ өҫтөнә аласаҡ, – ти Раббы. –


Ни өсөн һеҙ Миңә: «Хакимым, Хакимым», – тип өндәшәһегеҙ, ә үҙегеҙ әйткәндәремде үтәмәйһегеҙ?


Әгәр Мине яратһағыҙ, бойороҡтарымды үтәрһегеҙ.


Мин – Атамдың бойороҡтарын үтәп, Уның мөхәббәтендә йәшәйем, һәм һеҙ ҙә, бойороҡтарымды үтәһәгеҙ, Минең мөхәббәтемдә йәшәрһегеҙ.


Бойороҡтарымды үтәһәгеҙ, һеҙ – Минең дуҫтарым.


Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү – ана шул мәңгелек тормош.


«Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла шөһрәтен танып белдек.


һәм, камиллыҡҡа өлгәшкәндән һуң, Үҙенә тыңлаусан булған бөтөнөһө өсөн дә мәңгелек ҡотолоу сығанағына әйләнде.


Аталар, һеҙгә яҙам: баштан уҡ Бар булыусыны танып беләһегеҙ. Эй йәштәр, һеҙгә яҙам: һеҙ Иблис яуызды еңдегеҙ.


Беҙ үлемдән тормошҡа күскәнебеҙҙе беләбеҙ, сөнки имандаштарыбыҙҙы яратабыҙ. Яратмаған кеше йәшәмәй, ул әлегә үлем хакимлығында.


Шулай итеп беҙ үҙебеҙҙең хәҡиҡәттән булыуыбыҙҙы белербеҙ һәм йөрәктәребеҙҙе Алла ҡаршыһында тынысландыра алырбыҙ,


Мәсихтә йәшәгән бер кем дә гонаһ ҡылмай, ә гонаһ ҡылған икән, тимәк, ул Мәсихте күрмәгән һәм Уны танымаған.


Беҙ – Аллала, Алланың беҙҙә булғанын Уның беҙгә биргән Рухынан беләбеҙ.


Һөйөклөләрем! Бер-беребеҙҙе яратайыҡ, сөнки мөхәббәт – Алланан. Һәр яратҡан кеше Алланан тыуған һәм Алланы танып белә.


Беҙ – үҙебеҙҙең Алланан булыуыбыҙҙы, ә бөтә донъяның Иблис хакимлығы аҫтында булғанын беләбеҙ.


Беҙ Алланы яратҡанда һәм Уның бойороҡтарын үтәгәндә Алланың балаларын да яратҡаныбыҙҙы беләбеҙ.


Алланы яратыуыбыҙ – Уның бойороҡтарын үтәүебеҙ ул. Ә Уның бойороҡтары ауыр түгел,


Аждаһаның ҡатынға асыуы ҡабарҙы, һәм ул уның Алла бойороҡтарын үтәгән, Ғайса хаҡында шаһитлыҡ биргән ҡалған балаларына ҡаршы һуғышырға китте.


Бында Алла бойороғон үтәгән һәм Ғайсаға инанған изге кешеләрҙең сыҙам булыуы кәрәк.


Үҙенең кейемен йыуғандар бәхетле. Уларҙың тормош ағасынан туҡланырға һәм ҡапҡалар аша ҡалаға инергә хоҡуҡтары булыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ