Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Тимофейға 6:10 - Изге Яҙма

10 Бөтә яуызлыҡтың башы – аҡсаға табыныу. Ҡайһы берәүҙәр, ҡомһоҙланып, имандан ситләшкән һәм үҙҙәрен күп михнәттәргә дусар иткән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

10 Бөтөн яуызлыҡтың башы – аҡсаға табыныу. Ҡайһы берәүҙәр, ҡомһоҙланып, имандан ситләшкән һәм үҙҙәрен күп михнәттәргә дусар иткән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Бөтә яуызлыҡтың башы – аҡсаға табыныу. Ҡайһы берәүҙәр, ҡомһоҙланып, имандан ситләшкән һәм үҙҙәрен күп михнәттәргә дусар иткән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Тимофейға 6:10
49 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Лаван: – Ысынлап та һин минең һөйәгем, минең итемдәнһең икән, – тине. Яҡуптың Лаванда йәшәй башлауына ай тулғас,


Лаван былай тине: – Беҙҙең яҡтарҙа ҡыҙҙың кесеһен олоһонан алда кейәүгә бирмәйҙәр.


Шунан, һуйыш булған урынға кире килеп, Яҡуптың улдары һеңлеләре мәсхәрә ителгән ҡаланы таланы.


Ул ҡатын янына килде лә: – Һинең менән ятам, – тине. Үҙенең килене икәне башына ла килмәне! Ә ҡатын унан: – Минең менән ятҡан өсөн нимә бирәһең? – тип һораны.


Быны ишеткәс, ул ишәген эйәрләне лә ҡолдарын эҙләп Ахишҡа юлланды һәм уларҙы Ғаҫтан алып ҡайтты.


Шуға күрә Нағамандың махау сире мәңгелеккә һиңә һәм тоҡомоңа күсһен. Гехази пәйғәмбәр янынан ҡарҙай ағарып махау ауырыулы булып сыҡты.


Раббы боҙа ҡәүемдәрҙең ниәттәрен, Ул бушҡа сығара милләттәрҙең маҡсаттарын.


Ә минең йәнемде көҫәгәндәр Ер тәрәнлегенә төшөп юҡ булһындар!


Кеше байлығына ҡыҙығыусының ахыры бер: ҡомһоҙлоғо үҙ башына етә.


эштәренең әсе емешен татыр, яман ниәттәре менән туйыныр улар.


Ҡомһоҙ бәндә йортона бәлә тартыр, ришүәткә юл ҡуймаған кеше – имен йәшәр.


Аҡыллы булырмы ул, әллә ахмаҡмы, кем белә? Ә бит ул минең был ҡояш аҫтында ауыр хеҙмәтем һәм аҡылым менән тапҡандарҙан файҙаланасаҡ. Был да – буш мәшәҡәт.


Башлыҡтарың – фетнәселәр, Бурҙар менән әшнә улар; Барыһы ла ришүәт яраталар, Бүләк артынан сабалар. Етемдең хоҡуғын яҡламайҙар, Тол ҡатындың дәғүәләрен ҡарамайҙар.


Туя белмәгән ҡомһоҙ эттәргә оҡшаш улар; Аҡылын юйған көтөүселәр: Һәр кем үҙ яғын ҡайыра, Һәр береһе үҙ файҙаһын көҫәй.


Бер нисә ус арпа, бер нисә телем икмәк өсөн һеҙ үлергә тейеш булмағандарға – үлем, йәшәргә тейеш булмағандарға ғүмер юрап, ялғанды хуш күргән кешеләрҙе алдап, халҡым алдында Мине хурлайһығыҙ».


Фәхишәләргә хаҡ түләйҙәр. Ә һин үҙең бөтә уйнаштарыңа бүләк тараттың. Фәхешлек итергә һәр яҡтан һиңә килһендәр өсөн үҙең ришүәт бирҙең.


Ришүәт өсөн кеше ҡанын түгәләр, бурысҡа аҡса биреп, уны арттырып алалар, хаҡһыҙ табыш алыр өсөн яҡындарын талайҙар, ә Мине иҫкә лә алмайҙар, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Бында башлыҡтары ришүәт өсөн хөкөм итә, Ҡаһиндары түләмәйсә белем бирмәй, Пәйғәмбәрҙәр аҡса өсөн күрәҙәлек итә, Һәр ҡайһыһы Раббыға таянмаҡ: «Раббы беҙҙең менән түгелме ни? Башыбыҙға бәлә килмәйәсәк!»


Исмаһам, арағыҙҙан берәү Алла йорто ҡапҡаһын бикләп ҡуйһа икән, ҡорбан усағымда бушҡа утын яндырмаҫтар ине! Мин һеҙҙән риза түгелмен, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Килтергән ҡорбандарығыҙҙы ҡабул итмәйем.


Сәнскәк араһына сәселгәне шуны аңлата: кеше һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу һүҙҙе баҫып китә һәм ул уңыш бирмәй.


– Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ кешеләрҙән Күктәр Батшалығын бикләп тотаһығыҙ, үҙегеҙ ҙә инмәйһегеҙ, инергә теләүселәрҙе лә индермәйһегеҙ!


Был донъяла үҙегеҙгә байлыҡ йыймағыҙ. Бында уны көйә ҡырҡа, тут баҫа, ҡараҡтар төшөп урлай.


кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу һәм бүтән теләктәр кешеләрҙең күңелен биләп, һүҙҙе баҫып ала, һәм ул уңыш бирмәй.


Хөкөмдә ғәҙелһеҙлек ҡылма, кемдең кем икәненә ҡарама, ришүәт алма, сөнки ул аҡыл эйәһенең дә күҙен томалай, ғәйепһеҙҙәрҙе һәләк итә.


Ҡатындың йәки ирҙең фәхеш менән тапҡан аҡсаһын Аллаң Раббының йортона бер ниндәй ҙә нәҙер үтәү өсөн индермә, сөнки улар икеһе лә Аллағыҙ Раббы өсөн ерәнгес.


Шулай булғас, үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе: енси аҙғынлыҡты, әшәкелекте, нәфсене, яман теләктәрҙе һәм ялған илаһтарға табыныуға тиң булған ҡомһоҙлоҡто бөтөрөгөҙ.


ул эсеп йөрөмәҫкә, һуғыш суҡмары ла, аҡса ҡоло ла булмаҫҡа, ә иғтибарлы булырға һәм тыныслыҡ һөйөргә,


Ҡайһы берәүҙәр шуның менән мауығып имандан ситләште бит. Мәрхәмәт һеҙҙең менән булһын.


ә байырға теләүселәр ҡотҡоға бирелә, кешене үлемгә һәм һәләкәткә килтерә торған мәғәнәһеҙ, зарарлы күп теләктәрҙең тоҙағына эләгә.


Үҙҙәрен генә яратҡан, аҡсаға табынған, тәкәббер, һауалы, әсе телле, ата-әсәһенә буйһонмаған, изгелекте баһалай белмәгән, тәҡүәһеҙ,


сөнки Демас, был донъяны өҫтөн күреп, мине ташлап, Тессалоникеға юлланды, Крескес – Галатияға, Титус Далматиәгә китте,


Уларҙы ауыҙҙарын ябырға мәжбүр итергә кәрәк, сөнки улар, хурлыҡлы табыш артынан ҡыуып, ярамаған нәмәләргә өйрәтеп, тотош ғаиләләрҙең тормошон боҙа.


Имандаштарым, әгәр арағыҙҙан берегеҙ хәҡиҡәттән тайшанып, икенсегеҙ уны хәҡиҡәткә кире ҡайтарһа,


яумал араһында Шинғарҙан килтерелгән зиннәтле ябынса, ике йөҙ шекеллек көмөш һәм илле шекеллек алтын киҫәге күреп ҡалдым да уларға күҙем ҡыҙҙы. Мин уларҙы үҙемә алдым. Улар бөтәһе лә сатырымда ергә күмелгән; көмөш иң аҫта ята.


Ҡайғы уларға, сөнки улар Ҡабил юлынан китте. Билғамдың аҡса хаҡына яңылыш юлын улар ҙа ҡабатланы, Ҡорах кеүек үк фетнә сығарып һәләк булды.


баҙыяндарын һәм аш тәмләткестәрен, хуш еҫтәр ҡушылмаһын, ладандарын, шараптарын һәм зәйтүн майҙарын, иң яҡшы ондарын һәм бойҙайҙарын, мал-тыуарын һәм һарыҡтарын, аттарын һәм арбаларын, тәндәре һәм йәндәре менән бергә ҡолдарын да алмаҫ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ