Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 7:35 - Изге Яҙма

35 Мин быны һеҙҙе сикләү өсөн түгел, ә хаҡ эшләүегеҙҙе һәм, иғтибарығыҙҙы ситкә йүнәлтмәйенсә, Раббыға туҡтауһыҙ хеҙмәт итеп йәшәүегеҙҙе теләп, һеҙҙең файҙаға әйтәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

35 Мин быны һеҙҙе тышаулау өсөн түгел, ә хаҡ эшләүегеҙҙе һәм, иғтибарығыҙҙы ситкә йүнәлтмәйенсә, Раббыға туҡтауһыҙ хеҙмәт итеп йәшәүегеҙҙе теләп, һеҙҙең файҙаға әйтәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

35 Мин быны һеҙҙе сикләү өсөн түгел, ә хаҡ эшләүегеҙҙе һәм, иғтибарығыҙҙы ситкә йүнәлтмәйенсә, Раббыға туҡтауһыҙ хеҙмәт итеп йәшәүегеҙҙе теләп, һеҙҙең файҙаға әйтәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 7:35
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Кешеләрҙең өйләнә алмауына төрлө сәбәптәр бар: берәүҙәре инә ҡарынынан шундай булып тыуа, икенселәренә кешеләр сәбәпсе була, өсөнсөләре, ғүмерҙәрен тотошлай Күктәр Батшалығына арнау өсөн, үҙҙәре өйләнмәй. Быны кем ҡабул итә ала, шул ҡабул итһен!


Шунан һуң фарисейҙар йыйылып, Ғайсаны нисек итеп һүҙҙә эләктерергә, тип мәкер ҡорҙо.


Һаҡ булығыҙ! Самаһыҙ ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ. Юғиһә башығыҙ томаланыр һәм ул көн һеҙгә аңғармаҫтан килер, үҙегеҙҙе тоҙаҡҡа аулаған кеүек эләктерер. Ул көн ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең бөтәһенә лә килер.


Сәнскәк араһына төшкән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, ләкин тормош мәшәҡәттәре, байлыҡ һәм ләззәт, ваҡыт үтеү менән, һүҙҙе баҫып ала. Ундай кешеләрҙең емештәре өлгөрмәй.


Әммә фәхешлек булмаһын өсөн, һәр ирҙең үҙ ҡатыны һәм һәр ҡатындың үҙ ире булһын.


Шулай ҙа өйләнһәң дә гонаһ түгел. Ҡыҙ кеше лә, кейәүгә сыҡһа, гонаһ ҡылмаҫ. Әммә ундайҙарҙың был тормошо мәшәҡәтле булыр. Мин һеҙҙе бынан ҡурсаларға теләйем.


Әгәр берәйһе һөйгән ҡыҙына ҡарата килешһеҙ эш ҡылам тип һанаһа һәм дәртен тыйырға көсө етмәгәне өсөн өйләнергә кәрәк тип тапһа, үҙе теләгәнсә эшләһен – гонаһ түгел, ундайҙар өйләнһен.


Алланың изге халҡы булып йәшәгеҙ, аҙғынлыҡ, шаҡшылыҡ һәм һәр төрлө ҡомһоҙлоҡ тураһында арағыҙҙа һүҙ ҙә булырға тейеш түгел.


Ниһайәт, имандаштарым, уйҙарығыҙҙы хәҡиҡәткә, ихтирамға, ғәҙеллеккә, сафлыҡҡа, яратыуға, һоҡланыуға, ҡыҫҡаһы, әҙәпкә һәм маҡтауға лайыҡлы эштәргә йүнәлтегеҙ.


фәхешлек ҡылыусылар, ирҙәр менән енси мөнәсәбәткә инеүсе ирҙәр, кеше менән һатыу итеүселәр, алдаҡсылар, ялғанлап ант итеүселәр һәм, ғөмүмән, хаҡ тәғлимәткә ҡаршы килеүсе бөтөнөһө өсөн сығарылған.


өлкән йәштәге ҡатындар, ысын иманлы кешеләргә хас булғанса, үҙҙәрен әҙәпле тотһон, ғәйбәт һөйләмәһен, эскелеккә бирелмәһен, яҡшылыҡҡа өйрәтһен;


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ