Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Тимофейға 4:7 - Изге Яҙма

7 Бисә-сәсәнең иманһыҙ уйҙырма ләститенән ары йөрө, үҙеңде Аллаға ихлас табыныуҙа күнектер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

7 Алланы һанға һуҡмаған кешеләрҙән һәм бисә-сәсәләрҙең уйҙырма хәбәрҙәренән ары йөрө, үҙеңде Аллаға ихлас табыныуҙа күнектер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Бисә-сәсәнең иманһыҙ уйҙырма ләститенән ары йөрө, үҙеңде Аллаға ихлас табыныуҙа күнектер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Тимофейға 4:7
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шуға күрә һәр ваҡыт Алла алдында һәм кешеләр ҡаршыһында саф выждан менән йәшәргә тырышам.


Улар осһоҙ-ҡырыйһыҙ шәжәрәләрҙә соҡсоноп һәм уйҙырма хәбәрҙәр таратып йөрөүҙән туҡтаһын, сөнки былар барыһы ла бәхәс кенә тыуҙыра һәм Алла ниәтен иман аша тормошҡа ашырырға ҡамасаулай.


Ҡанун тәҡүә кешеләр өсөн сығарылмаған, ул ҡанунһыҙҙар һәм буйһонмаусылар, Алланы һанға һуҡмаусылар һәм гонаһлылар, тәҡүәһеҙҙәр һәм изге нәмәләргә битарафтар, ата-әсәһенә ҡул күтәреүселәр, кеше үлтереүселәр,


Аллаға тоғро һәм ихтирамлы ҡатын-ҡыҙҙарға хас булғанса, үҙҙәрен яҡшы эштәр менән биҙәүен теләйем.


Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, дан менән күккә күтәреп алынды.


Тән күнекмәһенең ярҙамы сикләнгән, ә Аллаға ихлас табыныу һәр яҡлап файҙалы, сөнки ул ысын тормош вәғәҙә итә – хәҙер ҙә, киләсәктә лә.


Һин иһә, Алла кешеһе, быларҙан ситтә тор, ә тәҡүә булыуҙа, ихлас табыныуҙа, иманда, мөхәббәттә, сабырлыҡта, баҫалҡылыҡта уңыштарға өлгәш.


Тимоҫеус! Үҙеңә ышанып тапшырылғанды һаҡла, Алланы һанға һуҡмаған буш һүҙҙәрҙән һәм, ғилем тип аталып та, дөрөҫлөккә тап килмәгән нәмәләрҙән ары тор.


Кемдер башҡа берәй нәмәгә өйрәтә һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡ һүҙҙәре, шулай уҡ иманға тап килгән тәғлимәт менән килешмәй икән,


Аллаға табыныу – табыш алыу өсөн тип уйлап, хәҡиҡәттән ситләшкән, шул арҡала аҡылдарына зыян килгән кешеләр араһында буш бәхәстәр тыуа.


Ә Алланы һанға һуҡмаған буш һүҙҙәрҙән ситтә тор, сөнки уларҙы һөйләүселәр Алланан алыҫлаштыра,


Наҙан кешеләрҙең аҡылһыҙ бәхәстәренән ситтә тор, уларҙың талаш ҡына тыуҙырыуҙарын беләһең.


Әйткәндәй, Ғайса Мәсихтә тормош алып барырға, Аллаға ихлас табынып йәшәргә теләгәндәрҙең бөтәһе лә эҙәрлекләнер.


Аллаға ихлас табынған булып күренеп, иман көсөн кире ҡаҡҡан кешеләр артыр. Ундайҙарҙан алыҫ тор.


улар, хәҡиҡәтте инҡар итеп, уйҙырма хәбәрҙәр тыңлар.


Был мәрхәмәт, аллаһыҙлыҡты һәм донъяуи нәфселәрҙе кире ҡағып, беҙҙе был донъяла тотанаҡлы, ғәҙел булырға һәм Аллаға ихлас табынырға өйрәтә.


Бушҡа һүҙ көрәштереүҙән, шәжәрәлә соҡсоноуҙан, ыҙғыш-талаштан һәм ҡанун тураһындағы бәхәстәрҙән алыҫ тор, сөнки уларҙың файҙаһы ла, мәғәнәһе лә юҡ.


Ҡаты ризыҡ иһә өлкәндәргә ҡулай, тормош тәжрибәһе уларҙы яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырыр һиҙгерлеккә өйрәткән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ