Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 8:9 - Изге Яҙма

9 Әммә һаҡ булығыҙ: һеҙҙең был азатлығығыҙ бер нисек тә көсһөҙҙәр өсөн абынырға сәбәп булмаһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

9 Әммә һаҡ булығыҙ: һеҙҙең азат булыуығыҙ бер нисек тә көсһөҙҙәр өсөн абынырға сәбәп булмаһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Әммә һаҡ булығыҙ: һеҙҙең был азатлығығыҙ бер нисек тә көсһөҙҙәр өсөн абынырға сәбәп булмаһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 8:9
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хәлһеҙ ҡулдарға ҡеүәт бирегеҙ, Ҡалтыранған тубыҡтарҙы нығытығыҙ.


Раббы әйтә: «Юл һалығыҙ, юлды тигеҙләгеҙ! Халҡым алдындағы ҡаршылыҡтарҙы алып ташлағыҙ!»


– Эй әҙәм улы, был бәндәләр боттарына күңел бирҙе һәм үҙҙәренең енәйәтен алдарына абыныу ташы итеп ҡуйҙы. Ошонан һуң уларға Миңә һорау бирергә рөхсәт итәйемме инде?


Әммә улар, боттарға табынған Исраил нәҫеленә хеҙмәт итеп, халыҡты гонаһҡа батырған өсөн, Мин ҡулымды күтәреп ант итәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – улар гонаһтары өсөн тейешле яза аласаҡ. –


Һаңғырауҙы ҡәһәрләмә, һуҡырҙың алдына абындырыр әйбер ҡуйма. Аллаңдан ҡурҡ. Мин – Раббы.


Һаҡ булығыҙ, был кесе йәндәрҙең береһенә лә кәмһетеп ҡарамағыҙ. Һеҙгә әйтәм: уларҙың фәрештәләре һәр ваҡыт күктәге Атамдың йөҙөнә ҡарай ала.


Беҙ, көслөләр, үҙебеҙҙе генә ҡайғыртырға түгел, ә көсһөҙҙәрҙең йөктәрен дә күтәрешеп йөрөргә тейешбеҙ.


Һәр кем үҙенә файҙа булғанды түгел, ә башҡаға файҙалыны эҙләһен.


Әгәр инде берәйһе: «Был ҡорбан ите», – тиһә, шул хәбәрҙе әйтеүсе өсөн һәм выждан хаҡына ашамағыҙ.


Выждан тигәндән, һеҙҙең выжданығыҙҙы түгел, ә шул кешенекен күҙ уңында тотам. Ни өсөн әле минең азатлығым башҡа берәүҙең выжданы менән сикләнергә тейеш?


Йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла, Алла берҙәмлегенә лә ҡаршылыҡ булып тормағыҙ.


Әгәр берәйһе һинең, белемле кешенең, ялған илаһ йортонда ашап ултырыуыңды күреп ҡалһа, выжданы көсһөҙ булғанлыҡтан, ялған илаһтарға ҡорбан ителгән итте ашарға ярай, тип ҡыҙыҡмаҫмы?


Һеҙ имандаштарығыҙға ҡарата ошо рәүешле гонаһ ҡылыуығыҙ һәм уларҙың көсһөҙ выжданын яралауығыҙ менән Мәсихкә ҡарата гонаһ ҡылаһығыҙ.


Көсһөҙҙәрҙе Мәсихкә килтереү өсөн, улар янында көсһөҙ булдым. Нисек булһа ла, һис юғы бер нисәүһен ҡотҡарыу өсөн, мин бөтәһе өсөн барыһына әйләндем.


Оят булһа ла әйтәйем, быларына инде «көсөбөҙ» етмәне. Ә кемдеңдер нимәгә булһа ла маҡтанырға батырсылығы етә икән, ул саҡта – аҡылһыҙ кеше һымаҡ әйтәйем – мин дә батырсылыҡ итәм.


Берәү көсһөҙ булһа, уның янында мин дә көсһөҙ түгелме? Берәү гонаһҡа төшһә, уның өсөн әрнеүҙән янмайыммы?


Беҙ бер кемгә лә кәртә ҡуйырға теләмәйбеҙ, Алла тарафынан бирелгән хеҙмәтебеҙ ғәйепкә алынырға тейеш түгел.


Имандаштар, һеҙ иреккә саҡырылдығыҙ, тик һеҙҙең азатлығығыҙ тәндең нәфселәрен ҡәнәғәтләндереү өсөн һылтау булмаһын, бер-берегеҙгә мөхәббәт менән хеҙмәт итегеҙ.


Һаҡ булығыҙ: һеҙҙе берәйһе Мәсихкә түгел, ә әҙәм йолаларына һәм донъяның идара итеүсе көстәренә нигеҙләнгән буш һәм ялған фәлсәфә ҡороу менән ҡол итмәһен.


Ирекле кешеләр булараҡ, иркегеҙҙе яуызлыҡты йәшереү өсөн файҙаланмағыҙ, Алланың ҡолдары кеүек йәшәгеҙ,


Үҙҙәре боҙоҡлоҡ ҡолдары булып та, тегеләргә азатлыҡ вәғәҙә итә, кем нимәгә буйһона, шуның ҡолона әйләнә бит.


Әммә һиңә ҡарата ҡайһы бер ҡаршылығым бар: һеҙҙең арала Билғам тәғлимәте яҡлылар бар, ә ул иһә үҙ мәлендә, ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡты ашаһындар һәм фәхешлек ҡылһындар өсөн, Балаҡты исраилдарҙы гонаһ юлына этәрергә өйрәткән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ