4 ризыҡ һәм эсемлек алырға хаҡыбыҙ юҡмы әллә?
4 илселәр булып, ризыҡ һәм эсемлек алырға хаҡыбыҙ юҡмы әллә?
Әммә ҡояш байығандан һуң таҙа һаналыр, изге аҙыҡ ашай алыр, сөнки был – уның ризығы.
Сәфәргә үҙегеҙ менән биштәр ҙә, алмаш күлдәк тә, аяҡ кейеме лә, юл таяғы ла алмағыҙ – эшләгән кешенең тейешле ризығын алырға хаҡы бар.
Үҙегеҙҙе ҡабул иткән өйҙә ҡалығыҙ, ни бирһәләр, шуны ашағыҙ һәм эсегеҙ, сөнки эшсенең үҙенең хеҙмәтенә күрә әжерен алырға хаҡы бар. Ул төбәктә булған саҡта өйҙән-өйгә күсеп йөрөмәгеҙ.
Мин һис кемдең алтын-көмөшөнә лә, кейеменә лә ҡыҙыҡманым.
Мине ғәйепләүселәргә үҙемде яҡлап шулай тип яуап бирәм:
Өйрәнеүсе бар булған яҡшы нәмәләрен өгөт-нәсихәт биреүсеһе менән уртаҡлашһын.
Һис кемдән – һеҙҙән дә, башҡаларҙан да дан-шөһрәт көтмәнек.
Һеҙ иһә, имандаштар, беҙҙең ниндәй хеҙмәт һәм көс һалыуыбыҙҙы хәтерләйһегеҙ: һеҙгә Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен таратҡан саҡта, берегеҙгә лә ауырлыҡ һалмаҫҡа тырышып, көнө-төнө эшләнек.