Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Яхъя 2:18 - Изге Яҙма

18 Балаларым! Һуңғы сәғәттәр етте. Заман ахырында Мәсих дошманының килере хаҡында һеҙ ишеткәйнегеҙ, әле Мәсихтең дошмандары күбәйеп китте һәм заман ахыры еткәнен шунан беләбеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

18 Балаларым! Һуңғы мәл етте. Донъя ахырынаса Мәсих дошманының килере хаҡында һеҙ ишеттегеҙ. Хәҙер Мәсихтең күп дошмандары пәйҙә булды. Һуңғы мәл еткәнен шунан беләбеҙ ҙә инде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Балаларым! Һуңғы сәғәттәр етте. Заман ахырында Мәсих дошманының килере хаҡында һеҙ ишеткәйнегеҙ, әле Мәсихтең дошмандары күбәйеп китте һәм заман ахыры еткәнен шунан беләбеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Яхъя 2:18
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Күп ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытып, күптәрҙе юлдан яҙҙырыр.


Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, хатта һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн, иҫ киткес хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер.


Күптәр: «Мин – Мәсих», – тип Минең исемем менән килеп, бик күптәрҙе юлдан яҙҙырыр.


Күптәр: «Мин – Улмын», – тип Минең исемем менән килеп, бик күптәрҙе юлдан яҙҙырыр.


– Дуҫтар! Ашарлыҡ берәй нәмә тота алдығыҙмы? – тип һораны Ғайса уларҙан. – Юҡ, – тине тегеләр.


Ошоларҙы үтәгеҙ, сөнки ниндәй заманда йәшәүегеҙҙе беләһегеҙ, беҙгә йоҡонан уяныу сәғәте килеп тә етте. Ҡотолоу мәле хәҙер беҙ иманға килгән ваҡытҡа ҡарағанда яҡыныраҡ.


Төн үтеп бара, көн тыуа. Әйҙәгеҙ, ҡараңғылыҡ эштәренән ситләшеп, яҡтылыҡ ҡоралдарын алайыҡ.


Әммә был һуңғы көндәрҙә Ул бөтә нәмәнең вариҫы итеп ҡуйған һәм ҡасандыр Уның аша бар ғаләмде бар иткән Улы аша һөйләне.


Алла Мәсихте донъя яратылғансы уҡ һайлағайны. Ә ошо һуңғы көндәрҙә иһә Уны һеҙҙең өсөн асты.


Заман аҙағында асылырға әҙер торған ҡотолоу өсөн Алла һеҙҙе иманығыҙ аша Үҙенең ҡөҙрәте менән һаҡлап тора.


Тиҙҙән бөтә нәмәнең аҙағы етәсәк. Шуға күрә, һәр ваҡыт доға ҡыла алыу хәлендә булыр өсөн, тотанаҡлы һәм айыҡ аҡыллы булығыҙ.


Исраил халҡы араһында ялған пәйғәмбәрҙәр ҙә булған һымаҡ, һеҙҙең арағыҙҙа ла ялған өйрәтеүселәр булыр. Улар зарарлы тәғлимәттәрҙе таратыр, хатта, үҙҙәрен иреккә йолоп алған Хакимды инҡар итеп, үҙ баштарына тиҙ үк һәләкәт килтерер.


Иң тәүҙә шуны белегеҙ: һуңғы көндәрҙә үҙҙәренең аҙғын теләктәре буйынса ғәмәл ҡылыусы, мыҫҡыллаусы оятһыҙ кешеләр килеп сығасаҡ.


Кем ул ялғансы? Ялғансы – ул Ғайсаның Мәсих икәнен инҡар итеүсе. Ундай кеше Мәсихтең дошманы һәм ул Атаны ла, Улы Ғайсаны ла инҡар итә.


Һөйөклөләрем! Рухтарҙың һәр береһенә ышанмағыҙ, уларҙың ысынлап та Аллананмы икәнлеген һынап ҡарағыҙ, сөнки донъяла ялған пәйғәмбәрҙәр бик күп.


Ғайсаны танып белмәгән бер рух та Алланан түгел, ул – Мәсих дошманының рухы, һеҙ уның килере тураһында ишеткәйнегеҙ, һәм ул хәҙер донъяла инде.


Донъяла Ғайса Мәсихтең кеше тәнендә килеүен инҡар иткән ялғансылар күбәйеп китте. Ундайҙар – алдаҡсы һәм Мәсихтең дошмандары.


Улар һеҙгә: «Ваҡыт аҙағында үҙҙәренең аҙғын теләктәре буйынса ғәмәл ҡылған битһеҙ әҙәмдәр барлыҡҡа киләсәк», – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ