Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Петр 1:24 - Изге Яҙма

24 Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Һәр тере йән – үлән һымаҡ, уның бөтә даны – ялан сәскәһеләй. Үлән ҡорой, сәскә ҡойола,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

24 Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Бөтә кеше – үлән кеүек, уның бөтә даны – ялан сәскәһе ише. Үлән ҡорой, сәскәһе ҡойола,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Һәр тере йән – үлән һымаҡ, уның бөтә даны – ялан сәскәһеләй. Үлән ҡорой, сәскә ҡойола,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Петр 1:24
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул ҡалаларҙа йәшәүселәр көсһөҙләнде, Ҡурҡыуға төшөп, оятҡа ҡалдылар; Улар ҡырҙағы үҫемлек, болондағы йәшеллек, Өй башында тамыр ебәрмәҫ борон Көнсығыш еленән көйгән үлән кеүек булды.


Сәскә кеүек асыла ла һулый, Күләгәләй елеп уҙа ла юғала.


Йәнеңде үлем соҡоронан йолоп ала, Тоғро мөхәббәт, шәфҡәттең тажын башыңа кейҙерә.


Күңелдәрҙе күтәргән шарапты, Йөҙҙәрҙе ялтыратҡан зәйтүн майын, Тәнгә ҡеүәт өҫтәр икмәкте бирәһең.


Ҡарауылсылар таңды көткәндән, Эйе, таңды көткәндән дә нығыраҡ Йәнем бөйөк Хакимға ашҡына.


Йә Раббы, асыуланып язалама мине, Ярһыуыңда мине ғазаплама!


Раббы Аллам, Һинең тиңдәшең юҡ! Беҙҙең өсөн мөғжизәләрең, ниәтең күп; Уларҙы аңлатмаҡ буламын да Әйтергә мәжбүрмен: «Иҫәбе-һаны юҡ».


Ҡурҡмаҫһың төнгө дәһшәттән, Көн яҡтыһында атылған уҡтан,


«Һеҙҙе йыуатыусы Мин генә, Мин! – ти Раббы. – Ниңә һеҙ фани кешенән – Үләндәй һулыған әҙәм балаһынан ҡурҡаһығыҙ?


Әгәр Алла бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде шулай кейендерә икән, һеҙҙе нисек кейендермәһен ти инде, эй иманы аҙҙар?


Эй һеҙ, иртәгә ни булырын белмәүселәр, һеҙҙең тормошоғоҙ ни генә? Һеҙ бит – аҙ ваҡытҡа пәйҙә булып, аҙаҡ юғалыусы томан ғына.


Донъя ла, уның нәфселәре лә үтеп китә, ә Алла ихтыярын үтәгән кеше мәңге йәшәй.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ