Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Тимофейға 4:10 - Изге Яҙма

10 Бының өсөн беҙ бар көсөбөҙҙө һалып хеҙмәт итәбеҙ һәм көрәш алып барабыҙ, сөнки бөтә кешеләрҙе, бигерәк тә иман юлындағыларҙы ҡотҡарыусы тере Аллаға өмөт бағлайбыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

10 Беҙ, үҙебеҙ ынтылған тормошҡа өлгәшеү өсөн, бар көсөбөҙҙө һалып хеҙмәт итәбеҙ һәм көрәш алып барабыҙ, сөнки бөтөн кешеләрҙе, бигерәк тә иман юлындағыларҙы ҡотҡарыусы мәңге тере Аллаға өмөт бағлайбыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Бының өсөн беҙ бар көсөбөҙҙө һалып хеҙмәт итәбеҙ һәм көрәш алып барабыҙ, сөнки бөтә кешеләрҙе, бигерәк тә иман юлындағыларҙы ҡотҡарыусы тере Аллаға өмөт бағлайбыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Тимофейға 4:10
40 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эй Алла, күңелем тоғро Һиңә! Бар булмышым менән Һиңә көйләрмен, Мәҙхиәләр йырлармын.


Һинең ҡағиҙәләреңде тотам, Мине һис ҡасан ташлама, Раббым!


Ул тоғролоғоңдо таңдай балҡытыр, Ғәҙеллегеңде төшлөктәге ҡояштай итер.


Ерҙән тоғролоҡ үҫеп сығыр, Хаҡлыҡ күктәрҙән аҫҡа эйелер.


Алла – Ҡотҡарыусым минең, Уға өмөт бағлайым һәм ҡурҡмайым; Сөнки Раббы Аллабыҙ – ҡеүәтем, йырым, Ул минең ҡотҡарыусым!»


Арағыҙҙа Раббынан ҡурҡҡан, Уның ҡолоноң әйткәнен тыңлаған кем бар? Ҡараңғылыҡта йөрөгән, яҡтылыҡ күрмәгән кеше Раббының исеменә өмөт бағлаһын, Аллаһына арҡаланһын!


Раббыға өмөт бағлаған кеше фатихалы, Раббы – уның ышанысы!


Шул саҡ Навуходоносор былай тип иғлан итте: – Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоның Аллаһына рәхмәттәр яуһын! Ул, фәрештәһен ебәреп, Үҙенә башкөллө ышанған ҡолдарын ҡотҡарҙы. Улар батша ихтыярына баш бирмәне, үҙ ғүмерҙәрен ҡыҙғанманы – үҙ Аллаһынан башҡа, бүтән илаһтарға табынманы ла, сәждә лә ҡылманы.


Раббы игелекле – ҡайғы көнөндә һыйыныр урын, Үҙенә өмөт бағлағанды хәстәрләй.


– Һин – Мәсих, тере Алланың Улы, – тип яуап бирҙе Шимғон Петрус.


Ул Аллаға ышана ине. Әгәр ҙә Алла Уны хуш күрһә, хәҙер Уны ҡотҡарһын! Ул Үҙен Алланың Улы тип атаны бит.


Икенсе көндө Яхъя, үҙенә табан килгән Ғайсаны күреп: – Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе! – тине. –


Ҡатынға иһә: «Беҙ инде һинең һөйләүең буйынса ғына түгел, ә әйткән һүҙҙәрен үҙебеҙ ишетеп, Уның ысынлап та донъяны Ҡотҡарыусы икәнен белгәнгә күрә ышанабыҙ», – тинеләр.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һүҙемде тыңлап, Мине Ебәреүсегә инанған кеше мәңгелек тормошҡа эйә була. Ул хөкөм ҡаршыһына баҫмаясаҡ, сөнки ул инде үлемдән тормошҡа күсте.


Әммә хәҙер кем булһам, Алла мәрхәмәте менән мин шул булдым. Ул күрһәткән мәрхәмәт бушҡа китмәне, башҡа илселәрҙең һәммәһенә ҡарағанда ла тырышыбыраҡ хеҙмәт иттем. Хәйер, мин түгел, ә минең менән булған Алла мәрхәмәте хеҙмәт итте.


Алла беҙҙе үлем дәһшәтенән ҡотҡарҙы һәм тағы ла ҡотҡарасаҡ әле. Киләсәктә лә ҡотҡарасағына ышанып, Уға өмөт бағлайбыҙ,


Был яҡшы ла, Ҡотҡарыусы Аллабыҙ ҙа уны хушһынып ҡабул итә.


Ул бөтә кешеләрҙең дә ҡотолоуын һәм хәҡиҡәтте таныуын теләй бит.


Ул бөтә кешеләрҙе ҡотҡарыу хаҡын Үҙ ғүмере менән түләне. Быға Алла тарафынан билдәләнгән ваҡытта шаһитлыҡ бирелде.


әгәр мин оҙаҡлаһам, хәҡиҡәттең терәге һәм нигеҙе булған тере Алланың берҙәмлегендә, йәғни Алла йортонда үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген белергә тейешһең.


Был донъялағы байҙарҙы иҫкәрт: улар үҙҙәре тураһында юғары фекерҙә булмаһын һәм ышанысһыҙ байлыҡҡа түгел, рәхәтләнеп йәшәү өсөн бөтә нәмәне мул биргән Аллаға өмөт бағлаһын.


Ул үҙен көткән әжерҙе күрә, шуға ла Мәсих хаҡына хурлыҡ аша үтеүҙе Мысыр хазинаһынан ҡиммәтерәк байлыҡ тип иҫәпләй.


Шуға күрә беҙ ҙә, Ул башынан үткәргән хурлыҡты күтәреп, тупламдан ситкә, Уның янына сығайыҡ.


Мәсихте үленән терелткән һәм Уға шөһрәт биргән Аллаға һеҙ Мәсих аша иман тотаһығыҙ ҙа инде. Шулай итеп, һеҙҙең иманығыҙ һәм өмөтөгөҙ – Аллала.


Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙға, беҙҙең генә түгел, бәлки бөтә донъя гонаһтарына Үҙе аша ярлыҡау килтергән ҡорбан булды.


Ата Үҙенең Улын ошо донъяға Ҡотҡарыусы итеп ебәргәнен беҙ үҙебеҙ күрҙек һәм быға шаһитлыҡ ҡылабыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ