Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Тимофейға 1:14 - Изге Яҙма

14 Раббыбыҙ мәрхәмәте миңә Ғайса Мәсихтә булған иман һәм мөхәббәт менән бергә мул бирелде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

14 Раббыбыҙ мәрхәмәте миңә Ғайса Мәсих аша иман һәм мөхәббәт менән бергә мул бирелде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Раббыбыҙ мәрхәмәте миңә Ғайса Мәсихтә булған иман һәм мөхәббәт менән бергә мул бирелде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Тимофейға 1:14
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы Муса алдынан үтеп, былай иғлан итте: – Раббы, Раббы, рәхимле һәм мәрхәмәтле, сикһеҙ түҙемле, оло мөхәббәтле һәм тоғро Раббы Алла.


Киске биштә ялланғандар килеп, һәр ҡайһыһы берәр динар аҡса алған.


Ә бит беҙ ҙә, улар кеүек үк, Раббы Ғайса мәрхәмәте аша ҡотолоу алыуыбыҙға ышанабыҙ.


Именлек Аллаһы тиҙҙән Иблисте аяҡтарығыҙ аҫтында иҙәсәк. Раббыбыҙ Ғайсаның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.


Әммә хәҙер кем булһам, Алла мәрхәмәте менән мин шул булдым. Ул күрһәткән мәрхәмәт бушҡа китмәне, башҡа илселәрҙең һәммәһенә ҡарағанда ла тырышыбыраҡ хеҙмәт иттем. Хәйер, мин түгел, ә минең менән булған Алла мәрхәмәте хеҙмәт итте.


Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт буйынса, мин аҡыллы төҙөүсе кеүек нигеҙ һалдым, ә икенсе берәү шул нигеҙҙең өҫтөнә төҙөй. Һәр кем үҙенең нисек төҙөүенә иғтибар итһен.


Быларҙың бөтәһе лә һеҙҙең өсөн эшләнә. Шулай итеп, мәрхәмәт торған һайын күберәк кешеләргә таралыр һәм шуның менән Алла данына торған һайын күберәк рәхмәт яуыр.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәтен беләһегеҙ: һеҙ Уның фәҡирлеге аша байыһын өсөн, Ул бай булһа ла, һеҙҙең хаҡҡа фәҡир булды.


Һеҙҙең йәһүд динендә булғанымда нисек йәшәгәнемде лә, Алла берҙәмлеген аяуһыҙ эҙәрләгәнем һәм юҡ итергә тырышҡанымды ла,


Һеҙҙең иманлы эштәрегеҙҙе, мөхәббәт менән һуғарылған хеҙмәтегеҙҙе һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә өмөт бағлап ныҡ тороуығыҙҙы Атабыҙ Алла алдында һәр ваҡыт иҫебеҙҙә тотабыҙ.


Ә беҙ, көн балалары булараҡ, айыҡ булайыҡ, иман һәм мөхәббәтте – һарайта, ә ҡотолоуға өмөтөбөҙҙө торҡа итеп кейәйек.


Әгәр ҡатын иман һәм мөхәббәттә, изгелек һәм әхлаҡлылыҡ һаҡлап йәшәһә, әсәлек бурысын үтәүсе булараҡ, ҡотҡарыласаҡ.


Бер кем дә һинең йәшеңә кәмһетеп ҡарамаһын; һөйләгән һүҙҙәреңдә лә, йәшәйешеңдә лә, мөхәббәттә лә, иманда ла, сафлыҡта ла иман тотоусылар өсөн өлгө бул.


Һин иһә, Алла кешеһе, быларҙан ситтә тор, ә тәҡүә булыуҙа, ихлас табыныуҙа, иманда, мөхәббәттә, сабырлыҡта, баҫалҡылыҡта уңыштарға өлгәш.


Ғайса Мәсихтә булған мөхәббәттә һәм иманда тороп, минән ишеткән хаҡ тәғлимәтте өлгө итеп тот.


Йәштәргә хас булған мауығыуҙарҙан ситтә тор, ә Раббыға саф йөрәк менән мөрәжәғәт итеүселәр менән бергә тәҡүәлеккә, иман, мөхәббәт, именлеккә ынтыл.


оло ирҙәр айыҡ аҡыллы, ихтирамға лайыҡ, тотанаҡлы булһын, иманда, мөхәббәттә, сыҙамлылыҡта ныҡ торһон;


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһына һәм Атаһына дан! Ул Үҙенең бөйөк мәрхәмәте менән Ғайса Мәсихте үленән терелтеү аша беҙҙе яңынан тыуҙырҙы һәм беҙгә серемәҫ, бысранмаҫ, шиңмәҫ мираҫҡа тере өмөт бирҙе. Ул уны күктә һеҙҙең өсөн һаҡлай.


Мөхәббәт шунан ғибәрәт: ул – беҙҙең Алланы яратыуыбыҙҙа түгел, ә Уның беҙҙе яратыуында һәм, гонаһтарыбыҙ ярлыҡанһын өсөн, ҡорбан итеп Үҙенең Улын ебәреүендә.


Раббы Ғайсаның мәрхәмәте барыһы менән булһын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ