Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Петр 1:18 - Изге Яҙма

18-19 Ата-бабаларҙан мираҫ итеп бирелгән мәғәнәһеҙ тормоштан алтын-көмөш кеүек фани нәмәләр менән түгел, ә кәмселекһеҙ һәм пак бәрәс кеүек булған Мәсихтең ғәзиз ҡаны менән йолоп алынғанлығығыҙҙы беләһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

18-19 Ата-бабаларҙан мираҫ итеп бирелгән мәғәнәһеҙ тормоштан алтын-көмөш кеүек фани нәмәләр менән түгел, ә ғәйепһеҙ һәм пак бәрәс кеүек булған Мәсихтең ҡәҙерле ҡаны менән түләп алынғанлығығыҙҙы беләһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18-19 Ата-бабаларҙан мираҫ итеп бирелгән мәғәнәһеҙ тормоштан алтын-көмөш кеүек фани нәмәләр менән түгел, ә кәмселекһеҙ һәм пак бәрәс кеүек булған Мәсихтең ғәзиз ҡаны менән йолоп алынғанлығығыҙҙы беләһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Петр 1:18
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы Аллам, Һинең тиңдәшең юҡ! Беҙҙең өсөн мөғжизәләрең, ниәтең күп; Уларҙы аңлатмаҡ буламын да Әйтергә мәжбүрмен: «Иҫәбе-һаны юҡ».


Ә минең йәнемде көҫәгәндәр Ер тәрәнлегенә төшөп юҡ булһындар!


Енәйәттәреңде – томан, Гонаһтарыңды болот һымаҡ тараттым. Миңә ҡайт, сөнки Мин һине йолоп алдым», – ти Раббы.


Раббы былай ти: «Һеҙ бушҡа һатылғайнығыҙ, Аҡсаһыҙ йолоп алынырһығыҙ!»


Раббы – минең ҡеүәтем һәм ҡәлғәм, Хәсрәт көнөмдә минең ышығым! Ерҙең сиктәренән халыҡтар килеп: «Аталарыбыҙ мираҫҡа ялғанды, Бер нәмәгә лә яраҡһыҙ боттарҙы алған, – тип әйтер. –


Ул ваҡытта был халыҡҡа һәм Йәрүсәлимгә Раббы былай тип әйтер: – Сүлдәге яланғас ҡалҡыулыҡтарҙан бисара халҡым яғына көйҙөргөс ел иҫә, әммә ашлыҡты елгәреп сүптән таҙартыу өсөн түгел.


Беҙ нәҙер иткәндәребеҙҙең барыһын да мотлаҡ эшләйәсәкбеҙ: Күк алиһәһенә хуш еҫ төтәтеүебеҙҙе, уға түкмә ҡорбан килтереүебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ. Үҙебеҙ ҙә, ата-бабаларыбыҙ ҙа, батшаларыбыҙ һәм түрәләребеҙ ҙә Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында шулай эшләй торғайныҡ. Ул ваҡытта туҡ, бәхетле булдыҡ, бәлә-ҡаза күрмәнек.


баш-баштаҡ булмыштарына буйһондолар, ата-бабалары өйрәткәнсә, Бәғелдәргә эйәрҙеләр.


Сүлдә уларҙың балаларына әйттем: „Аталарығыҙҙың йолалары буйынса йәшәмәгеҙ, уларҙың ҡағиҙәләрен тотмағыҙ, боттары менән үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ.


Раббы былай ти: «Йәһүҙә енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Раббы ҡанунынан ваз кисеп, Уның ҡағиҙәләрен тотмаған өсөн, Мин уларҙы язаһыҙ ҡалдырмайым. Аталары эйәргән ялған боттар Уларҙың тура юлдан аҙаштырҙы.


тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс;


Йәнен ҡайтарып алыр өсөн ул нимә түләй ала?


Улар, Алла тураһында белһәләр ҙә, Уны Алла итеп данламаны, шөкөр итмәне, киреһенсә, мәғәнәһеҙ уй-хыялдарға бирелде, аңларға теләмәгән зиһендәрен ҡараңғылыҡ солғаны.


Һәм тағы: «Раббы белә аҡыл эйәләренең уйҙарын: улар буш-мәғәнәһеҙ».


Һеҙ ҡиммәт хаҡҡа һатып алындығыҙ. Шуның өсөн үҙегеҙҙең тәнегеҙ менән Уны данлағыҙ.


Һеҙҙең өсөн ҡиммәт хаҡ түләнде. Шуның өсөн кешеләрҙең ҡоло булмағыҙ.


Атабыҙ Алла ихтыяры менән әлеге насар замандан ҡотҡарам тип, Мәсих беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн Үҙен ҡорбан итте.


Шуға күрә Раббы исеменән әйтәм һәм талап итәм: артабан зиһендәре томаланған мәжүсиҙәр кеүек йәшәмәгеҙ.


Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алыу һәм таҙарындырыу өсөн, беҙҙе яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торған Үҙ халҡы итер өсөн, Үҙен ҡорбан итте.


Ул Иң мөҡәддәс урынға кәзә йәки быҙау ҡаны менән түгел, ә бер һәм һуңғы тапҡыр Үҙ ҡаны менән инде һәм кешеләр өсөн мәңгелек ҡотолоу алды.


Был һынауҙар иманығыҙҙың хаҡ булыуын раҫлай бит. Алтын да утта яндырылып һынала, ләкин барыбер юҡҡа сыға. Ә һеҙҙең иманығыҙ алтындан ҡиммәтерәк. Шулай һыналған иманығыҙ Ғайса Мәсих килгәндә маҡтау, дан һәм хөрмәт килтерер.


Ғүмерегеҙҙең шаҡтай өлөшөн мәжүсиҙәр кеүек аҙғынлыҡҡа, боҙоҡлоҡҡа, эскелеккә, тотанаҡһыҙ кисәләргә, кәйеф-сафаға бирҙегеҙ һәм ерәнгес ялған илаһтарға табынып уҙғарҙығыҙ.


Мәсихтең кеше гонаһтарын Үҙенә алыр өсөн килгәнен һеҙ беләһегеҙ. Ә Ул Үҙе гонаһһыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ