Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Тимофейға 1:3 - Изге Яҙма

3 Македония өлкәһенә киткән саҡта, мин һиңә Эфеста ҡалып, ялған тәғлимәт өйрәтеүселәрҙе тыйыуыңды һорағайным.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

3 Македония өлкәһенә киткән саҡта, мин һиңә Ефеста ҡалып, ялған тәғлимәт өйрәтеүселәрҙе тыйыуыңды һорағайным.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Македония өлкәһенә киткән саҡта, мин һиңә Эфеста ҡалып, ялған тәғлимәт өйрәтеүселәрҙе тыйыуыңды һорағайным.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Тимофейға 1:3
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эфесҡа килеп еткәс, Паулус юлдаштарынан айырылып ғибәҙәтханаға барҙы һәм унда йәһүдтәр менән һөйләшеп ултырҙы.


Улар менән һаубуллашып: – Алла ихтыярында булһа, тағы килермен, – тине. Бынан һуң ул һыу юлы менән Эфестан китте.


сөнки Македония менән Ахаялағы берҙәмлектәр Йәрүсәлимдәге имандаштар араһындағы ярлыларға аҡсалата ярҙам күрһәтергә ҡарар итте.


Имандаштар, һеҙгә мөрәжәғәт итәм: үҙегеҙ өйрәнгән тәғлимәткә ҡаршы сығып, шул рәүешле бүленешкә килтереүселәрҙән һәм тоғро юлдан яҙыуға сәбәп тыуҙырыусыларҙан һаҡ булығыҙ һәм уларҙан ситләшегеҙ.


Ни өсөн тигәндә, берәйһе килеп беҙ вәғәзләмәгән башҡа берәй Ғайса тураһында һөйләй башлаһа, йәки һеҙгә бирелгән Рухтан башҡа рухты тәҡдим итһә, йәки үҙегеҙ ҡабул иткән Һөйөнөслө Хәбәрҙән башҡа «һөйөнөслө хәбәрҙе» ҡабул итергә өгөтләһә, һеҙ ундайҙарға тиҙ ҡолаҡ һалаһығыҙ.


Мәкерле кешеләрҙең хәйләләренә, тәғлимәттәренә ышанып, төрлө яҡҡа борғолаған елдәр һәм тулҡындар ыңғайына һуғылып, алданып йөрөүсе сабый булыуҙан туҡтайыҡ.


Үҙемдең дә тиҙҙән янығыҙға барып етеремә Раббы ышаныс бирә.


Быларҙы башҡаларға өйрәт һәм үтәлеүен талап ит.


Үҙең ҡабул иткән иман һүҙҙәрен, яҡшы тәғлимәтте ныҡ тотоп, рухи ризыҡ менән туҡланып, имандаштарыбыҙға ла ошо нәсихәттәрҙе өйрәтһәң, Ғайса Мәсихтең һәйбәт хеҙмәтсеһе булырһың.


Улар намыҫлы тормош алып барһын өсөн, был талаптарҙың үтәлеүен күңелдәренә һеңдер.


Бөтә яуызлыҡтың башы – аҡсаға табыныу. Ҡайһы берәүҙәр, ҡомһоҙланып, имандан ситләшкән һәм үҙҙәрен күп михнәттәргә дусар иткән.


Был донъялағы байҙарҙы иҫкәрт: улар үҙҙәре тураһында юғары фекерҙә булмаһын һәм ышанысһыҙ байлыҡҡа түгел, рәхәтләнеп йәшәү өсөн бөтә нәмәне мул биргән Аллаға өмөт бағлаһын.


Кемдер башҡа берәй нәмәгә өйрәтә һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡ һүҙҙәре, шулай уҡ иманға тап килгән тәғлимәт менән килешмәй икән,


Ҡиәмәт көнөндә ул Раббы ярҙамы менән Раббының шәфҡәтен алһын. Уның Эфеста саҡта миңә нисек хеҙмәт иткәнен үҙең беләһең.


Донъяла Ғайса Мәсихтең кеше тәнендә килеүен инҡар иткән ялғансылар күбәйеп китте. Ундайҙар – алдаҡсы һәм Мәсихтең дошмандары.


Әммә һиңә ҡарата ҡайһы бер ҡаршылығым бар: һеҙҙең арала Билғам тәғлимәте яҡлылар бар, ә ул иһә үҙ мәлендә, ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡты ашаһындар һәм фәхешлек ҡылһындар өсөн, Балаҡты исраилдарҙы гонаһ юлына этәрергә өйрәткән.


Әммә һиңә ҡарата ризаһыҙлығым бар: үҙен пәйғәмбәр тип атап, фәхешлеккә һәм ялған илаһтарға ҡорбан ителгән ризыҡты ашарға өйрәтеп йөрөгән Изевел исемле ҡатынға Минең ҡолдарымды гонаһҡа этәреүгә юл ҡуяһың.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ