Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Тимофейға 6:13 - Изге Яҙма

13 Бар тереклеккә йән биреүсе Алла алдында һәм, тоғро иманын раҫлап, Понтиос Пилатос ҡаршыһында шаһитлыҡ биргән Ғайса Мәсих алдында һиңә аманат әйтәм:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

13 Бар тереклеккә йән биреүсе Алла алдында һәм тоғро иманын раҫлап Понтий Пилатҡа шаһитлыҡ биргән Ғайса Мәсих алдында һиңә аманат әйтәм:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Бар тереклеккә йән биреүсе Алла алдында һәм, тоғро иманын раҫлап, Понтиос Пилатос ҡаршыһында шаһитлыҡ биргән Ғайса Мәсих алдында һиңә аманат әйтәм:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Тимофейға 6:13
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғайсаны идарасы ҡаршыһына баҫтырҙылар. Пилатос Унан: – Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны. – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы Ғайса.


Улар Ғайсаны бәйләп, өлкә идарасыһы Пилатосҡа алып барып тапшырҙылар.


Ғайса уға: – Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша ғына Атам янына барып була.


Ғайса уға яуап итеп: – Һиңә юғарынан бирелмәһә, Минең өҫтән бер ниндәй хакимлығың булмаҫ ине. Шунлыҡтан Мине һиңә тапшырған кешенең гонаһы һинекенән ҙурыраҡ, – тине.


Ата, үлгәндәрҙе терелтеп, уларға ғүмер биргән кеүек, Улы ла кемгә теләй, шуға ғүмер бирә.


Үҙендә тормош булған кеүек, Улына ла Үҙ-Үҙендә тормошҡа эйә булыу ҡөҙрәте бирҙе


кешеләрҙең Уға ҡул хеҙмәте күрһәтеүенә лә мохтаж түгел. Ул Үҙе һәр кемгә тормош, һулыш һәм башҡа бар нәмәне бирә.


Ышанысығыҙҙың ихласлығын иҫбат иткән был хеҙмәтегеҙҙе күреп, һеҙ асыҡтан-асыҡ һөйләп биргән Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәргә күндәм булыуығыҙ, үҙҙәре һәм башҡалар менән йомарт уртаҡлашыуығыҙ өсөн, кешеләр Алланы данлай.


Ғайса Мәсихкә булған иманығыҙ аша һеҙ барығыҙ ҙа – Алла балалары.


Инде күрегеҙ, Мин берҙән-бермен! Минән башҡа Алла юҡ. Үлтереүсе лә, терелтеүсе лә Мин, Имгәтеүсе лә, дауалаусы ла Мин. Минең ҡулдан һис кем ҡотҡара алмай.


Хеҙмәт итеү өсөн миңә көс биргән Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә рәхмәтлемен. Элек көфөр һөйләп йөрөгән, эҙәрлекләгән аяуһыҙ кеше булһам да, Ул мине тоғро һананы һәм Үҙенең хеҙмәтсеһе итеп билдәләне. Миңә шәфҡәт күрһәтелде, сөнки былар белемһеҙлегемдән һәм ышанмауымдан килә ине.


Ғайса Мәсих донъяға гонаһлыларҙы ҡотҡарырға килде, тигән һүҙҙәр хаҡ һәм тулы ышанысҡа лайыҡ, ундай гонаһлылар араһында мин иң гонаһлыһымын.


Алла бер, Алла менән кешеләр араһында бәйләнеш булдырыусы ла бер. Ул – Кеше Ғайса Мәсих.


Алла, Ғайса Мәсих һәм һайлап алынған фәрештәләр алдында һинән үтенеп һорайым: ҡушылған күрһәтмәләремде үтәгәндә ғәҙел бул, бер кемгә лә өҫтөнлөк бирмә.


Иман өсөн изге көрәш алып бар, мәңгелек тормошҡа эйә булыуға өлгәш. Алла һине ошоға саҡырҙы, һәм һин күп шаһиттар алдында үҙеңдең тоғро иманыңды раҫланың.


һәм тоғро шаһит, үленән беренсе булып терелгән, ерҙәге батшаларҙың Башлығы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын! Беҙҙе яратҡан, Үҙенең ҡаны аша гонаһтарыбыҙҙан ҡотолдорған


Ул миңә тағы былай тине: – Ғәмәлгә ашты! Мин – Альфа һәм Омега, Башы һәм Аҙағы. Мин һыуһағанға тере һыу шишмәһенән бушлай һыу эсерәм.


Шунан һуң фәрештә миңә Алланың һәм Бәрәстең тәхетенән ағып сыҡҡан, гәлсәр һымаҡ ялтырап торған тере һыу йылғаһын күрһәтте.


Лаодикеялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Амин тип аталған Зат, тоғро һәм хаҡ Шаһит, Алла булдырған нәмәләрҙең Сығанағы, былай ти:


Раббы үлтерер ҙә, терелтер ҙә, Үлеләр донъяһына ырғытыр һәм сығарыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ