Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Тимофейға 1:11 - Изге Яҙма

11 Мөбәрәк Алланың шөһрәте тураһындағы миңә ышанып тапшырылған Һөйөнөслө Хәбәрҙә был турала шулай тиелә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

11 Мөбәрәк Алланың бөйөклөгө тураһында миңә ышанып тапшырылған Һөйөнөслө Хәбәрҙә был турала шулай тиелә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Мөбәрәк Алланың шөһрәте тураһындағы миңә ышанып тапшырылған Һөйөнөслө Хәбәрҙә был турала шулай тиелә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Тимофейға 1:11
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡасан ятып, ҡасан торғанымды беләһең, Уйҙарымды алыҫтан аңлап тораһың.


– Бейек күктәрҙәге Аллаға дан! Алла Үҙе һайлап алған һәм яратҡан кешеләргә ерҙә именлек булһын!


Быларҙың барыһы ла Алла кешеләрҙең йәшерен эштәрен һәм уйҙарын Ғайса Мәсих аша мин вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәр буйынса хөкөм итәсәк көндө буласаҡ.


Үҙ теләгем менән вәғәзләһәм, әжере булыр ине. Әммә үҙ теләгем менән башҡармайым икән, ни бары үҙемә ышанып тапшырылған хеҙмәтте үтәйем.


Был донъяның илаһы уларҙың аҡылын томалаған һәм улар, иманға килмәйенсә, Алланың һыны булған Мәсихтең балҡышлы шөһрәтен күрһәтеүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙең нурын күрмәйҙәр.


«Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла шөһрәтен танып белдек.


Киреһенсә, улар, сөннәтлеләр араһында Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу Петрусҡа йөкмәтелгән кеүек, сөннәтһеҙҙәр араһында вәғәзләү миңә тапшырылғанды күрҙеләр.


Быны Ул беҙҙең, Мәсихкә өмөт бағлаусыларҙың тәүгеләре аша Алланың шөһрәте маҡталһын өсөн эшләне.


Ул быны Үҙенең ғәзиз Улында беҙгә бүләк итеп биргән бөйөк мәрхәмәте маҡталһын өсөн эшләне.


Быны беҙгә ҡарата булған изгелеген һәм Үҙ мәрхәмәтенең сикһеҙ муллығын киләсәк быуаттарҙа Ғайса Мәсихтә күрһәтеү өсөн эшләне.


Был ниәт буйынса имандаштар берҙәмлеге аша күктәге етәкселәр менән хакимдарға Уның күп яҡлы зирәк аҡылы мәғлүм булыр.


Мин Алла ҡушыуы буйынса имандаштар берҙәмлеге хеҙмәтсеһе булдым. Алла һүҙен тулыһынса вәғәзләү өсөн, был эш миңә Уның тарафынан һеҙҙең хаҡҡа йөкмәтелде.


Кешеләргә ярарға тырышып түгел, ә йөрәктәребеҙҙе һынаған һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратырға беҙҙе лайыҡлы тип тапҡан Алла ихтыярынан сығып һөйләйбеҙ.


Шуның өсөн мин бүтән халыҡтарға иман һәм хәҡиҡәт өйрәтеүсе, вәғәз таратыусы илсе итеп ҡуйылдым. Дөрөҫөн һөйләйем, ялғанламайым.


Берҙән-бер һәм мөбәрәк Түрә, батшаларҙың Батшаһы һәм хакимдарҙың Хакимы, ваҡыты еткәс, Ғайса Мәсихте ебәрәсәк.


Тимоҫеус! Үҙеңә ышанып тапшырылғанды һаҡла, Алланы һанға һуҡмаған буш һүҙҙәрҙән һәм, ғилем тип аталып та, дөрөҫлөккә тап килмәгән нәмәләрҙән ары тор.


Мин ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүсе илсе һәм остаз итеп ҡуйылдым.


Һиңә ышанып тапшырылған яҡшы нәмәне күңелдәребеҙҙә йәшәгән Изге Рух ярҙамы менән һаҡла.


Минән күп шаһиттар алдында ишеткәндәреңде башҡаларҙы ла өйрәтерлек ышаныслы кешеләргә тапшыр.


Үҙ ваҡыты еткәс, Ҡотҡарыусыбыҙ Алла бойороғо буйынса миңә ышанып тапшырылған вәғәз аша Алла Үҙенең хәбәрен иғлан итте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ