Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Тимофейға 5:20 - Изге Яҙма

20 Гонаһ ҡылғандарҙы иһә, башҡаларҙа ла ҡурҡыу тыуһын өсөн, бөтәһе алдында шелтәлә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

20 Гонаһ ҡылғандарын иһә, башҡаларҙа ла ҡурҡыу тыуһын өсөн, бөтөнөһө алдында фаш ит.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Гонаһ ҡылғандарҙы иһә, башҡаларҙа ла ҡурҡыу тыуһын өсөн, бөтәһе алдында шелтәлә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Тимофейға 5:20
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Туғаныңа ҡарата күңелеңдә нәфрәт йөрөтмә. Яҡыныңдың гонаһтары өсөн яуап тотмаҫ өсөн, уны асыҡтан-асыҡ шелтәлә.


Был ваҡиға Эфеста йәшәгән бөтә йәһүдтәргә һәм башҡа халыҡ кешеләренә мәғлүм булғас, барыһы ла ҡурҡыуға төштө, Раббы Ғайсаның исеме тағы ла нығыраҡ ихтирам ителә башланы.


Имандаштар берҙәмлеген һәм был хәбәрҙе ишеткәндәрҙең бөтәһен дә көслө ҡурҡыу хисе биләп алды.


Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс тә Һананиас йығылып китте һәм йән бирҙе. Барыһын да ишетеп торған кешеләрҙең ҡото осто.


Алла ихтыяры менән һеҙ кисергән көйөнөстөң ниндәй тойғолар уятыуын ҡарағыҙ: хаталарҙы төҙәтергә ынтылыш, аҡланыу теләге, булып уҙғандарға ҡарата асыу, хәүефләнеү, мине һағыныу, тәүәккәллек һәм ғәйеплегә яза биреү теләге. Был эштә һәр яҡтан да саф булыуығыҙҙы күрһәттегеҙ.


Ҡараңғылыҡтың файҙаһыҙ эштәрендә ҡатнашмағыҙ, киреһенсә, уларҙы фаш итегеҙ.


Был хаҡта барлыҡ Исраил ишетер ҙә ҡурҡыр һәм артабан бындай яманлыҡ эшләүҙән тыйылыр.


Бөтә халыҡ быны ишетеп ҡурҡыр һәм алдағы көндәрҙә хөкөм ҡарарына буйһонор.


Башҡалар был хаҡта ишетеп ҡурҡыр, киләсәктә бындай яуызлыҡты эшләүсе булмаҫ.


Был осраҡта ҡаланың бөтә ирҙәре уны таш бәреп үлтерһен. Арағыҙҙан яуызлыҡты шул рәүешле тамырынан йолҡоп ташла. Бөтә исраилдар ҙа был хаҡта ишетеп ҡурҡыр.


Һуменайос менән Искәндәр ҙә шундайҙарҙан, мин уларҙы, көфөр һүҙҙәр һөйләүҙән тыйылып өйрәнһендәр өсөн, Иблис ҡулына тапшырҙым.


Алла һүҙен вәғәзлә, быны уңайлы ваҡытта ла, уңайһыҙ ваҡытта ла эшләргә әҙер тор, яңылышты төҙәт, иҫкәрт, өйрәткәндә һәр ваҡыт сабырлыҡ менән өгөтлә.


Ул дөрөҫ әйткән. Шуға күрә улар хаҡ иман тотһон, йәһүдтәрҙең уйҙырмаларына һәм дөрөҫлөктө кире ҡаҡҡандарҙың күрһәтмәләренә иғтибар бирмәһендәр өсөн, ҡәтғи тәнҡитлә.


Быларҙың барыһы тураһында һөйләгәндә, нәсихәт биргәндә һәм фашлағанда, хакимлыҡтың һәр төрөн файҙалан. Һине бер кем дә һанға һуҡмай тормаһын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ