Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Петр 2:25 - Изге Яҙма

25 Һеҙ һарыҡ һымаҡ аҙашып йөрөнөгөҙ, әммә хәҙер Көтөүсегеҙ һәм йәндәрегеҙҙе Һаҡлаусы янына әйләнеп ҡайттығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

25 Һеҙ аҙашып йөрөгән һарыҡтар һымаҡ инегеҙ, әммә хәҙер Көтөүсегеҙ һәм йәндәрегеҙҙе Һаҡлаусы янына әйләнеп ҡайттығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

25 Һеҙ һарыҡ һымаҡ аҙашып йөрөнөгөҙ, әммә хәҙер Көтөүсегеҙ һәм йәндәрегеҙҙе Һаҡлаусы янына әйләнеп ҡайттығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Петр 2:25
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йырсылар етәксеһенә: «Гиттиҫ» көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе.


Шул сағында һәр кем аусы эҙәрләгән ғәзәл, Көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡ һымаҡ, Үҙ халҡы янына йүгерер, Үҙенең еренә ҡасыр.


Ул, көтөүсе һымаҡ, көтөүен көтөр; Бәрәстәрен, ҡулға алып, ҡуйынында йөрөтөр, Имеҙгән һарыҡтарҙы хәстәрләп әйҙәр.


Ул иһә беҙҙең енәйәттәребеҙ арҡаһында тәненә йәрәхәт алған; Беҙҙең ғәйептәребеҙ өсөн ул иҙелгән. Уның язаланыуы беҙгә именлек килтергән, Уның яралары беҙгә сихәт биргән.


Бөтәбеҙ ҙә һарыҡ һымаҡ аҙашҡайныҡ; Һәр беребеҙ үҙенең юлына боролғайны. Ә Раббы беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы уға йөкмәтте.


Шуға күрә Үҙенең халҡын көткән көтөүселәргә Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Һеҙ малдарымды тарҡатып ҡыуып ебәрҙегеҙ, ҡуйҙарымды ҡараманығыҙ. Ә хәҙер Мин һеҙҙе ҡарайым, яуыз ғәмәлдәрегеҙ өсөн язалайым, – тип белдерә Раббы. –


Көтөүем бөтә тауҙарға, бейек ҡалҡыулыҡтарға, бөтә ер йөҙөнә таралды. Уларҙы юллаусы ла, эҙләүсе лә юҡ».


Ҡолом Дауыт уларҙың батшаһы булыр, уларҙың барыһына бер көтөүсе булыр. Улар Минең ҡанун-ҡағиҙәләрем буйынса йәшәр, Минең бойороҡтарымды еренә еткереп үтәр.


«Эй ҡылыс, уян! Миңә яҡын булғанға, Миңә хеҙмәт иткән көтөүсегә ҡаршы күтәрел! – Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Көтөүсене һәләк ит, һарыҡтар таралһын! Шунда Мин ҡулымды бәрәстәргә ҡаршы күтәрермен.


Нисек уйлайһығыҙ: әгәр ҙә бер кешенең йөҙ һарығы булһа, шуларҙың береһе аҙашып ҡалһа, ул, туҡһан туғыҙ һарығын тауҙа ҡалдырып, аҙашҡанын эҙләп китмәҫ инеме?


Ғайса, күмәк халыҡты күреп, уларҙы бик йәлләне, сөнки улар көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡтар һымаҡ йонсоу һәм ярҙамға мохтаж ине.


Шулай итеп, үҙегеҙ хаҡында һәм Изге Рух һеҙҙе көтөүсе итеп ҡуйған көтөү тураһында ҡайғыртығыҙ. Үҙ Улының ҡаны аша Алла Үҙенеке иткән берҙәмлеккә көтөүселәр булығыҙ.


Именлек Аллаһы мәңгелек килешеүҙе раҫлаусы ҡан арҡаһында Раббыбыҙ Ғайсаны, һарыҡтарҙың бөйөк Көтөүсеһен, үленән терелтте.


Шуға күрә һеҙ, изге имандаштар, күктәр тарафынан саҡырылған хеҙмәттәштәр, беҙ тотҡан имандың Илсеһе һәм Баш Ҡаһины Ғайса тураһында ентекләп уйлағыҙ.


Ундай баш ҡаһин белемһеҙҙәрҙең дә, тура юлдан тайпылыусыларҙың да хәленә инә ала, сөнки үҙенең дә йомшаҡлыҡтары бар.


Улар боронғо замандарҙа – Нух көндәрендә – Аллаға буйһонмаған. Ә Алла, сабырлыҡ күрһәтеп, кәмә төҙөлгән ваҡытта, Нух көндәрендә уларҙың тәүбәгә килеүен көткән. Ул кәмәлә бик аҙҙар, һигеҙ кеше генә, һыу аша ҡотолоп сыҡҡан.


Баш Көтөүсе килгәс, һеҙ һулымай торған дан тажын алырһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ