11 Быларҙы башҡаларға өйрәт һәм үтәлеүен талап ит.
Улар намыҫлы тормош алып барһын өсөн, был талаптарҙың үтәлеүен күңелдәренә һеңдер.
Хужалары иманлы булған осраҡта, имандаш әле тип, ҡолдарҙың уларға хөрмәте кәмерәк булмаһын, киреһенсә, тағы ла яҡшыраҡ хеҙмәт итһендәр, сөнки хеҙмәттәренең мәнфәғәтен күреүсе хужалар – иман тотоусылар һәм ҡәҙерле имандаштар. Кешеләрҙе ошоға өйрәт һәм нәсихәт ит.
Алла һүҙен вәғәзлә, быны уңайлы ваҡытта ла, уңайһыҙ ваҡытта ла эшләргә әҙер тор, яңылышты төҙәт, иҫкәрт, өйрәткәндә һәр ваҡыт сабырлыҡ менән өгөтлә.
Быларҙың барыһы тураһында һөйләгәндә, нәсихәт биргәндә һәм фашлағанда, хакимлыҡтың һәр төрөн файҙалан. Һине бер кем дә һанға һуҡмай тормаһын.
Был һүҙҙәр хаҡ, Аллаға ышаныусылар үҙҙәрен яҡшы эштәргә бағышларға тырышһын өсөн, мин ошо һүҙҙәргә айырыуса баҫым яһап һөйләүеңде теләйем. Был бөтәһе өсөн дә яҡшы һәм файҙалы.