Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Тимофейға 3:6 - Изге Яҙма

6 Етәксе, әреләнеп китеп, Иблис төшкән хөкөмгә дусар ителмәһен өсөн, ул иманға яңы ғына килеүселәр араһынан булырға тейеш түгел.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

6 Етәксе ҡупайып китеп Иблис төшкән хөкөмгә дусар ителмәһен өсөн, ул иманға яңы ғына килеүселәр араһынан булырға тейеш түгел.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Етәксе, әреләнеп китеп, Иблис төшкән хөкөмгә дусар ителмәһен өсөн, ул иманға яңы ғына килеүселәр араһынан булырға тейеш түгел.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Тимофейға 3:6
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һин нимә, эдомдарҙы тар-мар иттем, тип эреләнеп киттеңме? Шул еңеүеңә ҡәнәғәт булып, өйөңдә генә ултыр. Нишләп бәлә саҡыраһың? Үҙең дә, һинең менән бергә Йәһүҙә лә тар-мар ителәсәк бит».


Әммә шулай көсәйгәс, Ғуззияһ үҙ башына була маһайып китә һәм Аллаһы Раббыға ҡаршы енәйәт ҡыла. Ул ҡорбан усағында хуш еҫ төтәтер өсөн Раббы ҡорамына инә.


Әммә Хизкияһ үҙенә төшкән изгелектең хаҡын ҡайтармай, сөнки йөрәген маһайыу биләп алған була. Шунлыҡтан уға, Йәһүҙәгә һәм Йәрүсәлимгә Раббының асыуы төшә.


Һәләкәттән алда күңел тәкәбберлеге килә, тыйнаҡлыҡ иһә үҙе артынан дан-шөһрәт эйәртә.


Кешене тәкәбберлеге түбәнһетә, тыйнаҡ кеше хөрмәт ҡаҙана.


Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ул көн Бөтә һауалы, юғары, ғорурҙарҙы түбәнһетер.


Был ғәскәр еңелгәндән һуң, көньяҡ батша һауаланып китер. Ул тиҫтәләрсә мең яугирҙе юҡ итер, ләкин уңыштары оҙаҡҡа бармаҫ,


– Мин Иблистең күктән йәшендәй йығылып төшкәнен күрҙем, – тип яуап бирҙе уларға Ғайса. –


Имандаштар, мин һеҙгә Алла Рухына эйә булыусыларға өндәшкән кеүек һөйләй алманым, һеҙгә донъя кешеләренә, Мәсихтәге сабыйҙарға һөйләгән кеүек мөрәжәғәт итергә тура килде.


Ялған илаһтарға ҡорбан ителгән иткә килгәндә, «был турала бөтәбеҙҙең дә белемебеҙ бар» тиһегеҙ. Был ысынлап та шулай. Әммә белем кешене һауалы итә, ә мөхәббәт – нығыта.


Миңә ғәҙәттән тыш асылыштар бирелгәнлектән, мин маһайып китмәһен өсөн, тәнемә «сәнскәк» ҡаҙалды, ул – Иблис фәрештәһе. Артыҡ маһаймаһын тип, мине яфаларға ебәрелде.


Шулай эшләһә, ул үҙен ырыуҙаштарынан өҫтөн һанамаҫ, был бойороҡтарҙан уңға ла, һулға ла тайпылмаҫ, шул ваҡытта үҙе һәм улдары Исраилда оҙаҡ йылдар батшалыҡ итер.


ҡара уны, йөрәгең тәкәбберләнеп, Раббыны, һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаңды, онота күрмә.


Ғәйеп тыуҙырмаҫ һәм Иблис тоҙағына эләкмәҫ өсөн, етәксенең сит кешеләр араһында ла даны яҡшы булыуы мотлаҡ.


ул кеше тәкәббер, бер ни белмәй, әммә бәхәсләшеү һәм һүҙ көрәштереү сирен йоҡторған; шул арҡала көнсөллөк, талаш, яман һүҙ һөйләү, мәкерле шикләнеүҙәр килеп сыға,


хыянатсыл, дыуамал, ҡупыҡ, Алланы яратыуға ҡарағанда кәйеф-сафаға нығыраҡ бирелгән,


Һеҙ ҙә, ышаныста үҫеп, ҡотолоуға өлгәшеү өсөн, яңы тыуған сабый һөт һораған кеүек, саф рухи һөткә ынтылығыҙ.


Һеҙ ҙә, йәштәр, өлкәндәргә буйһоноғоҙ. Һәр кем бер-берегеҙгә ҡарата тыйнаҡ булығыҙ, сөнки, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә».


Алла гонаһ ҡылған фәрештәләрҙе лә аямаған, ә тамуҡҡа ташлаған бит. Шунда, ҡараңғыла, бығауланған килеш хөкөм көтөрҙәр.


Һәм дә үҙҙәренә бирелгән хакимлыҡты һаҡламаған, торлаҡтарын ташлап киткән фәрештәләрҙе лә Ул бөйөк көндә хөкөм итеү өсөн, мәңгелек бығауҙарға быуып, дөм ҡараңғыла һаҡ аҫтында тота.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ