Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 7:30 - Изге Яҙма

30 илағандар – иламағандар кеүек, ҡыуанғандар – ҡыуанмағандар кеүек, һатып алғандар – бер нәмәгә лә эйә булмағандар кеүек,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

30 илағандар иламаусылар, бәхетлеләр бәхетһеҙҙәр, һатып алыусылар алынғанды үҙҙәрендә тотмаусылар,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

30 илағандар – иламағандар кеүек, ҡыуанғандар – ҡыуанмағандар кеүек, һатып алғандар – бер нәмәгә лә эйә булмағандар кеүек,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 7:30
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мин тик Һиндә генә ышыҡ табам, Сығарһана йәшерен ҡоролған тоҙаҡтарҙан.


Илар ваҡыт һәм көлөр ваҡыт, Көйөр ваҡыт һәм бейер ваҡыт бар;


Үлемде йотоп ебәргән кеүек мәңгелеккә юҡ итәсәк. Раббы Хаким бөтә йөҙҙәрҙән һәр тамсы күҙ йәшен һөртөп аласаҡ, Бөтә ер йөҙөндә Үҙ халҡын хурлыҡтан ҡотҡарасаҡ, Сөнки Раббы шулай тине.


Эй Йәрүсәлимдә йәшәүселәр, Сион халҡы, Һеҙ башҡа иламаҫһығыҙ! Һыҡтаған сағығыҙҙа Ул һеҙгә мәрхәмәтен мотлаҡ ҡылыр. Тауышығыҙҙы ишетеү менән яуап бирер.


Шул ваҡыт етте! Ул көн яҡынлашты! Һатып алған – һөйөнмәһен, һатҡан – көйөнмәһен, сөнки бөтә был өйөрҙөң өҫтөнә асыуым түгеләсәк.


Әммә Ибраһим уға: «Улым! Иҫеңә төшөр, һин үҙ ғүмереңдә бар рәхәтлекте татының, ә Әлғазар михнәт сикте. Хәҙер иһә ул бында йыуаныс күрә, ә һин ғазап сигәһең, – тигән. –


әле ас кешеләр, һеҙ бәхетле, сөнки туясаҡһығыҙ; әле илаусылар, һеҙ бәхетле, сөнки көләсәкһегеҙ.


Әлеге мәлдә туҡ булғандар, һеҙгә ҡайғы, сөнки асығырһығыҙ. Әлеге мәлдә көлөүселәр, һеҙгә ҡайғы, сөнки хәсрәтләнерһегеҙ һәм иларһығыҙ.


Шуның һымаҡ, һеҙ ҙә хәҙер ҡайғыраһығыҙ; әммә Мин һеҙҙе тағы күрермен, шунда күңелегеҙҙе шатлыҡ биләп алыр һәм ул шатлыҡты һеҙҙән бер кем дә тартып ала алмаҫ.


Имандаштар, һеҙгә шуны әйтәм: ваҡыт аҙ ҡалды, шулай булғас, бынан ары ҡатынлылар – ҡатынһыҙ кеүек,


был донъя менән файҙаланғандар файҙаланмағандар кеүек булһын. Сөнки был донъя хәҙерге рәүешендә кире ҡайтмаҫҡа үтеп бара.


Ул үҙен күпме данлаһа һәм зиннәттә йәшәһә, уға шул тиклем ғазап һәм ҡайғы бирегеҙ, ул бит күңеленән генә: «Батшабикә булып ултырам, мин тол ҡатын түгел, ҡайғы күрмәйәсәкмен!» – ти.


Тәхет уртаһындағы Бәрәс уларға Көтөүсе булыр, тере һыулы шишмәләргә алып барыр, Алла уларҙың күҙендәге һәр тамсы йәште һөртөр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ